Одесса

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Одесса
укр. Одеса Файл:Одесса-коллаж1.jpg
Odessa-Montage-2016.png
Флаг[d] Герб
Флаг[d] Герб
46°28′ с. ш. 30°42′ в. д.HGЯO
Ил Украина Украина
Мэр Геннадий Леонидович Труханов[d]
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән XV быуат
Тәүге телгә алыу 1415
Майҙаны 162.42 км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 40 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00, летом UTC+3:00
Халҡы
Халҡы 1 012 277 кеше (2015)
Рәсми тел Украин теле
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +380 48(2)
Почта индексы 65000-65480
Автомобиль коды BH

omr.gov.ua

Одесса (Украина)
Одесса
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Одесса (укр. Одеса) — Украинаның көньяҡ-көнбайышында Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ ярына урынлашҡан ҡала һәм община. Одесса өлкәһенең һәм Одесса районының административ үҙәге. Украинаның Хәрби-диңгеҙ көстәренең төп хәрби-диңгеҙ базаһы. Герой-ҡала.

Украинала халыҡ һаны буйынса өсөнсө урынды биләй. 2020 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 1 017 699 кеше тәшкил итә, агломерация эсендә 1,2 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Одесса ҡултығы ярында урынлашҡан.

Эре диңгеҙ сауҙа порты. Туризм һәм сауҙа үҫешкән, элек металл эшкәнтеү һәм машиналар эшләү, дарыуҙар һәм туҡланыу ризыҡтарын етештереү тармаҡтары алға киткән була. Эре фәнни-белем биреү үҙәге.

Ҡаланың тарихи үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә сиратта тора. Приморский бульвары, Дюк де Ришельё майҙандары һәм Потёмкин баҫмалары ансамбле.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вид на Приморский бульвар с моря в XIX веке

Беҙҙең эраға тиклем V быуатта Одесса территорияһында һәм Одесса ҡултығында Истриян һәм Исиак гаванендә антик тораҡ пункттары урынлашҡан була[1], шуларҙың береһенең ҡалдыҡтары хәҙерге Приморский бульварының ер аҫтынан табыла. Үл дәүерҙә һыу кимәле бер аҙ түбәнерәк була, һәм яр һыҙаты әлеге мәлдә Одесса маяғы урынлашҡан ерҙән байтаҡҡа алыҫыраҡ үтә. Ошоға тиклем боронғо грек артефакттарын маяҡтан алыҫ булмаған урындан табалар. Һыу кимәле түбәнерәк булғанға күрә Тендров мороно, әлегә менән сағыштырғанда, байтаҡҡа алыҫҡараҡ һуҙыла, һәм маяҡ районындағы тораҡ пункты, ғәмәлдә, Буг һәм Днепр йылғалары тамағынан Ҡара диңгеҙгә сығыу урындарын һәр саҡ контролдә тота, шулай итеп, был морон стратегик әһәмиәттәге урын була. Археологик артефакттар Одесса төбәге һәм Урта диңгеҙҙең көнсығышы араһында бәйләнештәр булыуын раҫлай. Тораҡ пункттарын беҙҙең эраға тиклем III—IV быуаттарҙа Азиянан килгән күсмә ҡәбиләләр юҡ иткән, тигән фараз бар.

Урта быуаттарҙа Одесса территорияһы төрлө (печенегтар, ҡыпсаҡтар), Алтын Урҙа, Ҡырым ханлығы, Бөйөк Литва кенәзлеге һәм Ғосман империяһына ҡараған күсмә ҡәбиләләр ҡулында була.

1362 йылда Зәңгәр һыуҙағы һуғыш һөҙөмтәһендә яр буйҙарын башында кенәз Ольгерд торған Бөйөк Литва кенәзлеге баҫып ала. Ләкин литвалар тик XV быуат башында ғына бында Коцюбеев тип аталған замогын һәм порт пристанен һала (тарихи яҙмаларҙа 1415 йылда тәүге тапҡыр осрай)[2]). 1484 йылда был ерҙәрҙе Ғосман империяһы яулап ала. XV йөҙ йыллыҡ аҙағына Качибей мөһим сауҙа ҡалаһы булып китә[1].

