Ҡөрьән

Ҡөрьән (Ҡөрьән-Кәрим, Ҡөрьән-Шәриф; ғәр. الْقُرآن‎; [qurˈʔaːn] йәки القرآن الكريم; рус. Кора́н, аль-К̣ур’а̄н, Священный Коран, Благородный Коран, Досточтимый Коран) — мосолмандарҙың ғәрәп телендә яҙылған Изге китабы. «Ҡөрьән» һүҙе ғәрәп телендәге الىىرنن — ҡысҡырып уҡыу, өгөт-нәсихәт (Ҡөрьән) һүҙенән алынған(Коран, 75:16-18)[1][2]. Ислам тәғлимәтенә ярашлы, Ҡөрьән Мөхәммәт пәйғәмбәргә тапшырылған[3] һәм Алла һүҙе, кешелек өсөн Һуңғы Васыят булып иҫәпләнә[4].

Ҡөрьәндең хәҙерге редакцияһы Әбү Бәкер Әс-Сиддик һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб бойороғо буйынса VII быуатта Зәйет ибн Сабит етәкселегендәге махсус коллегия тарафынан тикшерелгән һәм өсөнсө хәлиф Усман осоронда берҙән-бер дөрөҫ версия булараҡ раҫланған яҙмалар йыйылмаһы тип һанала[5]. Мосолман традицияһы буйынса, был каноник версия Пәйғәмбәрҙең шул ваҡытта иҫән ҡалған сәхәбәләренең Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе Ҡөрьәнде тап ошо рәүешлеһен уҡыған һәм тап уны әйтеп яҙҙырған тигән берҙәм фекеренә ярашлы раҫланған тип иҫәпләнә. Ҡөрьәндең яҙылышы һәм уны уҡыу ҙа, шулай уҡ уның теле — әҙәби (классик) ғәрәп теле лә дөрөҫ һаҡланған[6][7][8][9][10][11].

Ҡөрьән Ябраил фәрештә аша 23 йылға яҡын (анығырағы 22: 610 йылдан 632 йылға тиклем) ваҡыт арауығында тапшырыла. Мөхәммәт уның беренсе асылышын ҡырҡ йәшендә, Ҡәҙер кисендә (Рамаҙан айы) ала. Ҡөрьәнде Мөхәммәттең һүҙҙәренән уның сәхәбәләре яҙып алған.

Мосолман һәм мосолман булмаған ғалимдарҙың бик күп тикшеренеүҙәре Ҡөрьәнгә арналған. Мосолман донъяһында Йәлил әд-дин әс-Суйутиҙың «Ҡөрьән фәндәрендә камиллыҡ» яҙмаһы дөйөмләштереүсе хеҙмәттәрҙең береһе тип танылған[12].

Ислам илдәрендә Ҡөрьән, Сөннәт — Мөхәммәттең хәҙистәрҙә бирелгән һүҙҙәре һәм эштәре — менән бергә дини, гражданлыҡ һәм енәйәт ҡануниәтенең нигеҙе булып тора.

Мосолман ғалим-теологтары тарафынан Ҡөрьәнгә бик күп тәфсирҙәр (аңлатыу комментарийҙары) яҙылған.

undefined
undefined
Рукопись Корана, 1510, Иран

Этимологияһы

Атаманың килеп сығышы тураһында бер нисә фекер бар. Дөйөм ҡабул ителгән фараз буйынса, ул qaraʾa (قرأ), «кара’а» («уҡырға, уҡыу») ҡылымынан яһалған[2]. Шулай уҡ «кериан» («изге тексты уҡыу», «өгөт-нәсихәт») һүҙенән килеп сығыуы ла ихтимал[13].

Ҡөрьәндә һуңғы асылыштың төрлө исемдәре ҡулланыла, шуларҙың иң таралғандары:

  • Фурҡан (Айырыу: яҡшылыҡ менән яуызлыҡты, хәҡиҡәт менән ялғанды, рөхсәт ителгәнде һәм тыйылғанды) (Ҡөрьән, 25:1)
  • Китап (Ҡөрьән, 18: 1)
  • Зикр (Иҫкәртеү)(Ҡөрьән, 15: 1)
  • Тәнзил (Ҡөрьән, 26:192)
  • Нур (Яҡтылыҡ) (Ҡөрьән, 24)

Ҡөрьәндең айырым экземплярын (рус.)баш. мөсхәф тип атайҙар (шуға ярашлы Ҡөрьән һүҙе уның йөкмәткеһен аңлата).

Исламда әһәмиәте

Ислам догматикаһына ярашлы, Ҡөрьән — ул:

  • кешелек өсөн илаһи күрһәтмә, Аллаһ тарафынан бирелгән һуңғы Изге Китап[2];
  • уйлап сығарылмаған һәм Аллаһтың мәңгелек һүҙе[13], пәйғәмбәрлектең шаһиты һәм бөтә элекке Изге яҙмаларҙың дөрөҫлөгөн раҫлаған, улар иғлан иткән ҡанундарҙы юҡҡа сығарған һәм һуңғы һәм иң камил күк ҡануниәтен раҫлаған һуңғы асыш[1][2] (әйткәндәй, ислам тарихында Ҡөрьәндең барлыҡҡа килтерелеүе/килтерелмәүе мәсьәләләре буйынса етди дини бәхәстәр була[14]);
  • Мөхәммәттең пәйғәмбәрлек миссияһының дәлилдәренең береһе булған мөғжизә, илаһи юлламалар серияһының кульминацияһы. Илаһи юлламалар Әҙәмдән башлана, Ибраһим төргәктәрен, Тәүрат, Зәбур һәм Инжилды үҙ эсенә ала[2].

Йөкмәткеһе

undefined

Ҡөрьәндә дин тәғлимәтенең төп принциптары һәм идеялары бар, улар, мосолмандар фекеренсә, Мөхәммәткә Жәбрәил фәрештә аша Аллаһтың үҙе тарафынан тапшырылған. Был китапта иудаизм һәм христианлыҡ менән күп кенә оҡшашлыҡтар бар. Ислам дин белгестәре быны Аллаһ үҙенең васыяттарын алдараҡ Мусаға һәм Ғайсаға тапшырған тип аңлата, әммә ваҡыт үтеү менән улар иҫкерә йәки үҙгәрә башлай, һәм бары тик Мөхәммәт кенә диндарҙарға ысын иманды еткерә[16].

Ҡөрьән 114 бүлектән (сүрәнән) тора. Тәүге сүрәләр тотош трактаттар (рус.)баш. булһа, һуңғылары иһә бер нисә юл ғына биләй. Сүрәләрҙең йөкмәткеһе бик күп төрлө — бында мосолман хоҡуғы нигеҙҙәре менән бергә Мәккә һәм Мәҙинәнең ҡаршы тороу осорондағы реаль тарихи ваҡиғалар тасуирлана.

Тикшеренеүселәр сүрәләрҙе ике төркөмгә: Мәккә һәм Мәҙинә сүрәләренә бүлә. Беренсе төркөм Мөхәммәттең пәйғәмбәр юлын яңы башлаған осорға, ә икенсе төркөм пәйғәмбәр киң танылыу һәм хөрмәт алған ваҡытҡа ҡарай. Мәҙинә сүрәләренең һуңғыраҡтары Ҡиәмәт көнө һәм башҡалар тураһында дини уйланыуҙарға иғтибарҙы кәметә һәм тәртип ҡағиҙәләренә, тарихи ваҡиғаларҙы баһалауға һәм башҡа ошондайыраҡ нәсихәттәргә күберәк иғтибар бирә[2][16].

Ҡөрьәндең камил булмауына һәм дөрөҫлөккә тап килмәүенә ышанған динһеҙҙәргә Изге яҙмала ҡапма-ҡаршылыҡтар табырға тәҡдим ителә. Һуңыраҡ Ҡөрьәнгә өҫтәлмә булып, пәйғәмбәрҙең тормошо тураһында һөйләгән риүәйәттәр, хәҙистәр барлыҡҡа килә. Мөхәммәт үлгәндән һуң уның эйәрсендәре хәҙистәрҙе йыя башлай һәм туғыҙынсы быуатта «Сөннәт» атамаһын алған алты йыйынтыҡ төҙөй[16].

