Харьков

Харьков (укр. Харків) — Украиналағы ҡала. Харьков өлкәһенең административ үҙәге.

Украинала кеше һаны буйынса икенсе ҡала. СССР тарҡалғанға тиклем Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡалышып, танк, трактор, турбиналар төҙөү буйынса икенсе урында[2] индустрия, фән һәм транспорт үҙәге булараҡ өсөнсө урындағы ҡала булған[3] . XX быуаттың икенсе яртыһында — Көньяҡ-Көнсығыш Европаның төп транспорт магистрале бынан үтә[4].

Ҡалаға нигеҙ 1654 йылдар тирәһендә һалынған[5] . Элек был урында Харьков тигән боронғо рус ҡаласығы булған, XI быуатта ҡыпсаҡтарҙың Шарукань ҡаласығы йәки V быуатта һундарҙың Харька ҡаласығы булған[6][7] тигән фараздар бар.

1917 йылдың декабренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Украина Халыҡ Республикаһы Советының, 1918 йылдың февраль — мартында Донецк — Кривой Рог республикаһының, 1919 йылдан 1934 йылға тиклем Украина Совет Социалистик Республикаһының беренсе баш ҡалаһы була.

Ҡалала 142 фәнни-тикшеренеү институты [8][9], 45 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән Харьков университеты (1805 йылда нигеҙләнгән) һәм Харьков пилитехник университеты (1885 йылда нигеҙләнгән)[10]; 16 музей[11], ҡала картиналар галереяһы[10], 6 дәүләт театры[10], 80 китапхана[10] эшләй.

Ҡала Ленин (1970) Һәм Октябрь Революцияһы ордендары (1983) менән наградланған. Ҡаланың Европа Советынан алған наградалары бар (2010)[12]). 2013 йылдың 8 июлендә Харьков «хәрби дан ҡалаһы» (Украина тарихында беренсе тапҡыр)[13] исемен ала.

2012 йылда, Украинала беренселәрҙән булып, футбол буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә.

Физик-географик урыны

Ҡала Рәсәй урта һыҙаты ҡалыҡыулығының көньяғында урынлашҡан. Ҡалала Харьков, Лопань, Уды, Немышля, Алексеевка, Саржинка, Очеретянка, Роганка, Студенок йылғалары бар. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 135 м. Иң юғары нөктәһе 205 м, иң түбән нөктәһе — 94. Ҡаланың рельефы тигеҙ түгел. Ҡалаың агломерацияһы бар.

Харьковтан яҡындағы ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлдары буйлап)[14]
Санкт-Петербург Санкт-Петербург ~ 1411 км.
Белоруссия Минск ~ 986 км.
Украина Сумы ~ 189 км
Мәскәү Мәскәү ~ 749 км.
Рәсәй флагы Орёл ~ 375 км.
Рәсәй флагы Белгород ~ 78 км
Воронеж Воронеж ~ 393 км.
Рәсәй флагы Старый Оскол ~ 245 км
Украина Полтава ~ 147 км.
Украина Киев ~ 495 км.
Украина Львов ~ 1049 км
Роза ветров
Украина Луганск ~ 350 км.
Рәсәй флагыВолгоград ~ 839 км
Украина Днепропетровск ~ 234 км.
Украина Одесса ~ 704 км
Украина Запорожье ~ 307 км.
Украина Мелитополь ~ 426 км.
Рәсәй флагы/Украина Симферополь ~ 671 км
Украина Донецк ~ 311 км.
Ростов-на-Дону Ростов-на-Дону ~ 489 км

Климат

Харьков уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан. Харьковта климаты уртаса — континенталь, ҡыш сағыштырмаса йомшаҡ һәм оҙайлы, йәй ваҡыты менән ҡоро килә.

