Бөйөк Литва кенәзлеге

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тарихи дәүләт
Бөйөк Литва кенәзлеге
лит. Lietuva
Флаг «Погоня» гербы
Флаг «Погоня» гербы
Гимн: Богородица[d][1]
LihuanianHistory.ru.svg
XIII быуат уртаһы — 1795
Баш ҡала Вильна
Телдәр көнбайыш урыҫ, латин, поляк
Рәсми тел Латин теле, поляк теле и западнорусский язык[d]
Дин мәжүселек, православие, католицизм (1385 йылдан дәүләт дине), ислам, иудаизм, протестантизм, униатлыҡ
Аҡса берәмеге литовская гривна[d], грош[d] и Поляк злотыйы[d]
Майҙаны
  • 200 000 км² (1260)
  • 930 000 км² (1430)
  • 320 000 км² (1572)
  • 250 000 км² (1791)
  • 132 000 км² (1793)
Халҡы
  • 4 840 000 чел. (1770)
Идара итеү формаһы Монархия
Тарихы
 • 14 август 1385 Польша короллегенең шәжси унияһы
 • 1 июль 1569 Польша короллеге менән Речь Посполитая конфедерацияһы төҙөй
 • октябрь 1795 Бөтөрөлә, Рәсәй империяһы һәм Пруссия составына керә
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Бөйөк Литва кенәзлеге — Көнбайыш Двина менән Висла йылғалары араһында Литва ҡәбиләләре йәшәгән. Улар игенселек һәм һунарсылыҡ менән шөгөлләнгән. XII быуат аҙағында — XIII быуат башында уларҙа феодаль мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән, ләкин тәүтормош-община ҡоролошоноң; тәртиптәре лә әлегә көслө булған. Немец рыцарҙарының ябырылыу ҡурҡынысы һәм уларҙан һаҡланыу кәрәклеге литва ҡәбиләләренең Бөйөк Литва кенәзлегенә берләшеүен тиҙләткән. Литва дәүләте. XIII быуат урталарында барлыҡҡа килгән, ә XIV быуаттың тәүге яртыһында кенәз Гедимин осоронда ул байтаҡҡа киңәйгән. Рустың көсһөҙләнеүенән файҙаланып, литва феодалдары элекке Киев дәуләтенен, көнбайышындағы һәм көньяғындағы ерҙәрен баҫып алған.

Украин һәм белорус халыҡтары барлыҡҡа килгән һәм уҫә барған ерҙәр, шулай уҡ Смоленск менән бергә Көнбайыш Русь Бөйөк Литва кенәзлеге власы аҫтында тороп ҡалган. Көнбайыш Русь, Украина һәм Белоруссия ерҙәре Литва дәүләтенең уҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Бөйөк Литва кенәзлегендә урыҫ теле дәүләт теле һаналған, шулай уҡ закондарың да күп өлөшө Боронғо Рустағы закондар булған. Ләкин литва феодалдары урыҫ, белорус һәм украин ерҙәренең үҙ аллылығын бөтөрөргә тырышҡандар. Тора-бара был ерҙәрҙәге электән үк йәшәп килгән кенәзлектәр бөтөрөлгән, улар менән хәҙер Литва наместниктары идара итә башлаған. Бында католиктар православие сиркәүенә ҡарағанда өҫтөнлөк менән файҙаланған. Хатта украин һәм белорус феодалдары ла литва феодалдарына (шляхтаға) ҡараганда түбәнерәк кимәлдә булған. Юғары феодаль аҡһөйәктәрҙән совет — рада төҙөлгән, ул Бөйөк Литва кенәзенең власын сикләп торған. Шулай уҡ шляхта ваҡыт-ваҡыт съездарға — сеймдарға йыйылған.

XIV быуат аҙағында Бөйөк Литва кенәзлеге һәм уның күршеләре

XIV—XV быуаттарҙа Литвала эре феодаль ер биләүселек урынлашҡан, крепостнойлыҡ мөнәсәбәттәре уҫеш алган. Крәҫтиәндәр оброк түләргә тейеш булғандар һәм барщинала эшләгәндәр. Феодалдар үҙ крәҫтиәндәрен уҙҙәре хөкөм итеү хоҡуғына эйә булған. Вильнюс, Каунас, Тракай ҡалалары һөнәрселек менән сауҙаның эре үҙәктәренә әүерелгән. Литва сауҙагәрҙәре урыҫ ерҙәре менән һәр ваҡыт бәйләнештә булған.