Ҡөрьән тексының дүрттән бер өлөшө төрлө пәйғәмбәрҙәрҙең тормошон һүрәтләй, уларҙың күпселек өлөшө изге яҙмаларға тап килә. Пәйғәмбәрҙәр иҫәбенә Иҫке Ғәһед патриархтары Әҙәм, Нух, шулай уҡ Дауыт менән Сөләймән батшалар һәм башҡалар инә. Ҡөрьәндә шулай уҡ изге яҙмала булмаған батшалар һәм тәҡүәлеләр (Лоҡман, Зөлҡәрнәй һ.б.) телгә алына. Пәйғәмбәрҙәр исемлегендә һуңғы булып Мөхәммәт үҙе килә һәм унан һуң башҡа пәйғәмбәрҙәр булмаясаҡ тип раҫлана[16].

undefined

Либераль ғалимдар фекеренсә, Гилгәмеш тарихындағы туфан тураһындағы миф вавилондарҙан алынған, Тәүратта һәм Ҡөрьәндә яңыса аңлатылған[17][18][19].

Ҡөрьәндең структураһы

Ҡөрьәндә төрлө оҙонлоҡтағы 114 сүрә (бүлек) иҫәпләнә (3-тән 286-ға тиклем аят, 15-тән 6144-кә тиклем һүҙ)[1]. Бөтә сүрәләр аяттарға (шиғырҙарға) бүленгән. Төрлө иҫәпләүҙәр буйынса Ҡөрьәндә 6204—6236 аят[1][20] һәм 320 меңдән ашыу хәреф (бында уның ғәрәп телендәге тексы ҡарала) бар. Аҙна дауамында уҡыу уңайлы булһын өсөн Ҡөрьән ете тигеҙ өлөшкә (манзилдәргә) бүленә, ә инде уны 30 өлөшкә (джуз) бүлеү Ҡөрьәнде бер ай эсендә тигеҙ уҡырға мөмкинлек бирә.

Мосолман традицияһына ярашлы, сүрәләр һижрәгә тиклем (Мәҙинәгә күсеп килгәнсе) йәки был ҡалаға юлда булғанда Мөхәммәткә ебәрелгән Мәккә сүрәләренә һәм уға Мәҙинәлә булғанда йә һижрәнән һуң ниндәйҙер сәйәхәте ваҡытында ебәрелгән Мәҙинә сүрәләренә бүленә.

Мосолмандар Ҡөрьәндең йөкмәткеһе үҙгәртелә алмай тип иҫәпләй, сөнки Аллаһы тәғәлә уны Ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡларға вәғәҙә иткән (Ҡөрьән, 15: 9) :

« Ысынлап та, Беҙ Иҫкәртеү ебәрҙек, һәм Беҙ уны һаҡлайбыҙ »

Ҡөрьәндең туғыҙынсыһынан башҡа бөтә сүрәләре: Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ Исеме менән тигән һүҙҙәр менән башлана. Ҡөрьәндең беренсе сүрәһендә был һүҙҙәр тексҡа беренсе аят итеп индерелгән[1].

Ҡайһы бер осраҡтарҙан тыш, сүрәләр Ҡөрьәндә хронологик (рус.)баш. рәүештә түгел, ә уларҙың ҙурлығына ҡарап урынлаштырылған: башта оҙон сүрәләр, һуңынан әкренләп шиғырҙар һаны кәмегән сүрәләр килә[1][21].

Ҡөрьәндең иң мөһим сүрәләре һәм аяттары

  • 1-се сүрә. Иң билдәле «Әл-Фатиха» («Китап Асыусы») сүрәһе, шулай уҡ «Ҡөрьәндең Әсәһе» тип тә атала, мосолмандар тарафынан көндәлек биш мотлаҡ намаҙҙың һәр береһендә бер нисә тапҡыр уҡыла[22].
  • 36-сы сүрә. «Йа Син» сүрәһе. Ислам тәғлимәтендә был сүрә «Ҡөрьән йөрәге» булып һанала[23].
  • 112-се сүрә. Бик ҡыҫҡа «Әл-Ихлас» сүрәһе Исламдың үҙенсәлекле «иман символы» тип йөрөтөлә. Уның исеме «Ихласлыҡ» тигәнде аңлата[24].
  • 2-се сүрә, 255-се Аят әл-Күрси аяты (Тәхет Аяты) тип атала. Аллаһтың үҙе яратҡан бөтә нәмә өҫтөнән хакимлыҡ итеүе тураһында иң сағыу һүҙҙәрҙең береһе. Мөхәммәттең әйтеүенсә, тап ошо аят Ҡөрьәндә тәүге урында тора[25][26].
  • 24-се сүрә, 35-се аят, «Ән-Нур» — Аллаһтың Ер һәм күктең нуры булыуын һүрәтләгән шиғыр[27].

Ҡөрьән тарихы

undefined

Ислам традицияһына ярашлы, Ҡөрьән донъяға Аллаһтан Хира мәмерйәһендә Ҡәҙер кисендә тулыһынса төшөрөлгән тип иҫәпләнә, әммә Жәбрәил фәрештә уны пәйғәмбәргә 23 йыл дауамында (Ҡөрьән, 17:106) Григориан календары буйынса 610 һәм 632 йылдар араһында өлөшләп тапшыра(Коран, 17:106)[28].

Үҙенең эшмәкәрлеге дауамында Мөхәммәт бик күп вәғәз һөйләй. Аллаһ исеменән мөрәжәғәт иткәндә, ул боронғо заманда оракулдарҙың традицион телмәр формаһы булған рифмалы (рус.)баш. прозаны ҡуллана. Пәйғәмбәрҙең Аллаһ исеменән әйткән һүҙҙәре Ҡөрьәнгә йыйыла, ә ҡалғандары хәҙистәр булып йыйыла. Мөхәммәт үҙе уҡый ҙа, яҙа ла белмәгәнлектән, секретаренә һөйләгәнен ҡағыҙ киҫәктәренә, һөйәктәргә яҙырға ҡуша. Әммә уның һөйләгәндәре яҙмаларҙа түгел, ә хәтерҙә риүәйәт булып һаҡланып ҡала. Һөҙөмтәлә һөйләгәндәрҙән 114 сүрә һәм 30 жүз килеп сыға. Уларҙың урынлашыу тәртибе ирекле булғанлыҡтан, тәнҡитселәргә хронологияны асыҡлау ауыр. Шуға ҡарамаҫтан, сүрәләрҙе ваҡыт буйынса айырыуҙың бер нисә ысулы бар. Мәҫәлән, бер ышаныслы риүәйәт сүрәләрҙе Мәккә һәм Мәҙинә сүрәләренә бүлә. Әммә был ысул бар сүрәләргә лә тура килмәй, сөнки уларҙың бер өлөшө төрлө осорҙа һөйләнгәндәрҙән тора[29].

Пәйғәмбәр тере саҡта Ҡөрьәнгә ихтыяж булмай — һәр төрлө аңлайышһыҙ һорауҙарҙы Мөхәммәт үҙе аңлата. Уның вафатынан һуң тиҙ таралған исламға Пәйғәмбәр исеме менән нығытылған яҙма ҡанун кәрәк була. Ошоноң менән бәйле Әбү Бәкер һәм Ғүмәр Пәйғәмбәрҙең элекке секретары Зәйет ибн Сабитҡа Пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренең булған яҙмаларының тәүге йыйынтығын төҙөргә ҡуша. Зәйет был эште тиҙ арала тамамлай һәм Ҡөрьәндең башланғыс вариантын тәҡдим итә. Уның менән бер рәттән башҡа кешеләр ҙә шул уҡ эш менән мәшғүл була. Ошоноң арҡаһында Аллаһ әмерҙәренең тағы ла дүрт йыйынтығы барлыҡҡа килә. Зәйеткә уларҙың бишеһен дә бергә туплау йөкмәтелә, һәм был эш тамамланғас, тәүге варианттар юҡ ителә. Зәйеттең эш һөҙөмтәһе Ҡөрьәндең каноник версияһы тип таныла. Легенда буйынса, был версияны хәлиф Усман үҙе уҡырға ярата, һәм халыҡ тарафынан үлтерелгән мәлдә лә тап уны уҡыған була. Ҡөрьәндең боронғо ҡулъяҙмаларында хатта хәлифтең ҡаны ҡалған тип тә раҫлана[16].

