Ғәлимов Флүр Миншәриф улы

Флүр Миншәриф улы Ғәлимов (рус. Ғәлимов Флүр Миншәриф улы; 1958 йылдың 7 декабре, Иҫке Ҡалҡаш ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй яҙыусыһы; Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022)[1]. Рәсәй Федерацияһының (2019) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Әбү Насыр Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм Валентин Катаев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Биографияһы

Флүр Миншәриф улы Ғәлимов 1958 йылдың 7 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылында тыуған.

Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Артабан мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы;

1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.

Һуңғы йылдарҙа тик әҙәби ижад менән генә шөғөлләнә.

Ижады

Флүр Ғәлимов — хикәйә, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы.

1989 йылда ижад итә башлай. 1995 йылда донъя күргән «Күктәрҙә күрешеүҙәр» йыйынтығына юмористик, лирик һәм реалистик хикәйәләре тупланған. Икенсе китабына ингән «Йүләр» повесы, «Уралым», «Ҡомаҡ», «Ҡара йәшник», «Газ терапияһы», «Редакцияға хат», «Янғын», «Ямғыр яуа» һәм башҡа хикәйәләре тормоштоң трагик, драматик һәм көлкөлө яҡтарын сағылдыра.

Драматургия өлкәһендә лә ижад итә: һуңғы йылдарҙа «Прометей. Олимп тауы ишелеүе», «Салауат батыр», «Бафомет менән брудершафт» тигән трагедияларҙан торған «Прометей. Олимп тауы ишелеүе» тип аталған драматургик трилогияһын тамамланы.

«Яңы башҡорт» романы, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы менән башҡорт прозаһында, башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-новатор булараҡ танылды.

«Яңы башҡорт» романында хәҙерге эшҡыуарлыҡ даирәләре мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә һәм ер мәсьәләһе күтәрелә. «Халҡыбыҙ үҙ еренә, үҙенә хужа булып, үҙен тәьмин итеп, тормоштан ҡурҡмайынса, гөрләтеп донъя көтөп йәшәһә генә ҡоллоҡ психологияһынан ҡотолор һәм цивилизациялы донъяға ҡушылып китер», — тигән фекер үткәрелә, башҡорт халҡына милли идея тәҡдим ителә. Яҙыусының был әҫәрҙәре ҙур резонанс тыуҙырҙы — республикала был китаптарға бағышланған 200 тирәһе сара: түңәрәк өҫтәлдәр, китап уҡыусылар конференциялары, әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙар үткәрелде, бер нисә тиҫтә радио һәм телетапшырыуҙар ойошторолдо, гәзит -журналдарҙа мәҡәләләр, интервьюлар баҫылды, юғары уҡыу йорттарында курс, диплом эштәре яҙылды, диссертация яҡланды.

Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән «Юность» журналының 6,7,8,9,10,11-се һандарында сыҡҡан «Вкус запретного плода» тигән романы өсөн прозаикка баҫманың Валентин Катаев исемендәге премияһы тапшырылды. Данлыҡлы әҙәби тәнҡитсе Лев Аннинский был әҫәр тураһында мәҡәлә яҙҙы.

«Аҙғын тәүбәһе» романында яҙыусы мәңгелек проблемаларҙы бөтөнләй көтөлмәгән яҡтарҙан яҡтырта, йәшәү мәғәнәһен аса. Ул быны Салауат Юлаев тоҡомо, Афған һуғышы ветераны, талантлы рәссам, эшҡыуар Салауат Байғазин образы аша сағылдыра. «Аҙғын тәүбәһе» башҡорт әҙәбиәтендә магик реализм йүнәлешенең ҡайһы бер ысулдарын ҡулланып ижад ителгән тәүге сәсмә әҫәр, унда магия, эзотерика, күрәҙәселек, сихырсылыҡ төшөнсәләре реаль күренештәр сифатында һүрәтләнә һәм был нәмәләрҙең кешеләргә ни тиклем емерткес рәүештә тәьҫир итеүҙәрен сағыу рәүештә һүрәтләй. Автор трилогияһында донъяның киҫкен проблемаларын һүрәтләп кенә ҡалмай, «донъяны иман ҡотҡарыр» тип, был бәләләрҙән ҡотолоу юлын да күрһәтә.

«Яңы башҡорт» романын «Башҡортостан» гәзите, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһын «Йәшлек» гәзите «Йыл әҫәре» тип иғлан итте. «Покаяние над пропастью»(русса аталышы) тигән трилогияның «Златокрылая птица Хумай» исемле романы Мәскәүҙәге «Роман — газета» журналында (№ 22, 2018 й) баҫылып, 600 экземпляры Германия китап һөйөүселәре тарафынан алынды. Яҙыусы Флүр Ғәлимовты «Башҡортостан» гәзите 2018 йылда «Йыл яҙыусыһы» тип иғлан итте. «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы инглиз, рус, төрөк, ҡаҙаҡ һәм татар телдәренә тәржемә ителгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы 2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» («Художественная литература») нәшриәтендә рус телендә донъя күрҙе. Тиҙҙән был әҫәр Бөйөк Британияла нәшер ителә, ул «The Taste of Forbidden Fruit» — «Тыйылған емеш тәме» тигән исем менән инглиз теленә тәржемәләнгән. Трилогияны Лондонда баҫтырырға «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов тәҡдим иткән.

Флүр Ғәлимовтың «Покаяние над пропастью» һәм «Прометей. Олимп тауы ишелеүе» тигән китаптары Чечен Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, профессор, академик, Нобель премияһы номинанты Канта Ибраһимов тарафынан Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге 2019 йылғы Дәүләт премияһына тәҡдим ителгәйне.

Китаптары:

  • Күктәрҙә күрешеүҙәр: Хикәйәләр. Өфө: Китап, 1995
  • Йүләр: Повесть, пьеса, хикәйәләр. Өфө: Китап, 1997
  • Яңы башҡорт: Роман, повесть, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2008

Ижады тураһында матбуғат баҫмалары

  • Ғәйетбай Н. А. Ҡалыптарҙан ҡотолайыҡ! — „Башҡортостан“ гәзите, 1992 й., 29 февраль;
  • Мөҙәрис Ҡотлошин. Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Флүр! — „Ленин васыяттары“, 7. 11. 1991 йыл;
  • Илешева Р. Х. Йәш яҙыусының тәүге повесы — „Ағиҙел“ журналы, 1997 й., № 7;

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2022)[2]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019)[3][4].
  • Әбу Насыр Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия (2021)
  • Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы
  • Валентин Катаев исемендәге әҙәби премия
  • «Янги овоз» Үҙәк Азия Яҙыусылар һәм тарихсылар берлеге Ҡырғыҙстан бүлексәһенең «Туран Биримдиги» миҙалы (2020).
  • Самбо көрәше буйынса мастерлыҡҡа кандидат

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)