1764 йылда ғосман власы иҫке ҡәлғәне тергеҙә һәм уны Ени-Дунья (Яңы донъя) тип атай[1]. 1789 йылдың 14 (25) сентябрендә ҡәлғәне Иосиф Де Рибас командалығындағы казак-урыҫ ғәскәре яулап ала. Тәүҙә 1791 йылдағы Яссы килешеүе буйынса Рәсәй ҡарамағына тапшырылған Хаджибей ҡәлғәһе[3] урынында Урта диңгеҙ флотилияһында ялланып хеҙмәт иткән матростар өсөн тораҡ пункты булдырыу пландаштырыла.

XVIII — XX быуат башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Одессаға нигеҙ һалған Екатерина II һәйкәле

[[Файл:Одесса собор 19век.jpg|thumb|220px|[[Спас-Преображен собор]ы] ХХ быуат башында]]

Рәсәй империяһы 1794 йылда Ҡара диңгеҙҙә, хәрби-диңгеҙ һәм сауҙа порты булараҡ, хәҙерге заман ҡалаһына нигеҙ һалған, тип иҫәпләнелә[4], когда 27 мая (7 июня1794 года императрица Екатерина II издала рескрипт об основании гавани в Хаджибее, а 22 августа (2 сентября1794 года были освящены строительные площадки и заложены первые камни в основание трёх городских храмов: Святой Троицы, святителя Николая и святой Екатерины[5][6].

Тәүҙә Осип де Ри́бас Екатеринослав һәм Таврический генерал-губернатор кенәз Зубовҡа доклад менән Гаджебей портын һәм ҡалаһын төҙөү тураһында юллау менән мөрәжәғәт итә, шунда уҡ Рәсәй армияһының инженер-полковнигы Воллан, Франц Павлович де тарафынан төҙөлгән пландар ҙа тапшырыла. Де Рибас ниһайәт Екатеринаны ҡала төҙөп булыуына ышандыра, шулай итеп, портҡа һәм ҡалаға нигеҙ һалыу проекты раҫлана. Ҡала Воллан төҙөгән план буйынса төҙөлә.

Ҡаланың яңы Одесса атамаһы 1795 йылдың 10 ғинуарында тәүге тапҡыр телгә алына, ләкин ҡала исемен алмаштырыу тураһындағы рәсми указ әлегә тиклем табылмаған. Одессаға беренселәрҙән булып албандар, гректар, итальяндар килеп төпләнә[1].

1794 йылдан ҡала Хәрби һәм Грек форштадттарына бүленә. Хәрби форштадт үҙ эсенә 560 участкаға бүленгән 52 кварталды, ә Грек форштадты 720 участканан торған 65 кварталды үҙ эсенә ала.

Ғәли йәнәптәре указы менән 1798 йылдың 26 ғинуарында Рәсәй магистрат бөтөрөлә, урыҫ сауҙагәрҙәре һәм мещандары сит ил магистраты ведомствоһында теркәлә; ләкин өс йылдан һуң сит ил магистраты урынына Рәсәйҙең дөйөм закондары нигеҙендә ҡала магистраты эшләй башлай.[7]

1800 йылдан алып, Павел I аҡсалата субсидияларҙан тыш, ҡалаға бер нисә мөһим льгота бүләк иткәндән һуң халыҡ һаны ла арта, шулай уҡ сауҙа эше лә йәһәтерәк үҫешә башлай.[7] 1802 йылда Одессала 9000 кеше йәшәй, 39 сәнәғәт предприятиеһы, 1564 йорт, 1813 йылда — 35000 кеше һәм 2600 йорт була; сауҙа-сәнәғәт әйләнешенән килгән табыш ун тапҡырға, хатта унан да артығыраҡҡа арта, ә бит ҡала ул осорҙа урыҫ-төрөк һуғышынан (1806—1812), ватан һуғышынан һәм чума сиренән (1812—1814) зыян күрә.[7]

