Гилгәмеш
Гилгәмеш | |
Вафат булған урыны | |
---|---|
Атаһы | Лугальбанда[d] |
Эшмәкәрлек йылдары | 3-е тысячелетие до н. э. |
Балалары | Урнунгаль[d] |
Заты | ир-ат[1] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | XXVII быуат б.э.т.[2] |
Әсәһе | Нинсун[d] |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | XXVIII быуат б.э.т.[2] — XXVII быуат б.э.т.[2] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Book of Giants[d], Sid Meier’s Civilization VI[d], Гилгәмеш эпосы и Шумер һәм Аккад батшалары исемлеге |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][3] |
Вафат булған көнө | неизвестно |
Тыуған көнө | неизвестно |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Гилгәмеш (аккад.ак. 𒄑𒂆𒈦Файл:B469ellst.png𒂆Файл:B469ellst.pngак. 𒄑𒂆𒈦Файл:B469ellst.png𒂆, шумер.Ҡалып:Lang-sumdgilgameš3) — Шумерҙағы Урук ҡалаһының хакимы, беҙҙең эраға тиклем XXVII быуат аҙағы — XXVI быуат башында идара итә. Шумер риүәйәттәренең һәм аккад эпосының — Боронғо Көнсығыштың мәшһүр әҙәби әҫәренең — персонажы. Ҡайһы бер мифтарҙа «Батырҙар батшаһы Гилгәмеш» булараҡ билдәле.
Гилгәмеш — уйҙырмамы, ысынбарлыҡмы?[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уруктың 1-се династияһы вәкиле. Гилгәмеш — аккадса исеме; шумерса варианты, күрәһең, «Бильга-мес» формаһынандыр, был «Батырҙың ата-бабаһы» тигән мәғәнәне аңлаталыр. Легендаларҙа уны Нинсун алиһә менән Кулаба энының (юғарғы жрецы) улы тип атайҙар (Кулаба Урук составындағы торама була).
Гилгәмеш ҡаһарманлығы, батырлығы менән шул тиклем ҙур дан яулай, хатта шумер мифологияларының һәм легендаларының төп геройына әүерелә. Энмеркар һәм Лугальбанда кеүек үк, Гилгәмешкә лә шумер легендалары циклы бағышлана, уларҙа тормошоноң бер-береһенә бәйһеҙ төрлө осраҡтары һүрәтләнә. Беҙҙең осорға шундай биш текст килеп еткән. Беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡ башында оҙон поэма яҙылған була, уға яңы материал менән бергә элеккерәк шумер легендалары ла инә. Һөҙөмтәлә, «Гилгәмеш тураһында эпос» барлыҡҡа килә, ул ассирий-бабил әҙәбиәтенең ысын шедевры һәм, бик борон ижад ителеп, беҙҙең көндәргә тулыһынса тиерлек һаҡланып килеп еткән гүзәл әҫәрҙәрҙең береһе булып тора.
Гилгәмеш һәм уның батырлыҡтары тураһында легендалар шумер һәм аккад телдәрендә генә түгел, Көнбайыш Азияның башҡа эре телдәрендә лә (хет, хуррит) быуаттан-быуатҡа яҙыла һәм күсереп яҙыла килә. Гилгәмеш — бөтә Боронғо донъяның батыры: мажаралар эҙләүсе, ҡаһарман, әммә фажиғәле шәхес, кешенең дан көҫәүе һәм нисек тә билдәле булырға тырышыуының сағылышы, дан һәм үлемһеҙлек символы, әммә шул тиклем юғары дәрәжәлә ки, хатта хәҙерге ғалимдар йыш ҡына уны ысынлап та ҡасандыр йәшәгән кеше һәм хаким тип түгел, ә легендар персонаж тип иҫәпләй. Гилгәмеш күп ҡомартҡыларҙа (яҙмаға тиклемге осорҙоң цилиндрик мисәттәренән башлап ассирий һарайҙарын биҙәгән скульптур рельефтарға хәтле) үгеҙҙәр һәм арыҫландар менән алышҡан һаҡаллы, эре мускуллы кеше итеп һүрәтләнә.
«Гилгәмеш һәм Агга» тигән эпик поэмаға ышанғанда, идара итеүенең башында Гилгәмеш Киш лугале Агаға буйһонған була. Ага бер нисә илсе аша хәбәр иттереп, Уруктың Киш башлаған ирригация эштәрендә ҡатнашыуын талап итә. Урук аҡһаҡалдары кәңәшмәһе Гилгәмешкә буйһонорға һәм Аганың талабын үтрәгә тәҡдим итә. Әммә халыҡ йыйыны тарафынан хупланған Гилгәмеш буйһоноуҙан баш тарта. Халыҡ йыйыны эн Гилгәмеште хәрби юлбашсы — лугаль тип иғлан итә. Ага үҙенең ғәскәре менән Евфрат буйлап кәмәләрҙә килеп етә, әммә Урукты ҡамап тотоуы еңелеү менән тамамлана. Гилгәмеш Урук ҡалаһына азатлыҡ яулай. Түбәнге Месопотамияла өҫтөнлөк итеү Гилгәмешкә күсә.
