27 октябрь
27 октябрь (рус. 27 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 300-сө көнө (кәбисә йылында 301-се). Йыл аҙағына тиклем 65 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
ЮНЕСКО: Бөтә донъя аудиовизуаль мираҫ (ҡомартҡылар) көнө.
Ер: Бөтә донъя эрготерапия көнө.
- Ҡәйнәләр көнө (октябрҙең дүртенсе йәкшәмбеһе).
- Мыжыҡ хеҙмәткәрҙәр көнө
Австралия: Балаларҙы яҡлау көнө.
Алжир: Ағас ултыртыу көнө.
Греция: Милли флаг көнө.
Индонезия: Электр көнө.
Мальдив: Исламды ҡабул итеү көнө.
Төркмәнстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Сент-Винсент һәм Гренадиндар: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
Абхазия: Абхаз теле көнө.
АҠШ: Хәрби-диңгеҙ флоты көнө.
Бөйөк Британия: Остазлыҡ көнө
Рәсәй Федерацияһы: Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре (автомобилсылар) көнө (октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе).
- 1918 йыл: Иркутск дәүләт университеты асыла.
- 1982 йыл: Ҡытайҙа халыҡ һаны бер миллиардтан аша.
тулы исемлек
- 1984 йыл: Байкал—Амур магистрале файҙаланыуға тапшырыла.
- 2007 йыл: Санкт-Петербургта Рус Википедияһының беренсе Вики-конференцияһы асыла.
- 2008 йыл: Швейцарияла беренсе метро линияһы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Демидова Наталья Фёдоровна (1920—20.02.2015), ғалим-тарихсы. 1946—1964 һәм 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы, 1964 йылдан Дәүләт тарих музейы, 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш институты, 1976—1992 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1990). «Өфө буйынса ер бүлеп биреү кенәгәһе (1591/92—1629 йй.», 1971; «Башҡортостан тарихы буйынса материалдар» (3–6-сы томдар, 1949—2002) йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләүсе.
- Минин Геннадий Дмитриевич (1940—30.09.2019), ғалим-санитар табип. 1983—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт санитар табибы; 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2008 йылға тиклем кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1996).
тулы исемлек
- Ғәйфуллин Эдуард Зөфәр улы (1945), музыкант, фаготсы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1972—1984 һәм 2003—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестр артисы, 1986—1987 йылдарҙа Өфөләге Урта махсус музыка колледжы директоры, 2012 йылдан — уҡытыусыһы, 1984 йылдан, 1987 йылда һәм 2011 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1994 йылдарҙа вокаль-инструменталь башҡарыу факультеты деканы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Останина Вера Григорьевна (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977 йылдан Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай 1-се урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Әхмәтова Руза Әнғәм ҡыҙы (1945), ғалим-педиатр. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылынан.
- Беспалов Юрий Владимирович (1950), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1991—2009 йылдарҙа Яңауыл урман хужалығы директоры. 2006—2016 йылдарҙа Яңауыл район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2001). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайынан.
- Вәкил Йәләлетдинов (1955), йырсы (баритон). 1984 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада, 1986—2009 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторий солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға Республика йәш йырсылар бәйгеһе лауреаты (1979).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рященко Людмила Александровна (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1979—2013 йылдарҙа хәҙерге Салауат индустриаль колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтехимигы (2004). Сығышы менән Артём ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡасимов Үзбәк Шакир улы (1927—1994), комсомол, партия һәм совет органдары, нефть сығарыу тармағы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитеты инструкторы, 1963 йылдың мартынан Бәләбәй ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1965 йылдан — рәйесе. 1973—1988 йылдарҙа Бәләбәй быраулау эштәре идаралығының бүлек начальнигы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Берек-Алға ауылынан.
- Чапало Владимир Петрович (1947—27.09.2017), спортсы, тренер. 1970—1978 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы, 1979 йылдан йыйылма команда тренеры; 1985—1991 йылдарҙа боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса Башҡорт АССР-ы йыйылма командаһының, 2001 йылдан Өфөләге Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубының өлкән тренеры, 2003 йылдан Стәрлетамаҡтың «Каустик» мотоклубы директоры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2007). Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса СССР чемпионы (1973). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәлләмов Рушан Рәхимйән улы (1962), ғалим-социолог. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2008 йылдарҙа философия һәм социология кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (1997). Профессор (2000).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Туснолобов Степан Сергеевич (1918—24.12.1986), нефтсе, Дүртөйлө быраулау идаралығының элекке быраулаусыһы. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы танкыға ҡаршы дивизионының орудие командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
- Айгиз Баймөхәмәтов (1988), башҡорт журналисы, яҙыусы. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нифантов Иван Перфирьевич (1904—25.03.1991), нефтсе-инженер, йәмәғәтсе. 1939—1940 һәм 1943—1948 йылдарҙа «Туймазанефть» тресы идарасыһы, 1953—1963 йылдарҙа — нефть промыслаһы мөдире. Башҡорт АССР‑ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1969). Ике Ленин (1942, 1948) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Добрянка районы Түбәнге Тюлка ауылынан.
- Маҡулов Айрат Һәүбән улы (1934—28.07.2017), иҡтисадсы-ғалим. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1991—2002 йылдарҙа — эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1992).
тулы исемлек
- Ҡотлоғәлләмов Айрат Ғибәт улы (1939), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы водителе. «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1979) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Ибраһимов Әсхәт Әхәт улы (1949), инженер-механик. 1996—2019 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһының генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Яңы Шишмә районы Саллы Башы ауылынан.
- Күлбаев Айҙар Мазһар улы (1954), хәрби хеҙмәткәр, табип-офтальмолог, медицина хеҙмәте подполковнигы.
- Рамазанов Рамазан Омар улы (1959), юрист, йәмәғәтсе. 1982—2000 йылдарҙа эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 2021 йылдан Өфөләге «Нефтестрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең үҫеш һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се (2013—2018) һәм 6-сы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Курах районы Квардал ауылынан.
- Халиҡов Рөстәм Миңлегәрәй улы (1969), инженер, йәмәғәтсе. 2005 йылдан «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы — Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Рассвет ауылынан.
- Ғәйфуллин Андрей Юрьевич (1974), социолог-ғалим. Өфө фән һәм технологиялар университеты философия һәм социология факультетының социология һәм йәштәр менән эшләү кафедраһы мөдире. Социология фәндәре кандидаты (2000). Доцент (2010).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1728 йыл: Джеймс Кук, Англияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе.
- 1782 йыл: Никколо Паганини, Италия композиторы һәм скрипкасыһы.
тулы исемлек
- 1855 йыл: Иван Мичурин, Рәсәй Империяһы һәм СССР биологы.
- 1858 йыл: Теодор Рузвельт, АҠШ-тың 26-сы президенты.
- 1899 йыл: Михаил Жаров, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1949).
- 1900 йыл: Лидия Русланова, СССР-ҙың эстрада йырсыһы (контральто), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1942).
- 1944 йыл: Николай Караченцов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1978 йыл: Ванесса Мэй, Сингапур скрипкасыһы, йырсы һәм композитор, тау саңғысыһы.
- 1983 йыл: Артур Смольяни́нов, Рәсәй театр һәм кино актёры («Штрафбат», «9 рота», «Самара» һ.б.)
тулы исемлек
- 1943 йыл: Дәүләтов Ғәбдрәүеф Ғәни улы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир-кавалерист. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- 1949 йыл: Борис Добронравов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- 2013 йыл: Ризван Хажиев, Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).