Дин
Дин — донъяны төшөнөү-аңлауҙың айырым бер формаһы, ул ғәҙәттән тыш көскә ышаныуҙан ғибәрәт һәм үҙ эсенә әхлаҡи нормаларҙы, тәртип-низамды, йолаларҙы һәм кешеләрҙең айырым ойошмаларға тупланыуын ала (сиркәү, мәхәллә).[1].
Хронологик яҡтан ҡарағанда, иң беренсе боронғо йәһүдтәр дине барлыҡҡа килгән. Ул б.э.т. 11 быуат элегерәк барлыҡҡа килә. Унан ҡала — Буддизм (б.э.т. VI— V быуаттар), өсөнсөһө — христианлыҡ (б.э. I быуат), дүртенсеһе — ислам (б.э. VII быуат). Был диндәр барыһы ла тиерлек изге яҙмалар рәүешендә (Тәүрат, Талмуд, Инжил, Ҡөрьән) формалашалар. Барыһына ла билдәле системалылыҡ, структура хас. Мәҫәлән, Библия Инжил (Верхий Завет) һәм Тәүраттан (Новый Завет) тора. Беренсеһен (иудаизм) 39 китап тәшкил итә. Барлыҡ Евангелие (христиан дине) 39 китаптан төҙөлгән, тағы 27 бүлекте үҙ эсенә ала. Ҡөрьән 114 сүрәнән ғибәрәт, һәр сүрә билдәле һандағы һәм төрлө мәғәнәләге аяттарҙы туплаған. Бөтө донъяға таралған диндәрҙең бүлексәләре, ҡаршылыҡтары булһа ла, үҙ-ара бәйләнештә ижад ителгәндәр, шунлыҡтан уларҙың системалары уртаҡ тип һанарға була. Бөтә донъяға таралған диндәр фәҡәт «саф дини» хөкөмдәргә генә ҡайтып ҡалмай. Уларҙа тейешле урындарҙа айырым контекстар рәүешендә төрлө фәлсәфи, әхлаҡи, сәйәси, хоҡуҡи һ. б. шундай принциптар, нормалар тәғбир ителгән. Ғөмүмән алғанда, традицион диндәр, мифология кеүек үк, милли мәҙәниәттәрҙең элементы булып тора. Дин социаль күренеш булып ҡала.
Диндең икенсе төрлө билдәләмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ижтимағи аңдың бер формаһы; табыныу объекты булып торған ғәҙәттән тыш көстәр һәм йән эйәләренә (илаһтар, рухтарға) ышаныуға нигеҙләнгән рухи күҙаллауҙар тупланышы [2].
- ойошҡан рәүештә юғары көстәргә ышаныу. Дин ғәҙәттән тыш көстәргә инаныуҙан ғына тормай, ул был көстәргә айырым мөнәсәбәттәрҙе лә билдәләй: ул бар, тимәк, уға ынтылышты күрһәткән ихтыяр эшмәкәрлеге лә булырға тейеш.[3].
- Инаныс мистика менән дә бәйле булыуы ихтимал.[4]
Дин өсөн изгелек һәм яуызлыҡ, әхлаҡ, тормош маҡсаты һәм мәғәнәһе кеүек төшөнсәләр бик мөһим булып тора.[5]
Күпселек донъя диндәренең нигеҙҙәре, диндарҙарҙың инаныуы буйынса, Аллаһ тарафынан йәки илаһтарҙан иңдерелгән, йәки диндә юғары баҫҡыстарға күтәрелгән изгеләр, тәҡүәләр тарафынан яҙылған тип һанала[6].
Күпселек дини берлектәрҙә руханиҙар ҙур әһәмиәткә эйә[7][8]. .
Дин һүҙенең этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дин (лат. religio) һүҙенең килеп сығышын борон бер нисә йәһәттән сығып ҡарағандар. Б.э.т. I быуатта йәшәгән оратор, яҙыусы һәм сәйәсмән Цицерон латинса relegere (ҡабаттан йыйылыу, тикшереү, айырым осраҡҡа ҡалдырыу), тигәндән алынған, айырым иғтибарға, инаныуға, табыныуға лайыҡ тигәнде белдерә тип һанаған[9]. Цицерон динде Юғары көстәргә инаныу, табыныу тип ҡабул иткән[10][9][11][12]..
Көнбайыштың нәсрани ораторы һәм яҙыусыһы Лактанций «религия» һүҙе латин ҡылымы Religare (бәйләү) тигәндән алынған тип иҫәпләгән, шуға динде кеше менән Юғары көс араһындағы бәйләнеш тип билдәләгән[9][11][12][12].
Хәҙерге ғилми тикшеренеүселәр йышыраҡ «религия» һүҙе Religare ҡылымынан килеп сыҡҡан тип һанаусан[11][13].
Дин структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Социология дин структураһында ошондай компоненттарҙы билдәләй:
- дини аң, ул ябай инаныс (шәхси) йәки концептуаль (Аллаһ тураһында тәғлимәт, йәшәү рәүеше нормалары һ.б.) булыуы мөмкин
- дини эшмәкәрлек, ул ғибәҙәткә бәйле йәки бәйһеҙ булыуы мөмкин
- дини мөнәсәбәттәр (ғибәҙәтле, ғибәҙәтһеҙ),
- дини ойошмалар.
Дин төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәжүсилек (күп илаһлылыҡ) — политеизм. Бер Аллалыҡ) - (монотеизм) (йәһүди, нәсрани, ислам, сикһ һ.б.)
Пантеизм — Ғаләм (тәбиғәт) һәм Аллаһ бер үк көстәр, тигән инаныс.
Аллаһҡа табынмаған диндәр ҙә бар (абстракт идеалға инаныс) - конфуцийсылыҡ, буддасылыҡ, джанисылыҡ
Дин һәм йәмғиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҡәләлә ҡарала:
- Дин һәм фән
- Дин һәм енәйәтселек
- Дин һәм сәләмәтлек
- Дин һәм социаль уңыш
- Дин һәм сәйәсәт
- Дин һәм әхлаҡ
Дин һәм донъялағы инаныстар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ибраһими диндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ибраһим пәйғәмбәр йәһүҙилектә, нәсраниҙарҙа һәм Исламда инаныстарға нигеҙ һалыусы тип һанала.
Йәһүҙилек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәһүҙилек б.э.т. ХIХ быуаттарҙа Мысыр һәм Фәләстан ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ул беренсе булып монотеизм, йәғни бер Аллаға табыныуҙы дөрөҫ тип иғлан иткән. Йәһүҙилек — милләт тә, дин дә булып тора.
Нәсранилыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәләстандә б.э. беренсе быуатында башта йәһүҙиҙәр араһында барлыҡҡа килә. Шунан инде башҡа халыҡтар араһында таралып китә. Бында милләт айырыу юҡ.
Ислам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ислам б.э.VII быуатта мәжүсилектә йәшәгән Ғәрәп ярымутрауында барлыҡҡа килгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Елена Казарина Дин — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Толковый словарь русского языка (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- ↑ Энциклопедический словарь. Издатели: Ф. А. Брокгауз, И. А. Ефрон. Т. 26А. — СПб., 1899. — С. 539—544. Трубецкой, Сергей Николаевич Религия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Забияко А.П. Религия // Энциклопедия религий. – М.: Академический проект, 2008. – С. 1069.
- ↑ Кураев А.В., протодиакон, к.ф.н. Уроки сектоведения. — Санкт-Петербург: Формика, 2002. — 448 с. — ISBN 5-7754-0039-9.
- ↑ Баев, 2011
- ↑ Г. Д. Левин. Материализм // Энциклопедия эпистемологии и философии науки / Составление и общая редакция. И. Т. Касавин. — Москва: «Канон+» РООИ «Реабилитация», 2009. — С. 472--473. — 1248 с. — 800 экз. — ISBN 978-5-88373-089-3.
- ↑ Левада-Центр/Пресс-выпуски/В России 74 % православных и 7 % мусульман 2015 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Элбакян, 2001, с. 488
- ↑ Цицерон, 1985, с. 60-61
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Жуковский, Копцева, Пивоваров, 2006, с. 8
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Осипов А. И. Путь разума в поисках истины. — М.: Издание Сретенского монастыря, 2002.
- ↑ Religion . Online Etymology Dictionary. Архивировано 27 май 2012 года.