Мөхәммәт үлгәндән һуң тәүге тиҫтә йылдарҙа уҡ ислам динен тотоусылар араһында аңлашылмаусанлыҡтар асыҡлана. Улар тәүге йүнәлештәргә һәм секталарға — сөнниҙәр, хәрижиҙәр һәм шиғыйҙарға бүленә башлай. Улар араһында каноник Ҡөрьәнгә ҡарата мөнәсәбәт төрлөсә була. Сөнниҙәр Зәйет тексын бер һүҙһеҙ таный. Пуритан ҡараштарында торған хариджиттар ағалары тарафынан Мысырға ҡоллоҡҡа һатылған Йософ (библ. — Иосиф) тураһында һөйләнгән ун икенсе сүрәгә ҡаршы сыға. Хариджиттар фекеренсә, сура Мысыр аҡһөйәгенең ҡатыны Йософто әүрәтергә маташыуын артыҡ иркен һүрәтләй. Шиғыйҙар иһә Ҡөрьәндән Әли һәм уға ҡарата Пәйғәмбәрҙең мөнәсәбәте тураһында һөйләгән бөтә урындар Ғосмандың бойороғо буйынса алып ташланған тип иҫәпләй. Шуға ҡарамаҫтан, ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙең барыһы ла Зәйдтең версияһын ҡулланырға мәжбүр була[16].

Исеменән күренеүенсә, Ҡөрьән ҡысҡырып уҡыу өсөн тәғәйенләнгән. Ваҡыт үтеү менән уҡыу тотош сәнғәткә әйләнә — Ҡөрьәнде синагогала Тораны уҡыған кеүек, речитатив формала йәки йырлап уҡырға кәрәк була. Шулай уҡ һәр кемдең текстың байтаҡ өлөшөн яттан белеүе мотлаҡ һанала. Элек тә, хәҙер ҙә Ҡөрьәнде яттан белгән кешеләр бар, уларҙы хафиздар тип атайҙар. Ошоноң арҡаһында Ҡөрьән йәмәғәт мәғарифында мөһим роль уйнай, урыны менән берҙән-бер уҡыу материалы булып иҫәпләнә. Телде уҡытыу уға нигеҙләнгәнлектән, ислам менән бергә ғәрәп теле лә тарала. Ислам менән бәйле бөтә әҙәбиәт, теленә ҡарамай, Ҡөрьәнгә һылтанмалар менән тулы[29].

Шул уҡ ваҡытта Ҡөрьән тексының ваҡыт үтеү менән үҙгәргәненә бер нисә дәлил бар. Ҡөрьән палеографияһын немец тикшеренеүсеһе Герд Р. Пуин, Сананан палимпсест Ҡөрьән тексының үҙгәреүен күрһәтә, тип иҫәпләй[30] Яҡын Көнсығышты тикшергән Британия тарихсыһы Лоуренс Конрад Мөхәммәттең тәүҙәге биографияларына ҡарата шундай уҡ фекерен белдерә; уның һүҙҙәренсә, Мөхәммәттең тыуған көнөнә ҡарата исламдағы ҡараштар б. э. VIII быуатына тиклем 85 йыл дауамында айырыла[31].

Ҡөрьән һәм фән

undefined

Мосолман дин белгестәре әйтеүенсә, Ҡөрьән, һис шикһеҙ, фәнни хеҙмәт түгел, әммә унда телгә алынған белемдең төрлө өлкәләре менән бәйле факттар Ҡөрьәндең фәнни потенциалы кешелектең Ҡөрьән барлыҡҡа килгән мәлдә өлгәшкән белем кимәленән күп тапҡырға юғарыраҡ булыуын күрһәтә[32].

Был конкордизм (донъяның килеп сығышы тураһындағы дини текстарҙы заманса фәнни асыштар менән яраҡлаштырыу) донъяның килеп сығыуы тураһындағы Ҡөрьәндә һөйләнелгәндәрҙе хәҙерге фән мәғлүмәттәренә яраштырырға ынтыла. Был концепцияны (рус.)баш. яҡлаусылар ҡайһы бер, йыш ҡына шиғри һәм уларға яҡын текстар аша плиталар тектоникаһын, яҡтылыҡ тиҙлеген һ.б. «күрәҙәләп әйтә». Әммә был шиғырҙарҙың күбеһе Ҡөрьән ижад ителгән ваҡытта уҡ билдәле булып күҙәтелгән факттарҙы йәки киң таралған теорияларҙы (мәҫәлән, Гален теорияһын) шулай уҡ тасуирлай ала.

Төрөк публицисы Аднан Октар (Харун Яхья псевдонимы менән нығыраҡ билдәле) Ҡөрьән конкордизмын иң популяр яҡлаусы булып һанала. Үҙенең китаптарында ул эволюция теорияһын ҡырҡа кире ҡаға, был ҡараштары донъяуи һәм мосолман ғалимдары тарафынан тәнҡитләнһә лә, креационизм позицияһында ҡала килә[33].

Хәҙерге ислам донъяһында Ҡөрьән күп фәнни теорияларҙы һәм асыштарҙы алдан әйткән тигән ышаныу киң таралған[34]. Мосолман вәғәзсеһе Иҙрис Ғәләүетдин үҙенең бер китабында, сираттағы асыш яһағандан һәм уның 15 быуат элек үк Ҡөрьәндә сағылыш тапҡанын күргәндән һуң, ислам динен ҡабул иткән хәҙерге ғалимдарҙың исемдәрен һанап сыға[35]. Шуларҙың береһе француз гастроэнтеролог-табибы һәм яҙыусыһы Морис Бюкай. Әммә бындай исемлектәрҙе тәнҡит күҙлегенән ҡабул итергә кәрәк: йыш телгә алыныуына ҡарамаҫтан, М. Бюкай, мәҫәлән Франция Медицина академияһы ағзаһы булмаған. Башҡа исемлектәрҙә шулай уҡ Жак-Ив Кусто ла бар, әммә уның мосолманлыҡты ҡабул итеүен кире ҡағыуҙы уның фонды 1991 йылда уҡ баҫтырып сығара[36].

Ҡөрьәнде өйрәнеү

Ҡөрьән хикәйәләре сығанаҡтары

Ислам буйынса, Ҡөрьәндең сығанағы — бары тик Аллаһы тәғәлә генә. Был турала изге китаптың күп кенә сүрәләрендә әйтелә: «Беҙ Ҡөрьәнде Ҡөҙрәт төнөндә иңдерҙек» (Ҡөрьән, 97:1), «Әгәр кешеләр һәм ендәр был Ҡөрьәнгә оҡшашты яһарға йыйынһа, уларҙың ҡайһы берҙәре башҡаларына ярҙамсы булһа ла, улар быны эшләмәҫ ине» (Ҡөрьән, 17:88).

Мосолмандар Аллаһы Тәғәләнең Мөхәммәткә Ҡөрьәнде тәүге илаһи китаптар — Тораға һәм Инжилгә кешеләр тарафынан индерелгән боҙоуҙарҙы төҙәтеү өсөн биргәненә һәм Ҡөрьәндә Илаһи закондың һуңғы версияһы булыуына ышана. Әммә күп кенә тикшеренеүселәр был өлкәлә таралған мифтар һәм телдән-телгә күскән Агада араһында параллелдәр таба. Мәҫәлән, тере ҡоштар (апокрифтарҙағы Ғайса мөғжизәһе) — «Минең рөхсәтем менән һин балсыҡтан ҡош һындарын яһап, уларға өрҙөң, һәм минең рөхсәтем менән улар ҡоштарға әйләнде.» (Ҡөрьән, 5:110). Агадала Ҡөрьәндәге ҡайһы бер хикәйәләрҙең һүҙмә-һүҙ ҡабатланыуын осратырға мөмкин.

undefined

Әҙәби структураһы

Ғәрәп ғалимдары араһында Ҡөрьәнде башҡа ғәрәп әҙәбиәтен баһалау стандарты булараҡ ҡулланыуҙа консенсус бар. Мосолмандар иһә йөкмәткеһе һәм стиле буйынса Ҡөрьәндең аналогы юҡ тип раҫлай.

