21 май
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Үҫеш һәм диалог хаҡына мәҙәни төрлөлөк көнө (2003 йылдан).
- Сәй көнө.
Ер:
- Йыһан көнө.
- Медитация көнө.
- Муза һәм илһам көнө.
- Роза сәскәһе көнө.
- Скандинавса йөрөү көнө.
- Скрипка көнө.
АҠШ: «Күберәк емеш-еләк һәм йәшелсә ашағыҙ» көнө.
- Йөҙөргә өйрәтеү көнө.
Венгрия: Патриоттар һәм хәрбиҙәр көнө.
КХДР: Ирле-ҡатынлылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Тымыҡ океан флоты көнө.
- Эшһеҙлектән һаҡлау-һаҡланыу көнө.
Черногория: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Һиндостан: Терроризм менән көрәш көнө.
Төбәк байрамдары
- Мәскәү: Ҡала парктары көнө.
АҠШ: Ҡораллы көстәр көнө.- Официанттар көнө.
Ҡаҙағстан: Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Техник инвентарлаштырыу хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Полярниктар көнө.
- Хәрби тәржемәсе көнө.
Чили: Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1712 йыл: Санкт-Петербург Рәсәй империяһының баш ҡалаһы итеп иғлан ителә.
- 1724 йыл: Сенат «Башҡорттарға ҡурсаулы урмандарҙы ҡырҡмау тураһында» тигән указ сығара, уға ярашлы Башҡортостан урмандары ҡаҙнаныҡы тип иғлан ителә.
тулы исемлек
- 1799 йыл: Өфө тирәһендә ауырлығы 2 фунтҡа (819 грамға) тиклем барып еткән боҙборсаҡ яуа.
- 1853 йыл: Лондонда донъялағы тәүге аквариум халыҡҡа күрһәтелә.
- 1904 йыл: Парижда Халыҡ-ара футбол федерацияһы (ФИФА) ойошторола.
- 1935 йыл: Өфө ҡалаһының хәҙерге «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятияһы эш башлай.
- 1969 йыл: СССР-ҙың хәрби-транспорт самолёты «Ан-26» тәүге осош яһай.
Был көндә тыуғандар
- Йосопов Ғайса Ғәлиәкбәр улы (1905—19.08.1941), шағир һәм публицист, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби табип. В. И. Чапаевҡа һәм уның дивизияһына арнап Һамарҙа ҡуйылған монументтағы бер яугир образының тәүһыны (прототибы).
- Сәфиуллин Ғәндәлиф Кәлимулла улы (1920—2005), агроном, ауыл хужалығы һәм сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 1959—1976 йылдарҙа Миәкә районының машина-трактор станцияһы, «Миәкә» совхозы директоры, Биҡҡол хужалыҡ иҫәбендәге сауҙа предприятиеһының директор урынбаҫары һәм директоры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан.
тулы исемлек
- Абдуллин Рәүеф Әхәт улы (1935), нефтсе-инженер-ғалим, йәмәғәтсе. 1985 йылдан хәҙерге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетының (Мәскәү) лаборатория мөдире, ғилми етәксеһе. 1991—2002 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы «Башҡортостан» йәмғиәтенең совет рәйесе һәм 1995—2002 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының бюро ағзаһы. Техник фәндәр кандидаты (1971). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995).
- Абайҙуллин Ишморат Ғәйфулла улы (1955—2001), агроном, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Сөләймәнов Ринат Рәмил улы (1960), педагог-ғалим, урта махсус һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2007 йылдан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Мәғарифты мәғлүмәтләштереү үҙәге директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1992), доцент.
- Вәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы (1965), китапханасы, йәмәғәтсе. 1990 йылдан Яңауыл ҡала балалар китапханаһы мөдире, 2015—2024 йылдарҙа Яңауыл үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. 2012 йылдан район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Горячева Светлана Рәүеф ҡыҙы (1970), балет артисы. 1986 йылдан Өфө приборҙар эшләү заводының мәҙәниәт йорто халыҡ бейеү ансамбленең, 2007—2011 йылдарҙа — Өфө ҡала мәҙәниәт йортоноң «Мираҫ» фольклор ансамбленең балет артисы, 1993—2003 йылдарҙа һәм 2011 йылдан — ансамблдең костюмдар тегеү цехы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Крецул Олег Васильевич (1975), спортсы. 2001 йылдан дзюдо буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). Күреү буйынса инвалидтар араһында Паралимпия уйындары чемпионы (2008) һәм көмөш призёры (2004), донъя чемпионы (2002—2003, 2007, 2010), Донъя кубогын яулаусы (2001), Европа (2001, 2005, 2009) һәм Рәсәй (2001—2006) чемпионы, донъя (2006) һәм Европа (2007, 2011) чемпионаттарының көмөш призёры. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2009), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2008) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2006). Сығышы менән Кишинёв ҡалаһынан.
- Әхтәмов Рөстәм Әнүәр улы (1975), энергетик-инженер-ғалим, йәмәғәтсе. 2010 йылдан «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2017 йылдан — генераль директорҙың дөйөм һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты.
