14 ғинуар
14 ғинуар (рус. 14 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 14-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 351 көн ҡала (кәбисә йылында 352). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Рәжәб айының 15-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 26 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 11 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 44 минут. 🌕 Тулы Ай (йәше 14.45 көн).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Грузия: Дәүләт флагы көнө.
Таиланд: Урмандарҙы һаҡлау көнө.
Тунис: Революция һәм йәштәр көнө.
Үзбәкстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Төбәк байрамдары
- Мәскәү өлкәһе: Өлкә ойошторолған көн.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Торба үткәреүсе ғәскәрҙәре көнө.
- Ҡораллы Көстәрҙең Хәрби оркестр хеҙмәте ойошторолған көн.
- Халыҡ табибы көнө
Үзбәкстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
- 1929 йыл: Мәскәү өлкәһе ойошторола.
- 1966 йыл: Өфө ҡалаһының Зорге урамында автовокзал файҙаланыуға тапшырыла.
тулы исемлек
- 1966 йыл: Өфөлә яңы аэропорт асыла.
- 1969 йыл: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең «Моторостроитель» мәҙәниәт һарайы эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бычкова Маргарита Александровна (1925—2014), педиатр-ғалим. 1967—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1985 йылдарҙа балалар ауырыуҙары пропедевтикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1980—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш гастроэнтерологы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мерәсев Рәхим Зәки улы (1940), тел белгесе-ғалим, педагог. 1963 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2015 йылдарҙа — роман-герман филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2006) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Сафуанова Фәниә Вәлинур ҡыҙы (1940), малсы. 1958—1997 йылдарҙа Шишмә районы «Урал» колхозы һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сыуалкип ауылынан.
- Сысоев Николай Петрович (1950—2012), металлург-инженер-ғалим. 1972 йылдан Магнитогорск тау-металлургия институты һәм Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2001 йылдарҙа химия-металлургия факультеты деканы, 1995 йылдан металл булмаған материалдарҙың химик технологияһы һәм физик химия кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үҙән ауылынан.
- Решетнёв Виталий Дмитриевич (1960), иҡтисадсы, дәүләт органы хеҙмәткәре. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы корпоратив идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2021).
- Сайранов Владимир Андреевич (1960), иҡтисадсы–ғалим. 2008 йылдан Мари дәүләт университетының үҫеш буйынса проректоры, артабан — ректорҙың кәңәшсеһе. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1991), доцент (1994). Мари Иле Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Сынбулатова Рәйлә Һибәтулла ҡыҙы (1960), педагог. 1983 йылдан Хәйбулла районы Әбүбәкер урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2014) һәм мәғариф отличнигы (2001) «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүсеһе (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Үрге Ғәле ауылынан.
- Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы (1960), инженер-механик. 2004—2019 йылдарҙа «Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Хөсәйенов Булат Әхмәтнур улы (1960), педагог. Асҡын районы Яңы Ҡаҙансы урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Имаева Гөлнара Зәйнетдин ҡыҙы (1965), фольклорсы-ғалим. 1994 йылдан хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2013 йылдан — «Синергия» Мәскәү финанс-сәнәғәт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010).
- Ширяев Андрей Павлович (1965), табип. 1988 йылдан Республика клиник инфекцион дауаханаһының трансфузиолог-табибы, шул иҫәптән 2014 йылдан — бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2020), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2020).
- Дан Кричевский (1975), йәһүд дине әһеле. Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһының баш раввины. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Израилдан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Илья Эренбург (1891—31.08.1967), СССР яҙыусыһы, шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Красная звезда» гәзитенең хәрби хәбәрсеһе. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары хаҡында ошо баҫмала 1942 йылда донъя күргән «Башҡорттар» очергы авторы. Башҡорт яугирҙарының батырлығын уларҙың ата-бабаларының хәрби традицияларына бәйләй: 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында рус казактары һәм башҡорттар бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшә, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда һәм Бөйөк Ватан һуғышында рус халҡы менән берлектә Тыуған ил азатлығын һаҡлай тип яҙа. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытҡан өсөн (1952) халыҡ-ара һәм ике тапҡыр Сталин (1942, 1948) премияһы лауреаты. Сығышы менән Киев ҡалаһынан.
- Наумкин Василий Дмитриевич (1936—10.08.1993), металлург, йәмәғәтсе. 1956—1993 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатының домна эшсеһе, өлкән домна эшсеһе, домна мейесе газсыһы, металлургия ҡорамалдарының слесарь ремонтсыһы. РСФСР-ҙың 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1979), СССР-ҙың почётлы металлургы (1968). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976, 1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Егәҙе ауылынан.
тулы исемлек
- Шакиров Рәсим Сабирйән улы (1956), инженер-төҙөүсе. «Нефтекама төҙөлөш-монтаж идаралығы» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Бугера Михаил Евгеньевич (1961), иҡтисад-ғалим, сәйәсмән, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының 2-се, 3-сө, 4-се һәм 7-се саҡырылыш Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2006).
- Сафина Әнисә Мөхәмәт ҡыҙы (1961), табип, 1988 йылдан Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының участка терпевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Шөғәйепова Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы (1961), комсомол, партия органдары, дәүләт хеҙмәте һәм матбуғат хеҙмәткәре, шағир. 2018 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Туҡаев Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы (1862—1932), Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се (1907) һәм 3-сө (1907—1912) саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы.