Ришелье ҡала начальнигы булғанда Одесса Рәсәй империяһының Ҡара диңгеҙҙәге төп портына әйләнә[8]. 1805 йылда Новороссийск крайының генерал-губернаторы итеп Ришелье тәғәйенләнгәндән һуң Одесса Новороссийск генерал-губернаторлығының административ үҙәгенә әйләнә. Ришелье дәүерендә урындағы таможня йыйымдарының 10 проценты ҡала бюджетын тулыландыра[сығанаҡ 2419  көн күрһәтелмәгән]. Ланжерон генерал-губернатор булғанда Одесса уникаль ирекле порт статусына эйә була, порто-франко (1817—1849 йылдарҙа була), — экспорт һәм ҡалаға импорт тауарҙарын индереүгә яһаҡтар түләнмәй[1]. Был хәл дә ҡала һәм уның сәнәғәтенең үҫешенә өҫтәлмә тиҙләнеш бирә. Шулай итеп, Одесса бер йөҙ йыллыҡ эсендә ҙур булмаған ҡасабанан Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙҙәге иң эре диңгеҙ портына әйләнә һәм ул Петербургтан, Мәскәүҙән һәм Варшаванан ҡала Рәсәй империяһындағы дүртенсе иң ҙур ҡала тип иҫәпләнә[9].

1836 йылда Херсон-Таврический епархияһы булдырылғандан һуң архиерей Одессала урынлаша.[7]

1865 йылда Одесса — Балта Одесса тимер юлы сафҡа инә. 1880 йылда бында ат-тимер юлы эшләй башлай. 1891 йылда Одессаға Франциянан «Бенц» автомобиле алып ҡайтыла, ул Рәсәй империяһындағы тәүге автомобиль була, һәм был транспорт сараһы «Одесский листок» ҡала гәзитен нәшер итеүсе В. В. Навроцкий тарафынан һатып алынған була.[10]. XIX быуат аҙағына Одесса Рәсәй империяһында халыҡ һаны буйынса дүртенсе иң ҙур ҡала һәм йөк әйләнеше буйынса икенсе порт, тип таныла.

1905 йылдың 13 — 14 июнендә Одессаны забастовкалар, митингылар һәм демонстрациялар ялмап ала, улар эшселәр һәм полиция менән бәрелештәр менән тамамлана; урамдаҙа баррикаалар хасил була. 15 июндән 16 июнгә ҡарай төндә полиция тарафынан ут төртөлгән портта 2000 эшсе атып үлтерелә. Стачкаға бөтә эшселәр ҙә ҡушыла, һәм ҡала хәрби лагерға әйләнә.[11]

1908 йылдың 11 (24) мартында Одессала Рәсәйҙәге тәүге аэроклуб үҙ эшен башлай, ә 1910 йылдың 8 (21) мартында беренсе урыҫ летчигы М. Н. Ефимовтың күрһәтмә осоштарын ҡарарға бөтә ҡала халҡы тиерлек йыйыла.

Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылдың 27 октябрендә (иҫке стиль буйынса) (Румын фронты, Ҡара диңгеҙ Флоты һәм Одессаның һалдат депутаттары советы — Румчерод) властың Ревсоветҡа күсеүе тураһында иғлан итә. 1917 йылдың ноябрь айы башында элекке ҡала идаралығы вәкилдәре Реввоенсоветҡа саҡырыла. 1917 йыл декабренең тәүге көндәрендә ҡалала ҡыҙыл гвардейецтар һәм УХР-ҙың Үҙәк Радаһы яҡлылар араһында үҙ-ара бәрелештәр булып ала. Ошондай ҡапма-ҡаршылыҡ арҡаһында ҡалала власть Үҙәк Рада ҡулына күсә. 1917 йылдың 21 декабрендә Бөтә Рәсәй Учредительный Йыйылышын саҡырғанға тиклем Одесса «ирекле ҡала» тип иғлан ителә. 1918 йылдың ғинуары уртаһында большевиктар ихтилалға күтәрелә, Үҙәк Рада һәм Ваҡытлы хөкүмәттән ҡаланы тартып ала. Ҡалала совет власы урынлаштырыла, ул тарихҡа Одесса Совет Республикаһы булараҡ инеп ҡала. 1918 йылдың 14 мартында (был урында һәм артабан яңы стиль буйынса), Үҙәк Раданың Үҙәк Державалар менән үҙ-ара килешеүе һөҙөмтәһендә Одессаға австрия ғәскәрҙәре бәреп инә. Совет власы ҡолатыла. Ҡалала власть формаль рәүештә Украина хөкүмәте гетман Скоропадский ҡулында тип иҫәпләнелә. Беренсе донъя һуғышында еңелеүе һәм Германиялағы һәм Австро-Венгриялағы революциялар һөҙөмтәһендә 1918 йылдың ноябрендә австрия войска ғәскәрҙәре Одессанан китә. 1918 йылдың 2 декабрендә Одессаға Антантаның төрлө илдәренең — серб, француз, грек ғәскәрҙәре килеп тула. Антанта ғәскәрҙәре флагына йәшеренеп, Добровольческий Армияның ғәскәре 1918 йылдың декабрь уртаһында Одессанан петлюрасыларҙы ҡыуып сығара. Одессала француз хәрби администрацияһы идараһы урынлаша. 1919 йылдың 6 апрелендә большевиктарҙың дөйөм һөжүме һөҙөмтәһендә Антанта һәм Добровольческий Армия Одессаны ҡалдыра. Ҡалаға атаман Григорьевтың совет ғәскәрҙәре килеп инә һәм 1919 йылдың 23 авгусына тиклем ҡалала совет власы урынлаша. Әммә Добровольческий Армияның ғәскәрҙәре ҡабат ҡаланы үҙ ҡулына ала. Ләкин 1920 йылдың 7 февралендә Одессала совет власы урынлпаша.