  • Уртаса йыллыҡ температуры — +8,1 C°
  • Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 3,9 м/с
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 74 %
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 11,0 14,6 21,8 30,5 34,5 36,8 37,6 39,8 33,7 29,3 20,3 13,4 39,8
Уртаса максимум, °C −2,2 −1,6 4,3 14,0 20,8 24,3 26,4 25,7 19,4 12,0 3,6 −1,1 12,1
Уртаса температура, °C −4,6 −4,5 0,7 9,2 15,6 19,3 21,3 20,3 14,4 7,9 0,9 −3,5 8,1
Уртаса минимум, °C −7 −7,3 −2,4 4,6 10,3 14,2 16,2 14,9 9,8 4,3 −1,5 −5,9 4,2
Абсолют минимум, °C −35,6 −35 −32,2 −13,1 −6 −1,1 5,7 1,2 −4,8 −10,7 −22,6 −31,4 −35,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 36 33 32 34 50 61 60 42 47 44 41 36 516
Сығанаҡ: Погода и климат погода в Харькове (архив температур)

Эске бүленеш

Ҡала 9 районға бүленә:

  • Холодногорск районы
  • Шевченко районы
  • Киев районы
  • Салтовка районы
  • Немышлянск районы
  • Индустриаль районы
  • Слобода районы
  • Основянск районы
  • Яңы Бавария районы

Билдәле шәхестәре

  • Владимир Дантес, йырсы, теле-һәм радио алып барыусы
  • Людмила Гурченко, театр һәм кино актрисаһы, эстрада йырсыһы, кинорежиссер
  • Аскольд Запашный, цирк артисы, йыртҡыс хайуандарҙы өйрәтеүсе
  • Армен Саркисян, «Столото» дәүләт лотереяларын таратыусыға нигеҙ һалыусы[19][20][21].

Иҫкәрмәләр

  1. Сколько сейчас проживает людей в Харькове: Терехов назвал количество населения города. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2023. Архивировано 19 апрель 2023 года.
  2. Харьков, 1941-й. Часть первая: У края грозы / В. К. Вохмянин, А. И. Подопригора. — Харьков: Райдер, 2008. — 100 с. — (Харьков в войне). — 1 000 экз. — ISBN 978-966-8246-92-0.
  3. Харьков: Архитектура, памятники, новостройки: Путеводитель. Сост. А. Лейбфрейд, В. Реусов, А. Тиц. — Х.: Прапор, 1987
  4. Харьков, 1941-й. Часть вторая: Город в огне / В. К. Вохмянин, А. И. Подопригора. — Харьков: Райдер, 2009. — 148 с. — (Харьков в войне). — 1 000 экз. — ISBN 978-966-96896-7-2.
  5. 250-летие современного Харькова праздновалось в 1905 году, 300-летие — в 1956, 350-летие — в 2004.
  6. История Харькова#Происхождение названия
  7. Варианты написания города «Харька» в персидских рукописях, согласно А. П. Ковалевскому (1956): ﻪﻓﻮﺤ или ﻪدﻮﺤ или ﻒﺮﺤ или ﻪﻗﺮﺤ
  8. Перечень научно-исследовательских институтов Харькова
  9. Перечень научно-исследовательских институтов Харькова: конец списка
  10. 1 2 3 4 Всё о туризме. Гостиницы Харькова
  11. Справочник «Весь Харьков». Музеи
  12. Срочно! Харьков получил Премию Совета Европы, Общественные новости в Харькове, Украине и Мире — Городской Дозор 2010
  13. Харьков стал первым в Украине «городом воинской славы» http://sobytiya.tv/ru/news/3134--harykov-stal-pervym-v-ukraine-gorodom-voinskoj-slavy/ 2013 йылдың 15 октябрь көнөндә архивланған.
  14. Расчёт расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2010. Архивировано 13 август 2011 года.
  15. Башҡортостан энциклопедияһы — Абрамзон Леонид Семёнович (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
  16. Башҡортостан энциклопедияһы — Руттер Валерий Дмитриевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
  17. Башҡортостан энциклопедияһы — Славинский Пётр Михайлович 2019 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
  18. Башҡортостан энциклопедияһы — Челпановский Анатолий Фёдорович (Тикшерелеү көнө: 21 апрель 2021)
  19. https://kikonline.ru/partner/armen-sarkisjan-lotereja-kak-osnova-dlja-bolshogo-biznesa/
  20. https://kam24.ru/news/main/20230520/97493.html
  21. https://vesti42.ru/novosti-so-vsego-sveta/armen-sarkisyan-stoloto-meteor-lift-i-drugie-aktivy/

Һылтанмалар