Ҡөрьән фәндәре

Тәфсир

Ғәйәт ҙур булып киткән хәлифәттә тыуған һорауҙар Ҡөрьәндең йөкмәткеһенә даими комментарий биреү ихтыяжын тыуҙыра. Был процесс «тәфсир» — «аңлатма», «экзегетика» тип атала. Был процесты Мөхәммәт үҙе, ҡапма-ҡаршылыҡлы булып күренгән текстарҙы аңлатыу өсөн, башлап ебәрә. Һуңынан был «нәсх» институтына әүерелә. Ҡөрьәндең ике урыны бер-береһенә ҡаршы килгәнлеге аныҡ билдәле булғанда, нәсх (юҡҡа сығарыу) ҡулланылған. Тексты уҡыуҙың аңлайышһыҙлығын булдырмау өсөн, нәсх сиктәрендә ниндәй текстты дөрөҫ, ә ҡайһыһын иҫкергән тип иҫәпләргә кәрәклеге билдәләнә. Беренсеһе «нәсих», икенсеһе «мәнсух» исемен ала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ҡөрьәндә 225 шундай ҡапма-ҡаршылыҡ бар һәм ҡырҡтан ашыу сүрәнең аяттары һуңынан юҡҡа сығарылған[16].

Нәсх институтынан тыш, тәфсирға текстарға комментарий биреү ҙә инә. Тәү сиратта бындай комментарийҙар бигүк аңлашылмаған йәки Йософ тураһындағы 12-се сүрә кеүек артыҡ фриволь (еңелсә, етди булмаған) урындар өсөн кәрәк. Ул урындарҙың интерпретациялары (рус.)баш. шарттарға ҡарап бирелә. Боронғо дини текстарҙа йыш осрағанса, трактовкаларҙа аллегорияға һылтанмалар ҙур роль уйнай. Бындай тексты һүҙмә-һүҙ аңлатырға ярамай һәм ул тик теге йәки был идеяны күрһәтергә тейеш, тип белдерелә. Бынан тыш, Ҡөрьәнде аңлатҡанда йыш ҡына Сөннә хәҙистәре материалдары ҡулланылған[16].

Ҡөрьәнде аңлатыу тураһындағы тәғлимәт билдәле дин белгесе Мөхәммәт әт-Табари һәм уның быуыны комментаторҙары ибн Әбү Хәтим тырышлығы менән Ҡөрьәнде аңлатыуҙың тәүге осорона йомғаҡ яһалғас, үҙаллы фән өлкәһе булараҡ X быуатта барлыҡҡа килә башлай.

Уларҙан һуң был өлкәлә фундаменталь хеҙмәттәрҙе Ибн Әбү Хәтим, ибн Мәжә, әл-Хәким һәм башҡа комментаторҙар төҙөй.

Ҡираәт

Ғәрәпсә «ҡирәат» («әл-ҡирәат») һүҙе тәржемәлә «уҡыу» тигәнде аңлата һәм «Ҡөрьән уҡыу» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Ҡөрьән уҡыуҙың 10 ысулы иң билдәле булып һанала. Быға яраҡлы ун курра, ҡирәат имамдары түбәндәгеләр:

  1. Нәфиғ әл-Мәҙәни (һижри буйынса 169 йылда вафат була);
  2. Абдулла ибн Касир әл-Макки (һижри буйынса 125 йылда вафат була);
  3. Әбү Амр Ибн Әлә әл-Басри (һижри буйынса 154 йылда вафат була);
  4. Абдулла Ибн Амр Аш-шами (һижри буйынса 118 йылда вафат була);
  5. Әсим ибн Әбү ан-Нәжуд әл-Куфи (һижри буйынса 127 йылда вафат була);
  6. Хәмзә Ибн Хубейб әл-Куфи (һижри буйынса 156 йылда вафат була);
  7. Али Ибн Хәмзә әл-Кисаи әл-Куфи (һижри буйынса 187 йылда вафат була);
  8. Әбү Жәфәр Язид ибн әл-Кака әл-Мәҙәни (һижри буйынса 130 йылда вафат була);
  9. Яҡуп ибн Исхаҡ әл-Хәҙрәми әл-Басри (һижри буйынса 205 йылда вафат була);
  10. Хәләф ибн хишам әл-Басри (һижри буйынса 229 йылда вафат була).

«Манаруль худа» китабында былай тиелә: «Дөрөҫлөк шунда: Мөхәммәткә төрлө ҡәбиләләрҙән кешеләр килгәс, ул Ҡөрьәнде уларҙың диалектында аңлата, йәғни бер, ике йәки өс әлифкә тарта, ҡаты йәки йомшаҡ әйтә». Ете ҡирәат — ғәрәп диалектының (лөғәтенең) ете төрөн сағылдыра.

«Ан-нешр» 1:46 китабында имам Ибн әл-Джазари имам Әбү Аббас Әхмәт б. әл-Мәғҙәниҙән килтереп былай ти: «Башлыса ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр имамдарға ярашлы уҡый: Нәфи, Ибни Касир, Әбү Әмр, Асым, Ибни Әмир, Хәмзә һәм Кисаи. Артабан кешеләр бер ҡирәат менән ҡәнәғәтләнә башлай, хатта башҡа ҡирәатта уҡыусыларҙы ғәйепле тип һанай, ә ҡайһы берҙә такфир ҙа итәләр (ышанмауҙа ғәйепләйҙәр). Әммә Ибни Мөжәһит ете курра фекерен тота һәм башҡа ҡирәаттәрҙең әһәмиәтен һәм нигеҙлелеген башҡаларға еткерә. Беҙ белгән ете ҡирәатҡә өҫтәлмә тағы ниндәйҙер ҡирәат телгә алынған бер генә хеҙмәт тә беҙгә билдәле түгел, һәм тап шуның өсөн беҙ — ете ҡирәат тип әйтәбеҙ».

Ун курраның һәр береһенең үҙ уҡыу төрөнөң Аллаһтың Рәсүленә барып етеүе тураһында ышаныслы дәлиле бар. Ошо ете ышаныслы ҡирәат:

  1. Хафс: Әбү Ғүмәр б. Сөләймән б. әл-Мөғире әл-Асади әл-Бағдади әл-Ғадири әл-Баззар әл-Куфи. Һижри буйынса 90 йылда тыуған, 180 йылда вафат булған. Хафс ҡирәаттең алтын сылбыры: Әбү Ғүмәр алған: Әсим б. Әби ан-Нәжудтан, ул Абдуррахман б. Хубайб әс-Сулемиҙан, ул Зыра б. Хубайш әл-Асадтан, ул Усман б. Аффандан, ул Али б. Әбү Талибтан, ул Абдуллаһ б. Мәсүдтән, ул Убейа б. Ҡәғбәнән, ул Зәйд б. Сабиттан, ул Аллаһ илсеһенән (Салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), ул Жәбрәилдән (Әлейхис Сәлләм), ул — Әл-ләүх әл-Мәхфүздән алған.
  2. Әсим: Әбү Бәкр б. Бәхделе б. Әбин-Нежуд әл-Хыннат әл-Куфи. Һижри буйынса 127 йылда вафат була. Ул — билдәле ете курраның береһе. Ҡөрьәнде камил уҡый, матур тауышҡа эйә була, шулай уҡ бик ышаныслы кеше булараҡ дан тота.
  3. Кәлүн әл-Әсәм: (Әбү Муса) Иса б. Минә әл-Мәҙәни. Һижри буйынса 120 йылда тыуған, 220 йылда вафат булған. Мәҙинәлә ҡирәат уҡыта. Имам Нафи'ҙың уҡыусыһы. Уҡытыусыһы уны бик ярата һәм яҡшы уҡыуы өсөн Кәлүн (грек телендә камил тигәнде аңлата) тип атай, ә ғүмеренең аҙағында имам Кәлүн бик насар ишетә башлағанлыҡтан, Әсәм (насар ишетеүсе) ҡушаматы ала.
  4. Варш: (Әбү Сәйет) Усман б. Сәйет Әл-Ҡыпти әл-Мысри. Һижри буйынса 110 йылда тыуған, ә 197 йылда вафат булған. Ул бәләкәй буйлы, аҡ тәнле һәм зәңгәр күҙле була. Матур тауышы арҡаһында Ҡөрьәнде уҡыуы тыңлаусыларын ялҡытмай. Уҡытыусыһы Нафи' ҡыҫҡа кейеме арҡаһында уны Варшан (ҡырағай күгәрсен) тип атай. Әммә һуңынан варшан һүҙе ҡыҫҡара һәм ул Варш булараҡ билдәлелек ала.
  5. Нәфи: Әбү Абдуррахман (шулай уҡ Әбү Рувейм булараҡ та билдәле) б. Абдуррахман Әби Наим әл-Мәҙәни. Һижри буйынса 70 йылда тыуған, 169 йылда вафат булған. Иң яҡшы курраларҙың береһе. Үҙенең осоронда ҡирәат буйынса булған бөтә китаптарҙы белә. Бик йомарт һәм Аллаһтан ҡурҡҡан кеше булараҡ билдәле. Етмеш табииндан дәрестәр ала, улар араһында Әбү Жәфәр әл-Мәҙәни һәм Язид ибн әл-Ҡаҡа, ул үҙ сиратында Абдуллаһ б. Аббастың шәкерте була, белемде Үбей б. Ҡа’банан ала, ә уныһы иһә — Аллаһ илсеһенән (Салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Нәфи — ҡара тәнле, бик яҡшы холоҡло була һәм шаяртырға ярата.
  6. Дури: (Әбү Ғүмәр) Хафс Б. Ғүмәр б. Абдулазиз Сахбан әл-Эзди әл-Бағдадди. Дур — Бағдадтағы биләмә. Ғәрәп грамматикаһын (нахву) һәм ҡирәатте яҡшы белә. Һижри буйынса 246 йылда вафат була. Ул — бөтә ҡирәатәрҙе йыйған беренсе кеше Әбү Амр б. әл-Әлдең шәкерте була, уныһы үҙ сиратында Ибн Ҡасир һәм Мөжәһит б. Жәбрҙың шәкерте (Ибн Ғәббәс шәкерте) була. Ул шулай уҡ Үбәй б. Ҡәғбәлә уҡый, ә уныһы Аллаһтың Рәсүленән (салләллаһу әлейхи вә салләм) һабаҡтар ала.
  7. Әбү Әмр ибн әл-Әлә: Яхья б. әл-Әлә б. Аммар әт-Тамими әл-Мазини әл-Басри. Һижри буйынса 68 йылда тыуған, 154 йылда вафат булған. Уның ҡуңыр йөҙлө һәм оҙон буйлы булыуы билдәле. Шулай уҡ Уръян, Зибан, Уйейна кеүек исемдәр менән билдәле[37].

Тәжүид

undefined

Тәжүид (ғәр. تجويد‎) — Ҡөрьәнде орфоэпия ҡағиҙәләре буйынса уҡыу һәм Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға өйрәткән дисциплина.

Мәҙәниәттә

undefined

Миллиардтан ашыу[38] мосолман өсөн Ҡөрьән — үҙенә айырым мөнәсәбәт талап иткән изге китап. Мосолмандар Ҡөрьәнгә ихтирам менән ҡарай. Күп мосолмандар Ҡөрьәндең бер өлөшөн булһа ла яттан белә. Ҡағиҙә булараҡ, улар — намаҙ уҡыу өсөн кәрәкле аяттар. Бөтә Ҡөрьәнде ятлап алғандар хафиз исемен йөрөтә.

Шәриғәт буйынса, мосолмандың Ҡөрьәнгә бәйле түбәндәге бурыстары бар:

  • Ҡөрьәндең Аллаһы Тәғәләнең Һүҙе булыуына ышаныу һәм уны Тәжүид ҡағиҙәләренә ярашлы уҡырға өйрәнеү.
  • Ҡөрьәнде тәһәрәттән һуң ғына ҡулға алырға.
  • Ҡөрьәнде таҙа урындарҙа уҡырға.
  • Ҡөрьәнде бейек урындарҙа тоторға. Ҡөрьәнде иҙәнгә һалырға ярамай.
  • Ҡөрьәндә күрһәтелгән бөтә күрһәтмәләргә ҡәтғи буйһонорға. Бөтә тормошоңдо Ҡөрьәндең әхлаҡи принциптарына ярашлы алып барырға.

Изге яҙманы уҡығанда мосолмандар, баҫалҡылыҡ һәм бойһоноусанлыҡ күрһәтеп, уның һүҙҙәре һәм уларҙың мәғәнәһе тураһында уйлай. Ҡөрьәнде уҡыуҙың маҡсаты шунда: «Әллә улар Ҡөрьән тураһында уйламайҙармы? Әллә уларҙың йөрәктәрендә йоҙаҡтар бармы?»(Коран, 47:24).

Ҡөрьәндең ғәрәп телендәге тексын, шулай уҡ Ҡөрьәндең башҡа телдәргә мәғәнәүи тәржемәләрен Интернетта еңел генә табырға була (урыҫ телендә мәғәнәүи тәржемәләрҙең кәм тигәндә биш төрлөһө баҫылған: тәржемәселәре Саблуков, Э. Кулиев, акад. И. Ю. Крачковский, В. Порохова, М.- Н. О. Османова һ. б.)

Ҡайһы бер илдәрҙә (Иран, Кувейт, Ливия, Малайзия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Рәсәй, Сәғүд Ғәрәбстаны, Тажикстан) хафиздар араһында Ҡөрьәнде яттан уҡыу буйынса халыҡ-ара конкурстар үткәрелә. Номинациялар (рус.)баш. араһында — «Изге Ҡөрьәнде яттан уҡыу», «Тәжүид ҡағиҙәләре буйынса иң матур һәм дөрөҫ уҡыу» һәм «Ҡөрьәнде яҙма биттән уҡыу (тиләүә)». Конкурста ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша[39][40][41][42].

Мосолман халыҡтары мәҙәниәтендә популяр булған бер нисә персонаж (Зөлҡәрнәй, Хызыр Ильяс, Лоҡман) Ҡөрьәндән күскән.

Урыҫ шиғриәтендә Ҡөрьәндең өлөшләтә (А. С. Пушкин)[43] һәм тулы (Т. А. Шумовский)[44] ирекле шиғри тәржемәләре бар.

Тәржемәләре

undefined

Дин белгестәре фекеренсә, Ҡөрьәндең мәғәнәүи тәржемәләре Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ышаныслы хәҙистәренә таянырға, ғәрәп теле принциптарына һәм мосолман шәриғәтенең дөйөм ҡабул ителгән положениеларына (рус.)баш. тап килергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, тәржемәне баҫтырғанда уның Ҡөрьәндең мәғәнәһен аңлатыу ғына булыуын күрһәтергә кәрәк. Намаҙ уҡығанда тәржемә Ҡөрьәнде алмаштыра алмай[45].

Белгестәр Ҡөрьән тәржемәләрен ике ҙур төркөмгә бүлә: һүҙмә-һүҙ һәм мәғәнәүи тәржемәләр. Ғәрәп теленән башҡа телдәргә (атап әйткәндә, рус теленә) тәржемә итеүҙең ҡатмарлылығы һәм күп һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы төрлөсә аңлатыу менән бәйле, мәғәнәүи тәржемәләр өҫтөнлөклө тип һанала. Әммә был ике төрлө тәржемәне яһаусыларҙың да хата ебәреүҙәре мөмкинлеген иҫтән сығарырға ярамай.

Ҡөрьән Рәсәйҙә

Ҡөрьәндең тәүге тәржемәһе Пётр I указы буйынса 1716 йылда баҫылып сыға[2]. Был тәржемә оҙаҡ ваҡыт П. В. Постниковтыҡы тип иҫәпләнә, әммә архив тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ысынында Постников эшләгән тәржемә ике ҡулъяҙмала ҡалған, уларҙың береһе уның исеме менән билдәләнгән, ә 1716 йылда баҫылғанын, Постниковтың тәржемәһе менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмаған һәм сифаты буйынса күпкә насарыраҡ тәржемәне аноним тип иҫәпләргә ҡала[46][47]. Хәҙерге Рәсәйҙә дүрт авторҙың — И. Ю. Крачковский, В. М. Порохова, М.- Н. О. Османов һәм Э. Р. Кулиевтың тәржемәләре популяр һанала. Һуңғы өс быуат эсендә Рәсәйҙә Ҡөрьән һәм тәфсирҙәрҙең тиҫтәнән ашыу тәржемәһе эшләнгән.