ХХ быуаттың 20-се йылдарынан Одесса — Украина ССР-ының эре ҡалаларының береһе.

«Одесса ҡалаһы планы», 1919 йыл

1939 йылдың 11 октябрендә СССР-ҙың Оборона Халыҡ Комиссариатының 0157-се Приказы нигеҙендә Одесса хәрби округы ойошторола, идараһы Одесса ҡалаһында урынлаша. Округ ғәскәрҙәре командующийы комкор И. В. Болдин була[12].

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[[Файл:Odessa (timbre soviétique).jpg|240px|thumb|right|Одесса — 12 Герой-ҡаланың береһе.

1941 йылдың 22 июнендә Одесса хәрби округы идаралығы 9-сы айырым армияның ялан идаралығын ойоштора. 24-25 июндә 9-сы айырым армия Көньяҡ фронт составына инә[13].

Бөйөк Ватан һуғышы барышында Одесса оборона районы сражался с превосходящими силами противника, 1941 йылдың 5 авгусынан 16 октябренә тиклем — 73 көн буйына дошмандың һан яғынан күпкә өҫтөн булған ғәскәре менән һуғыша. 8 августа ҡалала ҡамауҙа ҡалыу иғлан ителә. 13 августа Одесса ҡоро ерҙә тулыһынса ҡамауҙа ҡала. Әммә дошман ҡала өсөн асырғанып һуғышҡан яугирҙәрҙең ҡаргшылығын һындыра алмай, — совет ғәскәрҙәре планлы рәүештә эвакуациялана һәм Ҡырымда оборона тотоусы 51-се айырым армияны көсәйтеү өсөн күсерелә.

1941—1944 йылдарҙа Одессаны румын ғәскәрҙәре оккупациялай һәм Транснистрия составына инә, Г. Пынтя ҡала губернаторы итеп тәғәйенләнә. 1944 йылдың башында Ҡыҙыл армияның Одессаға һөжүм итеүенә яуап рәүешендә ҡалаға немец ғәскәрҙәре индерелә, ә румын администрацияһы бөтөрөлә. Одесса оккупацияла булғанда ҡала халҡы илбаҫарҙарға әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә. Оккупация осоронда Одессаның тиҫтәләгән мең ябай гражданы, башлыса йәһүдтәр, язалана.

1944 йылдың 10 апрелендә ҡаты һуғыштар барышында 3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре Ҡара диңгеҙ флотының хәрби частары ярҙамында Одессаны азат итә. Илебеҙ үҙенең һаҡсыларының батырлығын юғары баһалай. СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 22 декабрендәге Указы менән «Одессаны обороналаған өсөн» миҙалын булдырыла, был награда 30 меңдән ашыу кешегә тапшырыла. 14 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 57 яугир — Ленин ордены, 2100-ҙән ашыу яугир — башҡа ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Юғары главнокомандующийҙың 1945 йылдың 1 майындағы 20-се һанлы Приказы менән[14] Одесса, Севастополь, Сталинград һәм Ленинград герой-ҡала исеменә лайыҡ була. СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы 3566-VI һанлы Указы менән[15] ҡалаға «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены тапшырыла.

