Тамара Ғәниева

Тамара Ғәниева (Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева; рус. Тама́ра Гани́ева; Тимербика Ахметшарифовна Ганиева; 1951 йылдың 25 ғинуары, Кинйәбай ауылы, Башҡорт АССР-ы) — журналист-публицист, шағир, тәржемәсе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2019). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Әҙәби премиялар лауреаты.

Биографияһы

Ғәниева Тамара (Тимербикә) Әхмәтшәриф ҡыҙы 1951 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған[1].

Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға керә, аҙаҡтан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Мәктәптәрҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни‑ағартыу училищеһында уҡытыусы була.

1980 йылдан — Өфөлә: «Ленинсы» республика йәштәр гәзитендә, 1982 йылдан — Башҡорт АССР-ының телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында, 1989 йылдан — «Ағиҙел» журналында, 2009—2013 йылдарҙа. — «Панорама Башкортостана» журналында эшләй[1].

2019 йылдың майында Тамара Ғәниеваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә[2]

2026 йылдың ғинуар аҙаҡтарында шағирҙы 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлағанда Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Тереғолова яҡын киләсәктә яҡташтарына райондың почётлы гражданы исеме биреләсәген белдерҙе[3].

Ижади эшмәкәрлеге

  • Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай.
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың сентябрендә Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның «Ғүмер кисеүҙәре» тип аталған яңы шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡты. Унда шағирҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре урын алған[4].
  • Әҙип тәржемә өлкәһендә лә эшләй. Ул ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гумилевтың «Древо превращений», Лопе де Веганың «Собака на сене», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Скитники», «Золото Алдана», «Росомаха» китаптары бар. Донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн Тамара Ғәниева 2015 йыл өсөн яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды[5].
  • 2026 йылдың майында Тамара Ғәниеваның «Тел асҡысы» исемле шиғыр йыйынтығы донъя күрә. Баҫма «Китап» нәшриәте тарафынан «Урал батыр ерендә йыл китабы» халыҡ-ара конкурсына тәҡдим ителә һәм «Рәсәй халыҡтары телдәрендәге иң яҡшы баҫма» номинацияһында еңеүсе була[6].

Китаптары

  • «Йәш көстәр» — 1976 йыл, Өфө, Китап.
  • Осрашырбыҙ әле: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1980.
  • Күсмә ҡоштар — 1984 йыл, Өфө, Китап.
  • Көмөш ямғырҙар — 1988 йыл, Өфө, Китап.
  • Уйлы сағым — 1991 йыл, Өфө, Китап.
  • Ҡондоҙ ҡойроғо — 1993 йыл, Өфө, Китап.
  • Ҡыпсаҡтар — 1994 йыл, Өфө, Китап.
  • Арҡайым — 1997 йыл, Өфө, Китап.
  • Аҡыҡ көмбәҙҙәр — 2001 йыл, Өфө, Китап.
  • Мөхәбәткә ышанам — 2006 йыл, Өфө, Китап.
  • Обращаюсь к вашему разуму (2009) йыл, Өфө, Китап.
  • Ғүмер кисеүҙәре: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2015.
  • Тел асҡысы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2026.

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре һәм әҙәби әҫәрҙәре

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (2019);
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993);
  • Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты;
  • Фатих Кәрим исемендәге премия лауреаты;
  • «Туғанлыҡ» төрки халыҡтары фестивале дипломы.
  • Яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы (2015)[5];
  • Рәми Ғарипов миҙалы (2026)[7];
  • Көйөргәҙе районының почётлы гражданы[8].

Ғаиләһе

Ҡыҙы — Неля Ғәйнетдинова, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығының баҫма матбуғат бүлеге эксперты — баш белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2019)[9]. Ейәне — Искәндәр.