Ҡөрьән һәм тәфсирҙәрҙең тәржемәһе
Йыл Авторы Исеме Иҫкәрмә
1716 П. В. Постников[46] «Алкоран о Магомете, или Закон турецкий» Был тәржемә француз дипломаты Һәм шәрҡиәтсеһе Андрэ Дю Рие тәржемәһенән эшләнгән[2].
1790 М. И. Верёвкин «Книга Аль-Коран аравлянина Магомета, который в шестом столетии выдал оную за ниспосланную к нему с небес, себя же последним и величайшим из пророков Божиих»
1792 А. В. Колмаков «Ал-Коран Магомедов, переведённый с арабского на английский с приобщением к каждой главе на все тёмные места изъяснительных исторических примечаний, выбранных из самых достовернейших историков и арабских толкователей Ал-Корана Георгием Сейлем и с присовокуплением обстоятельного и подробного описания жизни лжепророка Магомета, сочинённого славным доктором Придо» Был тәржемә Дж. Сейлдың инглз теленә тәржемәһенән эшләнгән[2].
1859 А. К. Казембек «Мифтах Кунуз аль-Куран»
1864 К. Николаев «Коран Магомеда» А. Бибирстейн-Казимирскийҙың француз теленә тәржемәһе нигеҙ итеп алынған[2].
1871 Д. Н. Богуславский «Коран» Шәрҡиәтсе тарфынан яһалған тәүге тәржемә[2].
1873 Г. С. Саблуков «Коран, законодательная книга мохаммеданского вероучения» Шәрҡиәтсе һәм миссионер тарафынан тәржемәләнгән. Бер нисә тапҡыр, шул иҫәптән параллель ғәрәп тексы менән, яңынан нәшер ителә[2].
1963 И. Ю. Крачковский «Коран» Крачковскийҙың комментарийҙары менән тәржемә Рәсәйҙә академик тип һанала, сөнки Игнатий Юлианович Ҡөрьәнгә Мөхәммәт осорондағы Ғәрәбстандың социаль-сәйәси хәлен сағылдырған әҙәби ҡомартҡы булараҡ ҡарай. Күп тапҡырҙар яңынан нәшер ителә[2].
1995 Т. А. Шумовский «Коран» Ҡөрьәндең ғәрәп теленән рус теленә тәүге шиғри тәржемәһе. Игнатий Крачковскийҙың уҡыусыһы, филология фәндәре кандидаты һәм тарих фәндәре докторы, ғәрәп теле белгесе Теодор Шумовский тарафынан яһалған. Был тәржемәнең үҙенсәлеге — Ҡөрьән персонаждарының ғәрәп формалары (Ибраһим, Муса, Һарун һ. б.) дөйөм ҡабул ителгәндәргә (Авраам, Моисей, Аарон һ. б.) алмаштырыла[44].
В. М. Порохова «Коран»
1995 М.-Н. О. Османов «Коран»
1998 В. Д. Ушаков «Коран»
2002 Э. Р. Кулиев «Коран»
2003 Б. Я. Шидфар «Аль-Коран — переводы и тафсир»
Аль-Азхар ислам университеты Аль-Мунтахаб «Тафсир Аль-Коран»
Ильнур Абу Адель «Коран, перевод смысла аятов и их краткое толкование»


Тәржемәләргә дөйөм баһа

Изге яҙманы рус теленә ғәҙәти йә мәғәнәүи тәржемә иткәндә ниндәйҙер айырмалыҡтар һәм хаталар бар, сөнки күп нәмә тәржемәсенең ҡараштарына, уның тәрбиәһенә, мәҙәни мөхитенә, шулай уҡ һаҡланып ҡалған күп кенә сығанаҡтар һәм төрлө фәнни һәм дини мәктәптәрҙең ҡараштары менән етерлек танышмауға бәйле. Бынан тыш, мосолман берләшмәһенең Ҡөрьәнде тәржемә итеүгә ҡарашы төрлөсә: тәржемәсенең белем кимәле етмәү сәбәпле тексты дөрөҫ аңламауынан ҡурҡыу һәм Изге китаптың ғәрәп телендәге төп нөсхәһенең генә дөрөҫлөгөнә баҫым яһау нигеҙендә ҡырҡа киренән башлап[48][49], донъя халыҡтарының тел айырымлыҡтарын аңлау һәм исламдың ғәрәптәрҙең генә этник дине түгеллеген белдереү теләгенә нигеҙләнгән дөйөм алғанда ыңғай ҡарашҡа тиклем[49][50]. Шуға күрә әлегә тиклем өлгөлө һәм классик тип аныҡ билдәләнгән бер тәржемә лә юҡ[48][50][51]. Ҡайһы бер мосолман дин белгестәре хатта тәржемәсегә һәм Ҡөрьәнгә аңлатма биреүсегә тәғәйенләнгән барлыҡ талаптарҙы аңлатҡан күрһәтмәләр төҙөй[52]. Ә ҡайһы бер авторҙар үҙҙәренең хеҙмәттәрен Ҡөрьәнде рус теленә тәржемә итеүҙәге хаталарҙы тикшереүгә һәм уларҙы аңлатыуға бағышлай. Мәҫәлән, Эльмир Кулиев «На пути к Корану» китабының бер бүлегендә тәржемәләрҙәге хаталарҙы һәм айырмалыҡтарҙы етди өйрәнә һәм уларҙы ҡайһы бер төшөнсәләрҙең мәғәнәһен боҙоп күрһәтеүҙән башлап теге йәки был тәржемәсенең донъяға ҡарашына тиклемге мәсьәләләр менән бәйләй [49].

Тәржемәне экстремистик тип таныу һәм был ҡарарҙы юҡҡа сығарыу

2013 йылдың 17 сентябрендә Новороссийск ҡалаһының Октябрьский район суды ҡарары менән «Изге Ҡөрьәндең рус теленә мәғәнәүи тәржемәһе» китабы экстремистик (рус.)баш. тип таныла. Был — Эльмир Кулиевтың Рәсәйҙә Ҡөрьәндең иң киң таралған һәм популяр тәржемәһе. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Краснодар крайы буйынса Эске эштәр баш идаралығы Эксперт-криминалистик үҙәгенең тикшереү тураһында белешмәһенә ярашлы, был китапта билдәле бер дингә мөнәсәбәт билдәләре буйынса кешене йәки бер төркөм кешене кире баһалаған фекерҙәр бар; бер кешенең йәки кешеләр төркөмөнөң дингә мөнәсәбәте буйынса башҡа кешеләрҙән, атап әйткәндә, мосолмандарҙың мосолман булмағандарҙан өҫтөнлөгө тураһында һүҙ бара[53]. 2013 йылдың 17 декабрендә Краснодар край суды Октябрьский район суды ҡарарын юҡҡа сығара һәм «Изге Ҡөрьәндең рус теленә мәғәнәүи тәржемәһе»н экстремистик тип таныуҙан баш тарта[54].

Ҡөрьәнде яндырыу осраҡтары

АҠШ-тағы «Тыныслыҡ күгәрсене ярҙамы» үҙәге (ингл. Dove World Outreach Center, рус. Центр помощи голубя мира) деноминациянан тыш аҙ һанлы дини общинаһының 58 йәшлек консерватив пасторы (рус.)баш. Терри Джонс 2010 йылдың июлендә Ҡөрьәнде яндырыу теләген белдерә[55], яндырыу 11 сентябргә киске сәғәт 6-нан 9-ға тиклем тәғәйенләнә. Пасторҙың улы хәбәр итеүенсә, Ҡөрьәндең 200 мөсхәфе йыйылған була.