Һуғыштан һуңғы осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуаттың икенсе яртыһында ҡалала сәнәғәт предприятиелары үҫешә, ҡала төҙөкләнә һәм матур туристтар үҙәгенә әйләнә.

Бойондороҡһоҙ Украина составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың ноябренән 2014 йылдың 2 майына тиклем ҡалала Евромайҙан яҡлылар һәм уға ҡаршылар араһында ҡапма-ҡаршылыҡ килеп тыуа, һөҙөмтәлә 50-гә яҡын кеше һәләк була һәм Одесса Профсоюздар йортонда янғын сыға.

2019 йылдың 21 июненән 23 июненә тиклем ҡала башлығы Геннадий Труханов етәкселегендәге Одесса делегацияһы Ларнакала эш визиты менән була. Одессаны был ҡала менән иҡтисади, туристик һәм мәҙәни өлкәлә бәйләнештәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән 15 йыллыҡ партнер мөнәсәбәттәре берләштерә. Ларнака Одессаның тәүге партнер-ҡалаһы, унда ҡаланың ике метр бейеклектәге туристик символы урынлаштырыла. «Якорь-йөрәкте» асыу тантанаһында партнер-ҡалалар мэрҙары Геннадий Труханов һәм Андреас Вирас, дипломаттар, депутаттар һәм ике ҡаланың да башҡарма органдары вәкилдәре, ижади коллективтары, Ларнакала йәшәүселәр һәм уның ҡунаҡтары ҡатнаша.[16]

2020 йылда пандемия шарттарында Одессаға килгән туристар һаны 37,5 процентҡа кәмей. 2020 йылда Одессаға 2 млн кеше килһә, 2019 йылда уларҙың һаны 3,2 млн-ғә еткән була.[17]

2021 йылдың 21 февралендә Одесса мэрияһында ҡала башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы — Одесса ҡала советы башҡарма комитетының эштәр идарасыһы Олег Брындактың Альберта-Украина Сауҙа палатаһы башлығы Виталий Милентьев әфәнде менән осрашыуы була. Осрашыу барышында Туғанлашҡан ҡала Ванкувер менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләһе тикшерелә, шулай уҡ төрлө халыҡ-ара проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары билдәләнә.[18]

Физик-географик характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Ҡара диңгеҙҙең Одесса ҡултығы ярҙарында урынлашҡан. Ҡаланың төп өлөшө, тарихи үҙәген дә индереп, диңгеҙҙән яҡынса 50 м бейеклектәге тигеҙлектә ята. Одессаның минималь бейеклеге диңгеҙ кимәленән 4,2 метр түбәнерәк (Куяльницкий лиманы), максималь бейеклеге — 65 м. Ҡала территорияһының майҙаны 236,9 км², халҡының тығыҙлығы 4251,3 кеше/км² (башҡа сығанаҡ буйынса: майҙаны — 163 км²[19]; ярашлы рәүештә, халҡының тығыҙлығы — 6178,7 кеше/км²). Хәҙерге ваҡытта ҡалалағы эсәр һыу сығанаҡтары — бювет комплекстары, Одессаға һәм уның тирәһендәге тораҡ пункттарына һыу Днестр йылғаһынан 40 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргес буйынса Беляевка районындағы һыу алыу урынынан килә[20].

Ҡала янында ғына ете эре лиман бар. Киевҡа тиклем 443 км (655 км — тимер юл буйынса, 466 км — автомобиль юлы буйлап Ҡалып:Автодорога E).

Пляждар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Одесса пляждары (һауанан төшөрөлгән)
Аркадийҙың курорт зонаһы

Одесса пляждары бер нисә тиҫтә километрға һуҙыла. Улар Коблевтан (Николаевск өлкәһе) Днестр лиманына тиклем араны биләй. Пляждарҙың күбеһе — ҡомдан тора, ә ҡом ситтән ташыла.