Артабан Гилгәмеш Адаб, Ниппур, Лагаш, Умма һәм башҡа ҡалаларҙы буйһондора. Гилгәмеш Ниппурҙағы Туммаль ғибәҙәтханаһын төҙөтөүсе булараҡ та телгә алына. Лагашта Гилгәмеш уның исеме бирелгән ҡапҡа төҙөтә.
Бабил эпосында уның иң мөһим батырлыҡтарының береһе итеп Урукты уратҡан ҡала диуарҙары төҙөтөүен һанай. Бәлки, был осраҡта археологик ҡаҙылмалар барышында табылған Урук харабалары тирәләй үткән 9 километрлы диуар тураһында һүҙ баралыр. Ул башланғыс династия осорона хас яҫы-ҡабарынҡы кирбестән төҙөлгән. Тимәк, Гилгәмеш осоронда һалынған булыуы бик ихтимал. Диуарҙың ҡалынлығы 5 метрҙан артып китә. Тағы Гилгәмештең Ливанға эрбет ағасы алырға барыуы тураһында ла һөйләнелә. Бындай сәфәр ысынлап та булғанмы — билдәһеҙ. Ысынлап та булған булһа, Ливанға түгел, ә Эламға булғандыр.
Гилгәмеш һуңыраҡ осор легендаларында [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гилгәмештең исеме месопотам текстарында ғына түгел, Ҡумран ҡулъяҙмаларында ла телгә алына: «Бәһлеүәндәр китабы»ның 13 Q450-се фрагментында «…бөтәһе лә уның күңеленә ҡаршы…» тип тәржемә ителгән өҙөк эргәһендә осрай. Яҡын Көнсығыштың манихей секталары тарафынан да ошо текстар файҙаланыла. Клавдий Элиан яҡынса беҙҙең эраның 200 йылында Аккад Саргоны тураһындағы легенданы Гилгәмеш (Элиан уны Гилгам тип атай) тураһында итеп үҙгәртеп һөйләй: йәнәһе, оракул Бабил батшаһына үлеме үҙ ейәненең ҡулынан буласағы тураһында әүлиәлек итә. Теге ҡото осоп баланы манаранан ырғыта, әммә батша улын бөркөт тотоп ала, ә баҡсасы тәрбиәләп үҫтерә[4]. Ассирияның Көнсығыш Сиркәүе дин белгесе Феодор Бар Конаи беҙҙең эраның яҡынса 600 йылында Фалектан Ибраһимға тиклемге патриархтарҙың замандаштары булған 12 батша араһында шулай уҡ Гилгәмеште (Глигмосты) атай. Гилгәмеш (Длилджамиш) исемен хатта XV быуатта ла иҫләйҙәр — Жәләлетдин әс-Сүйүти уны иблистәрҙең береһе тип телгә ала.
Уруктың I династияһы | ||
Элгәре: Думузи балыҡсы |
Урук батшаһы б.э.т. XXVII быуат |
Вариҫы: Урлугаль |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Часть 1. Месопотамия / Под редакцией И. М. Дьяконова. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1983. — 534 с. — 25 050 экз.Ҡалып:Книга:История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации
- Крамер Самюэль. Шумеры. Первая цивилизация на Земле / Пер. с англ. А. В. Милосердовой. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2002. — 384 с. — (Загадки древних цивилизаций). — 7 000 экз. — ISBN 5-9524-0160-0.
- Бертман Стивен. Месопотамия: Энциклопедический справочник / Пер. с англ. А. А. Помогайбо; коммент. В. И. Гуляев. — М.: Вече, 2007. — 414 с. — (Библиотека мировой истории). — ISBN 5-9533191-6-4.
- Белицкий Мариан. Шумеры.Забытый мир / Пер. с польского. — М.: Вече, 2000. — 432 с. — (Тайны древних цивилизаций). — 10 000 экз. — ISBN 5-7838-0774-5.
- Древний Восток и античность. // Правители Мира. Хронологическо-генеалогические таблицы по всемирной истории в 4 тт. / Автор-составитель В. В. Эрлихман. — Т. 1.
- Емельянов В. В. Гильгамеш. Биография легенды. — М.: Молодая гвардия, 2015. — 358 с. — (Малая серия ЖЗЛ). — ISBN 978-5-235-03800-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ниппурский царский список
- «Туммальская надпись» 2017 йылдың 17 ғинуар көнөндә архивланған.
- Емельянов В. В. «Шумерская эпическая песня „Гильгамеш и Небесный Бык“ (к анализу одного календарного мифа)»
- Емельянов В. Гильгамеш исторический и культовый . ПостНаука. Дата обращения: 14 март 2015.
Нәфис әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Эпос о Гильгамеше — оригинальный эпос
- Роберт Сильверберг. «Царь Гильгамеш». (Силвербергса, Гилгәмеш — Лугальбанданың улы).
- Роман Светлов. «Гильгамеш»
- Марков Александр. «Апсу»