Уның пландарына Ватикан, БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун, Ислам донъяһы илдәре, Индонезия, Иран, Һиндостан, АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон, АҠШ-тың генераль прокуроры[56], НАТО-ның генераль секретары, АҠШ-тың ҡайһы бер дини конфессиялары етәкселәре, АҠШ-тың Афғанстандағы коалиция ғәскәрҙәре командующийы генерал Петреус һәм башҡалар ҡаршы сыға. 9 сентябрҙә пасторға АҠШ президенты Барак Обама мөрәжәғәт итә[57]. Ул саҡта Джонс Ҡөрьәнде яндырыуҙан баш тарта[58], әммә 11 сентябрҙә башҡа ике пастор барыбер ике Ҡөрьәнде яндыра[59][60].

2011 йылдың 20 мартында Флорида сиркәүҙәренең береһендә Джонс барыбер Ҡөрьәнде яндыра, был Афғанстанда радикаль исламсыларҙы кешеләр үлеменә килтергән сыуалыштарға этәрә[61]. Бынан һуң Бөйөк Британия Джонсҡа илгә инергә рөхсәт бирмәй[62], ә Пакистандың эске эштәр министры Рахман Малик, уның иле Интерполға пасторға ҡарата ялыу биргән, тип белдерә (асыҡланыуынса, Интерполдан уның шунда уҡ Рим Папаһы менән бәйләнешкә инеүен һәм унан «аҡылһыҙ руханиҙың» террористик эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итеүен көтәләр). Афғанстан мосолмандары яуап итеп Терри Джонстың ҡарасҡыһын яндыра[63].

2012 йылдың апрелендә Пастор Ҡөрьәнде тағы ла яндыра, бының өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнеп, 271 доллар штрафҡа тарттырыла[64].

2013 йылдың апрелендә пастор теракттың 2013 йылдағы сираттағы йыллығын Ҡөрьәндең 2998 мөсхәфен яндырыу менән билдәләү планы тураһында иғлан итә[65][66]. 11 сентябрь кисендә ул Флорида штатында полиция тарафынан тотола: уның йөк машинаһында Ҡөрьәндең кәрәсин ҡойолған һәм яндырыуға әҙерләнгән 2998 мөсхәфе (11 сентябрь фажиғәһе ҡорбандары һаны буйынса) табыла[67][68].

2013 йылда Волгоградта террор акттарынан һуң (троллейбус, тимер юл вокзалы һәм автобус шартлауҙары) билдәһеҙ кешеләр тарафынан Интернетта Ҡөрьәнде яндырыу видеояҙмалары таратыла, был Төркиә мосолмандарының асыуын тыуҙыра[69].

2023 йылдың ғинуарында Рәсәйҙең «Ruptly» баҫмаһының элекке журналисы Чанг Фрик Төркиәнең Стокгольмдағы илселеге янында Ҡөрьәнде яндырыуҙы ойоштора[70]. Киҫкен халыҡ-ара реакцияға ҡарамаҫтан, бындай акциялар Швецияла даими булып тора. Мәҫәлән, 2023 йылдың ғинуарындағы кеүек хәл-ваҡиға шулай уҡ июнь, август, сентябрь айҙарында ла ойошторола. 2023 йылдың июнендә Ҡөрьән яндырылғандан һуң, Татарстан Республикаһы Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, «Рәсәй — Ислам дөнъяһы» төркөмө рәйесе булараҡ, булған хәлдәрҙе тәнҡитләп сыға, ә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы махсус белдереүҙә ошо хәлгә юл ҡуйған Швеция етәкселеген ғәйепләй. Бер йыл уҙғас, Стокгольмдан Мальме ҡалаһына күсеп, тарих ҡабатлана[71].