«Лузановка» һәм Черноморканан башҡа ҡала эсендәге пляждар яр һаҡлағыс ҡоролмалар менән нығытылған. Ланжерон пляжы районынан Аркадий мороно районына тиклем, пляждарҙан бер аҙ юғарыраҡ, йәйәүлеләр һәм велосәйәхәттәрселәр өсөн тәғәйенләнгән 6 км оҙонлоғондағы «Сәләмәтлек трассаһы» яр буйы асфальт юлы үтә, ул автомобилдәр хәрәкәте өсөн ябыҡ.

Пляждар араһында шундайҙарҙы атап үтергә булоа:

  • «Лузановка» Котовский исемендәге торлаҡ массивы;
  • «Сәләмәтлек трассаһы» буйлап һуҙылған пляждар:
  • Т. Г. Шевченко исемендәге парк районындағы «Ланжерон» пляжы, 2005 йылдан уның эргәһендә Украиналағы иң ҙур һәм йыл әйләнәһенә эшләгән дельфинарий һәм «Немо» океанариумы;
  • Пирогов урамы районындағы «Отрада» пляжы;
  • Шампан тыҡырығы районындағы «Дельфин» пляжы;
  • «Аркадий» пляжы — ҡаланың визит карточкаларының береһе. Аркадий пляжында, башҡа пляждарҙан айырмалы, диңгеҙгә төшөү урыны һөҙәк һәм төшөү өсөн бик уңайлы;
  • Фонтан юлы буйлап ятҡан пляждар, улар «Чайка» пляжынан «Алтын яр» пляжына тиклем барып етә;
  • «Черноморка» пляжы Черноморка хәҙер Люстдорф) ҡасабаһында урынлашҡан. Был пляж Одесса ҡултығынан ситтәрәк ята.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Одессаның климатыуртаса диңгеҙ климаты, субтропик климат һыҙаттары менән, Ҡыш (декабрҙән февралә тиклем) йомшаҡ, оҙаҡҡа һуҙылған яҙы һәм һәм йылы оҙайлы йәй (май айынан сентябргә тиклем), һәм бик оҙон йылы көҙ. Кёппен классификацияһы буйынса — дымлы континенталь (Dfb), субтропик климатҡа бик яҡын (Cfa). Яуым төшөм миҙгелдәргә бер тигеҙ бүленә. Ҡала климаты Украинаның башҡа ҡалаларындағы климаттан йомшаҡ ҡышы һәм эҫе йәйе менән айырылып тора.

Уртаса йыллыҡ температура — +10,7 °C, уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары — 451 мм[21].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 15,1 19,2 24,1 29,4 33,3 37,4 39,3 38 35,4 30,5 26 17 39,3
Уртаса максимум, °C 2,2 2,7 6,6 13 19,5 24 27 26,5 21 15 8,4 3,7 14,1
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} −0,2 3,5 9,4 15,6 20 22,6 22,3 17,2 11,6 5,7 1,1
Уртаса минимум, °C −2,8 −2,6 1 6,6 12,1 16,3 18,5 18,2 13,5 8,6 3,2 −1,2 7,6
Абсолют минимум, °C −26,2 −28 −16 −5,9 0,3 5,2 7,5 7,9 −0,8 −13,3 −14,6 −19,6 −28
Яуым-төшөм нормаһы, мм {{{Янв_ср_осад}}} 37 32 27 36 49 45 38 43 34 41 35
Сығанаҡ: Погода и климат


Һыу температураһы
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 7,4 4,5 7,5 15,1 21 25,8 26,5 26,6 25,2 21 15,7 10,6 26,6
Уртаса температура, °C 4 2,7 3,9 8,6 16,3 21,5 23,8 24,2 21 15,7 11 6,8 13,3
Абсолют минимум, °C 1,1 0,8 1,4 4,2 10,3 18 19,1 20,9 15,2 11,4 7,1 3,9 0,8
Сығанаҡ: [22]

Власть[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй империяһында Одесса Херсонской губернияһы Одесса өйәҙенең үҙәге була.

Одесса ҡала башлығы ҡарамағындағы буйһонған Одесса ҡала советы ҡалаға идара итә. Башҡарма орган — ҡала советының башҡарма комитеты (исполком).

Одессала дүрт административ район бар, уларға район хакимиәттәре идара итә:

Одесса Одесса районы территорияһында урынлашҡан.