Тормошо һәм ижады тураһында

  • Хөсәйенов Ғ.Б. Үҙ һуҡмағын һалды. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 23 август.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Фәһемле ижад. — «Ағиҙел» журналы, 2006 й., № 9, 150-155-се биттәр.
  • Шаһманов Т.Ғ. Милли аң һәм милли моң шағирәһе. — «Башҡортостан», 2008 й., 26 август.
  • Назарова Р.Ғ. Әгәр яңынан тыуһам. — «Юшатыр» гәзите, 2016 й., 21 ғинуар.
  • Кинйәбулатова К. К. «Көмөш ысыҡ» балҡышы. — «Ағиҙел» журналы, 1989 й., № 8, 127-128-се биттәр.
  • Ҡунафин Ғ.С. «Ғазап ҡатыш наҙҙа үртәлеү» — «Ағиҙел», 1994 й., № 4, 177-179-сы биттәр.
  • Мусин Н. С. Иле, теле, рухы — өс таған. — «Башҡортостан», 2008 й., 16 сентябрь.
  • Шәрипова З. Я. Ил хәстәрен тартыусы. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 18 сентябрь.
  • Камалов Р.Ә. (Ринат Камал). Шағирә планетаһы. — «Йәшлек» гәзите, 2001 й., 19 июнь.
  • Хажиев Р. З. Тамаристай рухлы Тамара.— «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 4 сентябрь.
  • Хужин М. Х. Тамараның ижады һоҡландыра, уйландыра. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 11 сентябрь.
  • Нәҙершина Ф. А. Йөрәгенә заманалар һыйған. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 4 сентябрь.
  • Янбаева Г. Г. Тамара таң ҡалдыра. — «Башҡортостан» гәзите, 2000 й., 18 апрель.
  • Ҡолмөхәмәтова М. М. Уйсандарҙы уйландырыр. — «Башҡортостан», 2010 й., 21 ғинуар.
  • Аҙнағолов Р.Ғ. Алдан һиңә аҡ юл теләнгән. — «Ағиҙел» журналы, 2000 й., № 10, 156-160-сы биттәр.
  • Аҙнағолов Р.Ғ. Шиғриәте — ҡыҙыу янған усаҡ. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 20 июнь.
  • Дәүләтбиҙина Т. С. Ярыш тәме ҡандан киләме? — «Йәшлек» гәзите, 2008 й., 16 сентябрь.
  • Хисамов Ғ.А. Тамара Ғәниева — философ-шағирә. — «Йәшлек», 2008 й., 28 август.
  • Шәрәфетдинов Д. М. «Һин бит мине телле итеүсе лә…» — «Йәшлек» гәзите, 2008 й., 28 август.
  • Хәбиров Ә.Х. «Сәфәр сығам — эйәрегеҙ миңә…» — «Ағиҙел» журналы, 1993 й., № 1, 150-152-се биттәр.
  • Кирәева Л. Р. «Офоҡтарҙы кисеп офоҡ таптым…» — «Ағиҙел» журналы, 2002 й., № 9, 145-147-се биттәр.
  • Абдуллина Л. Х. Милләтебеҙ лайыҡлыларҙы күтәрә белә. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 10 сентябрь.
  • Ханнанова З. М. Йөрәгендә уның — ил ғәме. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 4 декабрь.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 А. Г. Хөсәйенов. Ғәниева Тамара (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (баш.)
  2. Тамара Ғәниева — Башҡортостандың халыҡ шағиры. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (28 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (баш.)
  3. Лейла Аралбаева. Народный поэт Башкирии станет почетным гражданином своей малой родины. ИА «Башинформ» (1 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)
  4. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 1 октябрь
  5. 1 2 Башҡорт яҙыусыһы иң яҡшы тәржемә өсөн Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 17 февраль (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2016)
  6. Лейла Аралбаева. В Башкирии вышла новая книга стихов Тамары Ганиевой «Дар красноречия». ИА «Башинформ» (1 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026. (рус.)
  7. Лейла Аралбаева. В Уфе вручили первые медали Рами Гарипова. ИА «Башинформ» (12 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026. (рус.)
  8. В Уфе поэтессе Тамаре Ганиевой вручили награду малой родины  (рус.). 9 июль 2026 тикшерелгән.
  9. Народный поэт Башкирии Тамара Ганиева передала книги своей родной школе  (рус.). 9 июль 2026 тикшерелгән.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)

Тема буйынса өҫтәмә