- Зайцева Елена Ивановна (1921—3.10.2005), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1953 йылдан Смоленск дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1960—1992 йылдарҙа эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы мөдире. Ете саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1960). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Смоленск ҡалаһының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
- Мосиевич Борис Михайлович (1921—28.03.1981), тренер, спорт өлкәһе эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт эштәре комитеты уҡыу-спорт бүлегенең өлкән инспекторы, 1952 йылдан — «Спартак» ДСО-һының Башҡортостан өлкә советы, 1963—1964 йылдарҙа — «Локомотив» ДСО-һының, бер үк ваҡытта 1947 йылдан БАССР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең ауыр атлетика буйынса тренеры. 1965—1981 йылдарҙа Башҡортостан Ауыр атлетика федерацияһы рәйесе. Ауыр атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961) һәм Бөтә Союз категорияһындағы судья (1956).
тулы исемлек
- Бикмөхәмәтов Шәүҡәт Миңнулла улы (1946—15.05.2008), педагог, хор дирижёры, йәмәғәтсе. 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 1999 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1985—1989 йылдарҙа — Башҡортостан хор капеллаһының, 1993—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Музыка йәмғиәте камера хорының художество етәксеһе һәм баш дирижёры. 1987—2008 йылдарҙа Башҡортостан Музыкаль йәмғиәт идараһы рәйесе. Әбйәлил башҡорт халыҡ хорын ойоштороусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Корнев Николай Константинович (1951), спорт ветераны. 1972—1989 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Төрлө кимәл боҙҙағы мотоуҙыштарҙың күп тапҡырҙар чемпионы һәм призёры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Иглин ауылынан.
- Алехин Тихон Егорович (1913—27.05.1970), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943—1951 йылдарҙа Дәүләкән МТС-ының трактор бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Соколов Николай Васильевич (Сталин премияһы лауреаты) (1918—29.01.1994), инженер-электрохимик, 1941 йылдан Белорет металлургия комбинатының етәксе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1969—1972 йылдарҙа предприятиеның баш инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1958). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры. Сығышы менән Тверь губернаһынан.
тулы исемлек
- Мөхәмәхужина Рәйҙә Мождабин ҡыҙы (1948), педагог, урындағы совет органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1967—2006 йылдарҙа Әбйәлил районы Рәхмәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1981 йылдан — директоры; 1975—1981 йылдарҙа Байым ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. 2006 йылдан Рәхмәт ауылы ветерандар советы, 2014 йылдан — Ағинәйҙәр ҡоро ойошмаһы рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1984), Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). Сығышы менән Байым ауылынан.
- Тимерғазин Миҙхәт Иҙиәт улы (1953), инженер. 1975 йылдан Нуриман районы Баһау Нуриманов исемендәге колхоз бригадиры, инженеры, рәйесе, 1998—2009 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән ошо райондың Яңы Күл ауылынан.
- Мәрҙәнов Марат Хәмитйән улы (1968), ғалим-политолог, именлек органдарының элекке хеҙмәткәре, запастағы полковник. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры. Рәсәйҙең Хәрби фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2017), сәйәси фәндәр кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2023). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
- Әхмәтхужин Артур Камил улы (1988), фехтовальщик, донъя һәм Европа чемпионаттары призёры. Команда ярыштарында Олимпия чемпионы (2016). Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2005), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2013), атҡаҙанған спорт мастеры.
- Минһажев Ғималетдин Минһаж улы (1889—19.09.1955), башҡорт совет театр актёры, драматург. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1955) ордены кавалеры.
- Моратов Юлай Хәким улы (1949—4.10.2015), педагог, үҙешмәкәр композитор. 1996—2010 йылдарҙа Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Үҙешмәкәр композиторҙарҙың асыҡ фестиваль-конкурсы лауреаты (2002).
тулы исемлек
- Ҡазбулатов Ғәле Мөхәмәҙи улы (1954), ғалим-зооинженер, 1978—2004 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан.
- 1780 йыл: Иван Теребенёв, Рәсәй империяһы скульпторы, монументалист һәм график.
- 1780 йыл: Элизабет Фрай, Бөйөк Британияның тәүге феминисткаларының береһе, дәүләттең төрмә системаһын үҙгәртеүсе.
тулы исемлек
- 1820 йыл: Мишель Ленц, шағир, Люксембург гимнының текст авторы.
- 1844 йыл: Анри Руссо, Франция рәссамы.
- 1855 йыл: Эмиль Верхарн, Бельгия шағиры, драматург һәм әҙәби тәнҡитсе, адвокат.
- 1860 йыл: Виллем Эйнтховен, Голландия физиологы, 1924 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1880 йыл: Тудор Аргези (төп исеме Йон Теодореску), Румыния шағиры, прозаик һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1905 йыл: Ғәлиә Кайбицкая, СССР-ҙың опера йырсыһы, Татар АССР-ының беренсе халыҡ артисы.
- 1940 йыл: Тони Шеридан, Британия йырсыһы, гитарист-музыкант.
- 1955 йыл: Сергей Шойгу, дәүләт эшмәкәре, 2012—2024 йылдарҙа Рәсәйҙең оборона министры, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999).
- 1960 йыл: Владимир Сальников, СССР спортсыһы, йөҙөүсе, дүрт тапҡыр олимпия, күп тапҡыр донъя чемпионы.
- 1990 йыл: Тириль Экхофф, Норвегия спортсыһы, биатлонистка. Олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндә вафат булғандар
- 1973 йыл: Сәғит Агиш, башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.