24 ноябрь
24 ноябрь (рус. 24 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 328-се көнө (кәбисә йылында 329-сы). Йыл тамамланыуға 37 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Әсәләр көнө.
- Орга́н көнө.
- Морждар көнө.
АҠШ: Сардина балығы көнө.
Монголия: Ғорурлыҡ көнө.
Конго Республикаһы: Революция көнө.
Португалия: Фәнни мәҙәниәт көнө.
Самоа: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Тажикстан: Дәүләт флагы көнө.
Төркиә: Уҡытыусылар көнө.
- 1838 йыл: Белорет районының Ҡоҙашман ауылына нигеҙ һалына.
- 1859 йыл: Чарльз Дарвин «Төрҙәрҙең килеп сығышы, тәбиғи һайланыш һәм йәшәү өсөн көрәш» китабын нәшер итә. Ул бер көн эсендә таралып бөтә.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ильясова Лидия Михайловна (1935), спортсы, шашкасы. Рус шашкаһы буйынса СССР һәм РСФСР кубоктарын яулаусы, РСФСР (1959, 1961, 1971—1972) һәм СССР Ҡораллы Көстәре (1980) чемпионы. СССР-ҙың спорт мастеры (1970). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996). Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
- Мөхәмәт Закиров (1950—22.11.2014), журналист һәм шағир. 2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
тулы исемлек
- Колесов Сергей Викторович (1950), химик-ғалим. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтының лаборатория, 2011 йылдан — полимерҙар бүлеге мөдире. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013). С. Р. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Батыев Сәлих Ғилемхан улы (1911—7.12.1985), СССР-ҙың партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1960—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Татарстан тарихында был яуаплы вазифаны иң оҙаҡ биләгән етәксе. Октябрь Революцияһы, өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Дөмәй ауылынан.
- Прокашева Тамара Николаевна (1931—14.11.2007), педагог. 1972 йылдан Салауат ҡалаһының хәҙерге 133-сө һөнәри лицейының производствоға өйрәтеү мастеры. Башҡорт АССР-ының һөнәри белем биреү системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1982), Совет сауҙаһы отличнигы (1969), СССР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Чижи ауылынан.
тулы исемлек
- Серов Владимир Николаевич (1931), акушер-гинеколог-ғалим. Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы (1999), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1990). Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
- Кузьмин Иван Иванович (1941), эшсе. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке хеҙмәткәре.
- Харитонов Вениамин Александрович (1946), инженер-ғалим, йәмәғәтсе. 1970 йылдан хәҙерге Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997–2003 йылдарҙа юғары уҡыу йортоның фән буйынса проректоры. 1991—1993 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Магнитогорск ҡала советы депутаты. Техник фәндәр кандидаты (1975), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хисмәтуллина Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы (1927—18.02.2004), уҡытыусы, шағир һәм прозаик. 1945—1948 йылдарҙа Шишмә районының Суҡраҡлы ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1960—1980-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Сираева Вәзирә Фәхрәз ҡыҙы (1942), тегенсе, күп балалы әсә, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1978—1996 йылдарҙа Дүртөйлө халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү производство комбинатының тегенсе-моторисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылынан.
тулы исемлек
- Пендюхова Галина Кузьминична (1957), ғалим-педагог. 2000 йылдан Мәскәү психология-социаль институты Стәрлетамаҡ филиалының директор урынбаҫары, 2003 йылдан — директоры. Педагогия фәндәре кандидаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан.
- Нәбиева Әлфинә Шәйхи ҡыҙы (1962), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1986 йылдан Салауат ҡалаһы «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының (хәҙер ял һәм ижад үҙәге) «Пигмалион» пантомима театры етәксеһе, бер үк ваҡытта 2010 йылдан – үҙәктең баш белгесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Карагичева Екатерина Ивановна (1918—?), нефть сығарыу тармағы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан «Башнефть» берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1967—1986 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь контораһының кадрҙар буйынса инспекторы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Грекова Анастасия Ивановна (1923—1.06.2000), иҡтисадсы-ғалим. 1972—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1978). РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Үмәр ауылынан.
тулы исемлек
- Хәмәев Вәғиз Хәмәй улы (1938—25.04.2003), химик-технолог-ғалим. 1962 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Көнтүгеш ауылынан.
- Рәхимғолов Вилюр Зиннәт улы (1948), педагог, урындағы башҡарма власть һәм комсомол органдары, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1973 йылдан ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитеты секретары; 1976 йылдан — район мәктәптәрендә етәксе вазифаларҙа; 1982—1984 йылдарҙа район советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире; 1987 йылдан «Баймаҡ» халыҡ кәсептәре үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондың Юлыҡ ауылынан.
- Уйылданов Рим Рәжәп улы (1953), нефтсе. 1974 йылдан Бөрө геология-эҙләнеү контораһының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау ҡоролмаһы машинисы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Уразай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дьяков Анатолий Яковлевич (1924—12.06.2003), иҡтисадсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1995 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1988 йылдарҙа иҡтисад, хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1982), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985). I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Попов Пётр Дмитриевич (1924—9.07.1991), токарь, төҙөлөш эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Һиҙиәтов Мансур Яҡшыбай улы (1949—24.08.2024), металлург, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1971—2005 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты волочильщигы, өлкән мастеры, смена начальнигы. 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Белорет районынынң Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2014).
- Ҡолдәүләтова Фәрзәнә Зекрий ҡыҙы (1954), элемтәсе. 1974—2005 йылдарҙа Бөрйән районының Иҫке Собханғол район элемтә узелы телефонисы һәм өлкән телефонисы. Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе. Сығышы менән ошо ауылдан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1632 йыл: Бенедикт Спиноза, Нидерланд философы.
- 1729 йыл: Александр Суворов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1816 йыл: Барбу Исковеску, Румыния рәссамы.
- 1919 йыл: Вера Ацева, Югославияның дәүләт эшмәкәре, милли герой.
- 1929 йыл: Виктор Коршунов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1934 йыл: Альфред Шнитке, СССР һәм Германия композиторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
- 1934 йыл: Виктор Сергачёв, театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1973 йыл: Николай Ильич Камов, СССР-ҙың вертолёт конструкторы.
- 1991 йыл: Фредди Меркьюри, Британия йырсыһы, «Queen» төркөмө лидеры.
’