7 декабрь
7 декабрь (рус. 7 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 341-се көнө (кәбисә йылында 342-се). Йыл тамамланыуға 24 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Граждандар авиацияһы көнө.
АҠШ: Хаттар яҙыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Изге Георгий ордены көнө.
- Йоҡларға яратыусылар көнө.
Украина: Урындағы үҙидаралыҡ көнө.
Әрмәнстан: Спитактағы ер тетрәү ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Төбәк байрамдары
- Санкт-Петербург: Эрмитаж көнө
Гана: Фермерҙар көнө.
Гватемала: Дикторҙар көнө.
Иран: Студенттар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-космос көстәренең инженер-авиация хеҙмәте көнө.
Тажикстан: Финанс органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1934 йыл: Киров, Омск, Ырымбур өлкәләре һәм Красноярск крайы ойошторола.
- 1944 йыл: Чикагола «Халыҡ-ара граждандар авиацияһы конвенцияһы»на ҡул ҡуйыла.
тулы исемлек
- 1967 йыл: Өфөлә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Ҙур залында Башҡортостан уҡытыусыларының бишенсе съезы үтә.
- 1981 йыл: Испания НАТО-ға ағза итеп ҡабул ителә.
- 1991 йыл: Рәсәйҙең Космонавтика федерацияһы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәшит Фазлый (Фазлыев Рәшит Әхмәт улы; 1930), яҙыусы һәм шағир, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Бишҡурай ауылынан.
- Казанцев Юрий Васильевич (1935—25.03.2011), тау инженеры-ғалим, геолог. 1975—2006 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Геология институтының лаборатория мөдире, 2006—2011 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), геология-минералогия фәндәре докторы (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
тулы исемлек
- Кәримова Лия Фридон ҡыҙы (1960), музыка педагогы. Өфөләге Урта махсус музыка колледжының махсус фортепиано класы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй конкурстары дипломанты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Басиров Хәбиб Хәмит улы (1956), техник-механик, нефтехимик. 1978 йылдан «Салауатнефтеноргсинтез» һәм «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Түләгөн ауылынан.
- Артёменко Елена Павловна (1971), педагог-ғалим. 2001 йылдан Башҡортостан физик культура институты уҡытыусыһы, дауалау физкультураһы кафедраһы, 2002 йылдан реабилитациялауҙың физик саралары кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы (1918—14.11.2002), табип-нейрохирург-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте подполковнигы. 1939 йылдан Учалы ҡала дауаханаһының баш табибы; 1945 йылдан Мәскәүҙәге Н. Н. Бурденко исемендәге Баш хәрби госпиталь, 1956—1958 йылдарҙа РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар авиацияһы табибы. Медицина фәндәре докторы. 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Мушников Георгий Иустинович (1923—3.02.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусыһы, гвардия подполковнигы (1958). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Айбаш ауылынан.
- Флүр Ғәлимов (1958), прозаик. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022), Рәсәй Федерацияһының (2019) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Әбү Насыр Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм «Юность» журналының Валентин Катаев исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2018).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иванов Николай Михайлович (1919—1.09.1987), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1975 йылдарҙа Өфө районының «Родина» колхозы рәйесе. Ленин (1966) һәм Октябрь Революцияһы (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Булгаков ауылынан.
- Кулагин Валерий Фёдорович (1939), вирусолог-ғалим. 1969—2011 йылдарҙа Өфөләге хәҙерге «Иммунопрепарат» предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988—2009 йылдарҙа директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы үҙәге Ҡариҙел ауылынан.
тулы исемлек
- Хисмәтуллин Рәшит Сәғит улы (1944), юрист, дәүләт һәм суд органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1993—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының юстиция министры. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Юридик фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Себучар станцияһы ауылынан.
- Порошин Юрий Георгиевич (1949), сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996—2013 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы машина эшләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2010) менән бүләкләнеүсе, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Шакиров Рәмил Мөнир улы (1954), цирк артисы, 1973—1983 (өҙөклөк менән) һәм 1991—1999 йылдарҙа ат өҫтөндә оҫта йөрөүсе‑һыбайлылар, ағалы-энеле бер туған Шакировтарҙың «Башҡортостан егеттәре» атлы цирк труппаһы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Келәш ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1905 йыл: Джерард Петер Койпер, Голландия һәм АҠШ астрономы.
- 1928 йыл: Ноам Хомский, АҠШ лингвисы.
- б.э.т. 43 йыл — Марк Туллий Цицерон, Боронғо Рим философы.
- 1804 йыл: Иоганн Тобиас Ловиц, Рәсәй империяһы химигы, сығышы менән Германиянан.
тулы исемлек
- 1912: Джордж Дарвин, Англия астрономы, математик, Чарльз Дарвиндың икенсе улы.
- 1937: Ғәббәс Дәүләтшин, башҡорт телсеһе, сәйәси золом ҡорбаны.