- Коваленко Константин Иосифович (1912—23.11.1988), инженер-нефтсе-ғалим. 1954—1965 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш инженеры һәм начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (1964). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971). Ике Ленин (1959, 1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) кавалеры.
тулы исемлек
- Әжмәғолов Мөхәмәт Әжмәғол улы (1917—25.01.1989), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы. II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Гусляков Георгий Иванович (1922—27.02.1998), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби хеҙмәткә Өфө ҡалаһынан саҡырылған танкист, гвардия старшинаһы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһы Тарбағатай районы Оло Куналей ауылынан.
- Йәрмөхәмәтова Флүрә Хәкимйән ҡыҙы (1942), муниципаль орган хеҙмәткәре. 1978—1997 йылдарҙа Мәләүез район советы башҡарма комитетының һәм район хакимиәтенең архив бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
- Ханов Юнир Ғәфүр улы (1947), табип. 1977 йылдан Мәләүез үҙәк район дауаханаһының табиб-травматолог-ортопеды, шул иҫәптән 1986—2017 йылдарҙа травматология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Малаяҙ ауылынан.
- Рафиҡов Тимерйән Рәхимйән улы (1952), нефтсе. 1974—2001 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының слесарь-ремонтсыһы. Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр ауылынан.
- Йосопова Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы (1967), тележурналист. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһы телевидение студияһының баш белгесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2024), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Атласов Хәбибрахман Ғабдрахман улы (1878—15.12.1949), табип. 1904 йылдан хәҙерге Белорет районының Сермән ауылындағы участка дауаханаһы, 1908—1914 йылдарҙа хәҙерге Баймаҡ районының Темәс ауылындағы земство дауаханаһы мөдире. 1922 йылдан Өфө судмедэксперт, 6-сы амбулатория мөдире, 1936—1942 йылдарҙа үҙәк поликлиника табибы, 1943—1949 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең үҙе ойошторған поликлиникаһының баш табибы. РСФСР-ҙың (1944) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1943, 1949).
- Кириллов Василий Михайлович (1918—24.02.1999), рәссам, педагог. 1946—1950 йылдарҙа Рига сәнғәт академияһы уҡытыусыһы. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
тулы исемлек
- Ғибәҙәтов Ишбулды Сәйфулла улы (1933), механизатор. Әбйәлил районы XXII партсъезд исемендәге колхоздың элекке тракторсы-комбайнсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙмаш ауылынан.
- Вәлиев Мөхәмәтнур Мөхәмәдулла улы (1938—6.07.2015), СССР һәм Рәсәйҙең газ сәнәғәте хеҙмәткәре, йәмәғәтсе һәм спортсы. 1978—2002 йылдарҙа «Баштрансгаз» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2003). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бокс буйынса СССР спорт мастеры. Нуриман һәм Хәйбулла райондарының почётлы гражданы.
- Бойкова Валентина Андреевна (1953), һатыусы. 1973 йылдан Әбйәлил районы ауыл магазиндары һатыусыһы, кассиры, магазин һәм келәт мөдире, 1996—1999 йылдарҙа ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесе, «Урал» совхозы сауҙа предприятиеһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән ошо райондың Северный ауылынан.
- Ибраһимов Шамил Мирвәли улы (1953), нефтсе, йәмәғәтсе. 1976 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы инженеры, мастеры, өлкән һәм әйҙәүсе геологы, цех начальнигы урынбаҫары; 2006 йылдан — Саҡмағош нефть һәм газ сығарыу цехы, 2012—2018 йылдарҙа «Башнефть-Петротест» йәмғиәтенең территориаль подразделениеһы начальнигы. 1978—2006 йылдарҙа 2-се һәм 4-се нефть һәм газ сығарыу цехтарының профком рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Анисимова Нина Александровна (1909—23.09.1979), балет артисы һәм педагог-балетмейстер. 1929—1958 йылдарҙа Ленинград дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1944 һәм 1952 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында башҡорт милли балетының үҫеш юлдарын билдәләүсе «Сыңрау торна» спектаклен ҡуйыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1957). II дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Васильев Павел Ефимович (1909—29.07.1978), Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы, инженер-сапер батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, капитан. 1947—1963 йылдарҙа урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән Бишбүләк район советы башҡарма комитеты рәйесе һәм КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының өсөнсө (1951—1955) һәм дүртенсе (1955—1959) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән ошо райондың Ерекле ауылынан.
тулы исемлек
- Варламов Иван Павлович (1924—1999), геолог-ғалим. 1955—1963 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы.
- Мортаев Ғәйзулла Ғәрифулла улы (1924—18.04.1996), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961 йылдан Хәйбулла районы Быҙаулыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1968—1985 йылдарҙа — директоры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм III дәрәжә Дан (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың 1960 йылдар башында бөткән Айыулы ауылынан.
- Беляев Виктор Васильевич (1949), иҡтисадсы. 1970—2009 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан — генераль директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Роднов Михаил Игоревич (1959), тарихсы-ғалим. 1985—1990 йылдарҙа һәм 1995 йылдан — Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа — бүлек мөдире; 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Милли музейының директор урынбаҫары. Тарих фәндәре докторы (2004). Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
- Әминева Альбина Ленар ҡыҙы (1974), биолог-ғалим, йәмәғәтсе. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2023).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1925 йыл: Юкио Мисима, Япония яҙыусыһы, драматург.
- 1948 йыл: Валерий Харламов, СССР хоккейсыһы.
тулы исемлек
- 1973 йыл: Артур Айвазян, спортсы, Олимпия чемпионы (2008).