Ҡала 6 районға бүленгән.

Иҡтисад һәм сәнәғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Одесса портының аэрофотоһүрәте
Одесса портында контейнерҙар терминалы

Одесса — Украинаның[23][24], иген, шәкәр, күмер, нефть продукттары, цемент, металл, джут, ағас матуриалдары, машиналар эшләү сәнәғәте продукцияһын ташыуҙы тәьмин итеүсе иң ҙур диңгеҙ порты. Хәрби-диңгеҙ (2014 йылдан) һәм балыҡ тотоу флоты базаһы. Эре тимер юл үҙәге. Төп сәнәғәт тармаҡтары — нефть эшкәртеү, машиналар эшләү, металл эшкәртеү, еңел, аҙыҡ-түлек, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм химик сәнәғәт.
Одессаның тағы ла бер үҙенсәлекле «иҫтәлекле урыны» — «"7-се километр" сәнәғәт-кейем-һалым баҙары» (рәсми исеме — «Авангард»; ябай һөйләү телендә — «Толчок», «Седьмой», ул Көнсығыш Европалағы ошондай типтағы иң ҙур сауҙа комплексы[25].

«Фокус» журналының йылда үткәрелә торған рейтингында Одесса 2011 йылда Украинаның тормош сифаты иң яҡшы булған ҡалаһы тип атала[26].

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала Одесса халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан. Даими һауа бәйләнештәре Одессаны Вена (Austrian Airlines һәм Украина халыҡ-ара авиалиниялары, көн һайын), Тель-Авив (Украина халыҡ-ара авиалиниялары), Стамбулом (Turkish Airlines), Афина, Алеппо, Ларнака, Киев, Ереван, Тбилиси, Варшава, Дубай, Минск һәм Европа һәм Азияның башҡа ҡалалары менән тоташтыра. Әлеге ваҡытта Одесса аэропортында яңы терминал, шулай уҡ яңы осоу- ултырыу һыҙаты төҙөлә, был уның самолеттарҙы үткәреү һәләтен бермә-бер арттырасаҡ[27].

Ҡалала тимер юл вокзалы бар. Одесса һәм Варшава, Прага, Братислава, Вена, Берлин, Мәскәү, Санкт-Петербург , Украинаның төп ҡалалары һәм элекке СССР-ҙың күп кенә башҡа ҡалалары араһында пассажир поездары даими йөрөп тора. 2-се Застава районында яңы тимер юл вокзалын төҙөү планлаштырыла[28].

Одессала ике автовокзал бар: (Үҙәк автовокзал һәм «Привоз» автовокзалы), шулай уҡ «Көньяҡ» автостанцияһы ла эшләй. Автобус бәйләнеше Одессаны Украинаның күп кенә ҡалалары, шулай уҡ Молдова (Кишинёв, Бельцы, Бендеры, Атаки), Рәсәй (Ростов-на-Дону, Краснодар, Пятигорск, Ставрополь), Германия (Берлин, Гамбург һәм Мюнхен), Греция (Салоники һәм Афина), Болгария (Варна һәм София) һәм башҡа Европа илдәре менән тоташтыра.

Хәҙерге ваҡытта Одесса портынан даими пассажир суднолары йөрөмәй. Украинаның Министрҙар кабинетының 2013 йылдың 11 майындағы 548-р «2038 йылға тиклем Украинаның диңгеҙ порттарының үҫеш стартегияһын раҫлау тураһындағы» күрһәтмәһендә, киләсәктә Одесса порты тулы күләмдә пассажир ташыуҙы һәм круиз лайнерҙарын хеҙмәтләндереүҙе ғәмәлгә ашырыу тураһында әйтелә.[29].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эске бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала 4 районға бүленә:

  • Приморский районы
  • Киев районы
  • Малиновский районы
  • Суворов районы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: Том XXIА (42). Нэшвилль — Опацкий. — СПб: Семёновская Типолитография (И. А. Ефрона), 1897. — С. 726—730. — 516 с.
  2. Орлов Алексей Алексеевич. Исторический очерк Одессы с 1794 по 1803 год : составлен по документам, хранящимся в Московском архиве министерства юстиции.. — тип. А. Шульце, 1885. — С. предисловие. — 144 с.
  3. А. Скальковский. Первое тридцатилетие истории города Одессы. 1793-1823. — Гор. Тип.. — Одесса, 1837. — С. 1—21. — 296 с.
  4. Родилась ли Одесса 2 сентября 1794-го?
  5. Православная Одесса. eparhiya.od.ua. Дата обращения: 19 август 2020. 2020 йылдың 13 август көнөндә архивланған.
  6. Институт исторической урбанистики - Обращение исследователей истории Одессы. ri-urbanhistory.org.ua. Дата обращения: 19 август 2020.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Одесса // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Основание Одессы 2019 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
  9. Одесса в XIX—XX вв. 2014 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.
  10. http://www.vestnik.com/issues/1999/0706/koi/korchen.htm 2007 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
  11. Одесса // Нидерланды — Оклахома. — М. : Советская энциклопедия, 1939. — Стб. 729. — (Большая советская энциклопедия : [в 66 т.]; vol. 1926—1947, вып. 42).
  12. ЦГАСА, ф. 4, оп. 3, д. 3312, л. 218. ОдВО.
  13. Сайт «Архивы России». Центральный государственный архив Советской Армии.
  14. Сталин И. В. Сочинения. — М.: «Писатель», 1997. — Т. 15. С. 218—221. Приказ Верховного Главнокомандующего от 1 мая 1945 года, № 20.
  15. Указ Президиума Верховного Совета СССР № 3566-VI от 8 мая 1965 года (Ведомости Верховного Совета СССР, 1965, № 19, ст. 248, пункт 7).
  16. ЛАРНАКА СТАЛА ПЕРВЫМ ГОРОДОМ-ПАРТНЕРОМ ОДЕССЫ, ГДЕ УСТАНОВЛЕН ТУРИСТИЧЕСКИЙ СИМВОЛ «ЯКОРЬ-СЕРДЦЕ»
  17. ДЕПАРТАМЕНТ КУЛЬТУРЫ И ТУРИЗМА ОДЕССКОГО ГОРСОВЕТА ОТЧИТАЛСЯ О РАБОТЕ В 2020 ГОДУ
  18. В ОДЕССКОЙ МЭРИИ ПРОШЛА ВСТРЕЧА С ГЛАВОЙ ТОРГОВОЙ ПАЛАТЫ АЛЬБЕРТА-УКРАИНА
  19. Информация про г. Одессу на сайте Верховного Совета Украины
  20. Трансграничное диагностическое исследование бассейна реки Днестр. Дата обращения: 30 апрель 2007. Архивировано из оригинала 17 июль 2007 года. 2007 йылдың 17 июль көнөндә архивланған.
  21. Климат Одессы // Погода и климат
  22. Одесса
  23. Асс-бер аттырасаҡоциация портов Украины и всего Чёрного моря: члены. Архивировано 29 февраль 2012 года. 2012 йылдың 29 февраль көнөндә архивланған.
  24. Ports of Ukraine. Дата обращения: 27 март 2007. Архивировано из оригинала 9 ноябрь 2007 года. 2007 йылдың 9 ноябрь көнөндә архивланған.
  25. Одесса | о городе< 2013 йылдың 24 май көнөндә архивланған. 2013 йылдың 24 май көнөндә архивланған.
  26. Где жить. Фокус представляет рейтинг лучших городов Украины (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 8 февраль 2012. Архивировано 24 август 2013 года.
  27. На строительство взлётной полосы в Одесском аэропорту выделили 1,7 миллиарда // Сайт Сегодня. UA, 30.08.2013.
  28. Генплан развития Одессы: в городе появится новый железнодорожный вокзал, а на Молдаванке построят многоэтажки. Архивировано 21 сентябрь 2013 года. 2013 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған. // Сайт Maisonjomere.com 2013 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған., 06.05.2013.
  29. Одесский и Феодосийский порты будут специализироваться также на перевалке нефти и нефтепродуктов — стратегия развития // Сайт Интерфакс-Украина, 12.08.2013.
  30. Башҡорт энциклопедияһы — Штейнберг Эмануил Соломонович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2019)
  31. Башҡорт энциклопедияһы — Шәрәфетдинов Рим Әмир улы(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]