Политиздат
Политиздат — КПСС Үҙәк Комитетының сәйәси әҙәбиәт нәшриәте. СССР-ҙа сәйәси һәм тарихи-партия әҙәбиәтенең үҙәк нәшриәте. 1918—1991 йылдарҙа эшләй[2][3][4] һәм «Республика» нәшриәте итеп үҙгәртелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1970).
Тарихы
1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң большевиктар власы алдына республикала нәшриәттәр эшмәкәрлеген координациялау мәсьәләһе килеп баҫа, атап әйткәндә, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт сығарыуҙы ойошторорға кәрәк була. Ошо маҡсатта 1918 йылдың йәйендә берҙәм «Коммунист» нәшриәте ойошторола[2][3][4]. 1919 йылдың 21 майында иһә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Ҡарары менән ул сәйәси әҙәбиәт бүлеге булып РСФСР Халыҡ Мәғарифы Комиссариаты ҡарамағындағы Дәүләт нәшриәте (Госиздат) составына инә[2][4].
1921 йылда үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Госиздат эре совет нәшриәттәрен берләштерә башлай, ә 1930 йылда уның базаһында РСФСР Дәүләт нәшриәттәре берләшмәһе (ОГИЗ РСФСР) ойошторола.
1931 йылдың 15 авгусында ВКП(б) Үҙәк Комитеты «Нәшриәт эше тураһында» тигән Ҡарар ҡабул итә, унда сәйәси һәм техник әҙәбиәт баҫтырыу беренсе планға ҡуйыла: «Китап ныҡышмалы һәм тәүәкәл, бер уҡ ваҡытта актуаль-сәйәси булырға тейеш, ул социализм төҙөүселәрҙең киң массаларын марксизм-ленинизм теорияһы һәм техник-производство белеме менән ҡоралландырырға тейеш». Был партия директиваһын үтәү өсөн СССР-ҙың нәшриәт системаһы сәйәси һәм техник әҙәбиәт сығарыуға айырыуса иғтибар бүлеү маҡсатында үҙгәртеп ҡорола. ОГИЗ составындағы социаль-иҡтисади әҙәбиәт нәшриәте — Соцэкгиз системаһынан марксизм-ленинизм теорияһы буйынса киң күләмле партия әҙәбиәте баҫтырыу эше айырыла һәм шулай уҡ ОГИЗ-дан бүленеп сыҡҡан «Киң күләмле партия әҙәбиәте нәшриәте» — Маспартгиз менән бергә туранан-тура ВКП(б) Үҙәк Комитетының мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге — Культпропҡа бойһонған «Партия әҙәбиәте нәшриәте» (Партиздат) ойошторола[2][3][4].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- КПСС о средствах массовой информации и пропаганды. — М.: Политиздат, 1979.
- Политиздат / Тропкин Н. В. // Плата — Проб. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 20). (копия 2011 йылдың 12 август көнөндә архивланған.)
- Политиздат // Советский энциклопедический словарь / Науч.-ред. совет: А. М. Прохоров]] (пред.). — М.: Большая Российская энциклопедия (издательство), 1981. — С. 1041. — 1600 с.
- Политиздат // Книговедение: энциклопедический словарь / Ред. коллегия: Сикорский, Николай Михайлович (гл. ред.) и др. — М.: Советская энциклопедия, 1982. — 664 с.
- Тропкин Н. В. О некоторых вопросах издания политической литературы // Книга. Исследования и материалы. Вып. 12. — М.: Книга, 1966. — С. 5—27.