2023 йылдың май айында Волгоградта 19 йәшлек Никита Журавель мәсеттән 20 метр йыраҡлыҡтағы ҡыуаҡлыҡта Ҡөрьән яндыра, был туралағы видео «Утро Дагестана» тelegram-каналында сыға. 2024 йылдың 27 февралендә Грозныйҙың Вестов район суды Никита Журавелде 3 йыл да 6 айға дөйөм режимлы колонияға хөкөм итә[72][73].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Резван Е. А. Зеркало Корана 2012 йылдың 24 июль көнөндә архивланған. //«Звезда», 2008, № 11
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Бибикова О. П. Коран. Кругосвет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 15 сентябрь 2017 года.
  3. Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  4. القرآن كلام الله | موقع الشيخ صالح بن فوزان الفوزان. www.alfawzan.af.org.sa. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025.
  5. Али-заде, 2007, s:ИЭС/Зәйет ибн Сабит
  6. 01 - Собирание Корана - SAQOFAT - Главная. saqofat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 10 май 2021 года.
  7. Собирание Корана при жизни Мухаммада. Электронный Минбар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 10 май 2021 года.
  8. Кодификация текста Корана. Электронный Минбар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 10 май 2021 года.
  9. Особенности кодифицированного текста Корана. Электронный Минбар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 10 май 2021 года.
  10. Бытование Корана в письменном виде. Электронный Минбар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 13 май 2021 года.
  11. Полемика относительно подлинности текста Корана. Электронный Минбар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 10 май 2021 года.
  12. ас-Суйути, Джалал ад-Дин. Совершенство в коранических науках. В 2-х частях. М.: ИД «Муравей», 2000.
  13. Игнатенко А. А. Об исламе и нормативной дефицитности Корана Архивная копия от 14 июнь 2012 на Wayback Machine // Отечественные записки (журнал, XXI век), 2008. — № 4 (43). — С. 218—236
  14. ИЭС1991|Резван Е. А.|ал-КУР’АН|144—145
  15. 1 Kings 11 NIV - Solomon’s Wives - King Solomon, - Bible Gateway. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 4 ноябрь 2021 года.
  16. 1 2 3 4 5 6 7 8 Глава 9 Ислам: теория и практика//Л. С. Васильев. История религий востока Архивная копия от 5 март 2022 на Wayback Machine . — М.:Книжный дом «Университет», 2000. ISBN 5-8013-0103-8
  17. Social Sciences Studies Journal. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 25 ноябрь 2021 года.
  18. David Damrosch’un Gömülü Kitap: Gılgamış Büyük Destanının Kaybı ve Yeniden Keşfi Adlı Eserinin Kritiği. Ana Sayfa. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 25 ноябрь 2021 года.
  19. The Flood of Noah and the Flood of Gilgamesh. Институт креационных исследований (The Institute for Creation Research). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025. Архивировано 29 июль 2021 года.
  20. Айа // Религия: Энциклопедия / сост. и общ. ред. А. А. Грицанов, Г. В. Синило. — Мн.: Книжный Дом, 2007. — 960 с. — (Мир энциклопедий).
  21. Коран / Грязневич П. А. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  22. Әл-Фатиха сүрәһе
  23. Йа Син сүрәһе
  24. Әл-Ихлас сүрәһе
  25. Аят әл-Күрси
  26. Китаб ас-сунан Абу Дауда, том 1. с. 383
  27. Ән-Нур сүрәһе
  28. Хрестоматия по исламу / Сост. и отв. ред. С. М. Прозоров. — Москва: Наука, 1994. — С. 34. — 238 с. — ISBN 5-02-017243-Х.
  29. 1 2 Глава 58 Коран, предание и фик // Иллюстрированная история религий в 2-х тт./ Ред. Проф. Д. Л. Шантепи де ля Соссей. Изд. 2-е. М.: изд. отдел Спасо-Преображенского Валаамского монастыря, 1992. Т. 1 ISBN 5-7302-0783-2
  30. (1 January 1999) «What Is the Koran?». ISSN 2151-9463.
  31. (June 1987) «Abraha and Muhammad: some observations apropos of chronology and literary topoi in the early Arabic historical tradition». Bulletin of the School of Oriental & African Studies (Cambridge University Press) 50 (2): 225–240. ISSN 1474-0699.
  32. М. Якубович. «Коран и современная наука». Архивировано 4 март 2010 года. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2025. Архивировано из оригинала 4 март 2010 года.
  33. Харун Яхья. «Крах теории эволюции». Архивировано 30 май 2010 года.
  34. Ахмад Далляль. «Энциклопедия Корана», «Коран и наука».
  35. Идрис Галяутдин. «Известные люди, принявшие Ислам». — Казань, 2006.
  36. В официальном письме Фонда Кусто говорится: «Мы совершенно точно утверждаем, что Командир Кусто не становился магометанином и курсирующие слухи не имеют никакого основания.» — Témoignage: La «conversion» du commandant Cousteau à l’Islam Архивная копия от 22 октябрь 2011 на Wayback Machine
  37. Наука «кыраат». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2025. Архивировано из оригинала 16 сентябрь 2017 года.
  38. Махди Мухсин (Muhsin S. Mahdi), Рахман Фазлур (Fazlur Rahman), Шиммель Аннемари (Annemarie Schimmel) Islam Архивная копия от 22 декабрь 2007 на Wayback Machine. // Encyclopedia Britannica, 2008.
  39. В Кувейте начался международный конкурс по чтению Корана Архивная копия от 21 март 2013 на Wayback Machine//AhlylBaytNewsAgency,14.04.2011
  40. В Москве пройдёт XI международный конкурс чтецов Корана Архивная копия от 17 март 2011 на Wayback Machine//Информационно-аналитический канал ANSAR, 22.10.2010 г.
  41. Украинские хафизы представят страну сразу на нескольких международных конкурсах по чтению Корана Архивная копия от 8 июль 2014 на Wayback Machine//Информационно-аналитический проект «Ислам в Украине», 26.08.2009
  42. Конкурс чтецов Корана в Исламской республике Иран Архивная копия от 19 июнь 2012 на Wayback Machine//Информационно-образовательный портал MuslimEdu.ru.,12 Октября 2010 г.
  43. Глава 2 Изучение, издания и переводы Корана Архивная копия от 24 февраль 2011 на Wayback Machine// Климович Л. И. 'Книга о Коране, его происхождении и мифологии' — М.:Политиздат, 1986. — 270 с., ил.
  44. 1 2 Евгений Голубев Под арабским парусом Архивная копия от 8 ғинуар 2012 на Wayback Machine//Аргументы и факты-Петербург
  45. Саид Исмаил Сини. Тарджумат Маани аль-Куран аль-Карим. С.9
  46. 1 2 Круминг А. А. Первые русские переводы Корана, выполненные при Петре Великом // Архив русской истории. Вып. 5. М., 1994. С. 227—239.
  47. Крачковский И. Ю. Русский перевод Корана в рукописи XVIII в. // Крачковский И. Ю. Избр.соч. Т.1. М.-Л., 1955. С.175-181
  48. 1 2 Екатерина Ступина, Ренат Беккин Работа во имя ислама или работа против ислама?//Независимая газета - Религия, 22.12.1999
  49. 1 2 3 Часть IV. Толкование Корана Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine//Э. Р. Кулиев. На пути к Корану Архивная копия от 2 ноябрь 2010 на Wayback Machine. — Баку.: Идрак, 2009
  50. 1 2 Диляра Тастемир Священный Коран в русских переводах Архивная копия от 4 февраль 2012 на Wayback Machine//Юридическая газета, 04.11.2010 г.
  51. Прозоров С. М. Методологические подходы к переводу Корана на русский язык Архивная копия от 20 апрель 2013 на Wayback Machine // Шигабутдин Марджани: наследие и современность. Материалы международной научной конференции. Казань: Институт истории АН Татарстана, 2008. С. 73-76.
  52. Курамухаммед-хаджи Рамазанов Перевод Корана (Условия, которые нужно соблюдать при переводе Корана)//«Ас-Салам — духовно-просветительская газета Духовного Управления Мусульман Дагестана». — № 4 (329) февраль 2009 года/ Сафар 1430 г. — С.3 [1]Архивная копия от 26 февраль 2011 на Wayback Machine копия
  53. В Новороссийске суд признал «Смысловой перевод священного Корана» экстремистским — «Комсомольская правда», 20.09.2013. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
  54. Мария Петрова. Суд в Краснодаре отменил решение о запрете перевода Корана, РИА Новости (17 декабрь 2013). 9 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  55. Пастор из США намерен жечь Коран // BBC Russian, 08.10.2012 г.
  56. Власти США сочли предложение о сожжении Корана недостойным. Lenta.ru (8 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025. Архивировано 3 апрель 2012 года.
  57. Обама вступился за Коран перед пастором-евангелистом. Lenta.ru (9 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025.
  58. Американский пастор «окончательно» отказался от планов сожжения Корана Архивная копия от 9 ғинуар 2014 на Wayback Machine // Газета.ru, 11.09.2012 г.
  59. AIF.RU. Сожжение Коранов в США всё-таки состоялось. Аргументы и факты (12 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025. Архивировано 10 май 2012 года.
  60. Два американских пастора сожгли экземпляры Корана Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine // Информационное агентство «Национальные интересы», 12.09.2012 г.
  61. Пастор, который сжёг Коран, осудил нападение исламистов на миссию ООН Архивная копия от 9 ғинуар 2014 на Wayback Machine // РИА Новости, 01.04.2011 г.
  62. Собиравшегося сжечь Коран пастора не пустили в Великобританию Архивная копия от 9 ғинуар 2014 на Wayback Machine // Lenta.ru, 20.01.2011 г.
  63. YouTube сайтында 'Burn the Quran Day' protest: Terry Jones effigy set on fire in Afghanistan
  64. Запомнившемуся сожжениями Корана пастору Джонсу не дали въехать в Канаду. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025. Архивировано 9 ғинуар 2014 года.
  65. Американский пастор Терри Джонс снова намерен предавать огню Коран Архивная копия от 9 ғинуар 2014 на Wayback Machine Пастор Терри Джонс из США намерен публично сжечь тысячи копий Корана Архивная копия от 9 ғинуар 2014 на Wayback Machine
  66. Pastor Terry Jones plans mass Koran burnings to mark 9/11 Архивная копия от 9 ғинуар 2014 на Wayback Machine (ингл.)
  67. В США арестован скандально известный пастор Терри Джонс. ИТАР-ТАСС (12 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025. Архивировано 15 сентябрь 2013 года.
  68. В США пастор Терри Джонс попытался сжечь три тысячи копий Корана. Российская газета (12 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025. Архивировано 15 сентябрь 2013 года.
  69. В столичной полиции создана спецгруппа по розыску авторов видео с сожжением Корана Архивная копия от 9 ғинуар 2014 на Wayback Machine // NEWSru.com, 09.01.2015
  70. Oliphant, Roland. Kremlin-linked journalist organised Quran-burning at Turkish embassy in Stockholm (26 ғинуар 2023). 9 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  71. «Есть какие-то серьезные заказчики»: зачем в Швеции снова жгут Коран. БИЗНЕС Online (3 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025.
  72. Кто такой Никита Журавель и в чем его обвинили. Коммерсантъ (1 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025.
  73. Никита Журавель приговорен к 3,5 годам колонии по делу о сожжении Корана. Интерфакс (27 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025.

Әҙәбиәт

Рус телендә
  • Ахмадуллин В. А. Деятельность государственных органов СССР и духовных управлений мусульман по изданию Корана на арабском языке в СССР и его распространению в 50-е годы XX в. // Вестник Дагестанского научного центра. — Махачкала: Дагестанский научный центр РАН, 2014. — № 52. — С. 84—89.
  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Густерин П. В. Первый переводчик и первое издание Корана на русском языке // Исламоведение (журнал). — 2011. — № 1.
  • Густерин П. В. К вопросу о первенстве в переводе Корана на русский язык // Вопросы истории. — 2013. — № 12.
  • Густерин П. В. Коран как объект изучения. — Саарбрюккен, 2014. — ISBN 978-3-659-51259-9.
  • Густерин П. В. Русскоязычная коранистика досоветского периода // Вопросы истории. 2015. № 5.
  • Коран / Ибрагим Т. К. // Конго — Крещение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — С. 233. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 15). — ISBN 978-5-85270-346-0.
  • Султанов Р. И. Коран // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 279—280. — 840 с. — 150 000 экз.
  • Ушаков В. Д. Фразеология Корана (Опыт сопоставления фразеоречений Корана и араб. клас. яз.). — СПб, издательство «Восточная литература РАН», 1996, ISBN 5-02-017773-3.
  • Щедровицкий Д. В. Сияющий Коран. Взгляд библеиста / Изд. 2-е.— М.: Оклик, 2010.— 311 с.— ISBN 978-5-91349-013-1.
На других языках

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә