2 март
2 март (рус. 2 марта) — рәсми календарь буйынса йылдың 61-се (кәбисә йылында 62-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 304 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Шырпы көнө.
АҠШ, Техас: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Бангладеш: Дәүләт флагы көнө.
Бөйөк Британия;
Ирландия: Китап көнө.
Мьянма: Крәҫтиәндәр көнө.
СССР: Ирекле халыҡ дружиналары ойошторолған көн.
Хорватия: Инженерҙар көнө.
- 1498 йыл: Васко да Гама эскадраһы Мозамбик ярҙарына етә.
- 1699 йыл: Франция тикшеренеүсеһе С. д’Ибервиль Миссисипи йылғаһының тамағын аса.
тулы исемлек
- 1711 йыл: Рәсәй империяһының юғары дәүләт органы — Сенат ойошторола (1917 йылға тиклем эшләй).
- 1791 йыл: Францияла яңы бәйләнеш системаһы — семафор ҡулланылыуға индерелә.
- 1797 йыл: Павел I ҡарары менән Пермь наместниклығы Пермь губернаһы итеп үҙгәртелә.
- 1831 йыл: Александр Пушкин Наталья Гончарова менән никахлаша.
- 1855 йыл: Рәсәй империяһы тәхетенә Александр II ултыра.
- 1911 йыл: М. Е. Пятницкий ойошторған урыҫ халыҡ хорының тәүге сығышы була.
- 1917 йыл: Николай II тәхеттән баш тарта. Беренсе Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәте ойошторола.
- 1917 йыл: Өфөлә ҡала думаһы ултырышында Өфө йәмәғәт ойошмалары комитеты булдырыла.
- 1917 йыл: РСДРП (б)-ның ваҡытлы Өфө комитеты ойошторола.
- 1919 йыл: Мәскәү финанс институты эш башлай, һуңынан ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһы тип үҙгәртелә.
- 1921 йыл: Лабин Республикаһы иғлан ителә.
- 1925 йыл: Японияла ирҙәр өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы тураһында ҡанун ҡабул ителә.
- 1930 йыл: «Правда» гәзитендә Сталиндың «Уңыштарҙан баш әйләнеү» исемле мәҡәләһе сыға.
- 1933 йыл: Нью-Йоркта «Кинг Конг» фильмының премьераһы була.
- 1935 йыл: Мәскәүҙә реактив осоу аппараттарын стратосфераға сығыу өсөн ҡулланыу буйынса беренсе Бөтә Союз конференцияһы асыла.
- 1939 йыл: 260-сы Рим Папаһы итеп Эудженио Пассели һайлана, ул Пий XII исемен ҡабул итә.
- 1949 йыл: Самолёттың Ер шары тирәләй тәүге туҡталышһыҙ осошо тамамлана. Ул 94 сәғәт дауам итә, самолет «Lucky Lady II» («B-50 Superfortress») тип атала. Экипаж 13 ир-егеттән тора, яғыулыҡ ҡойоусы осҡос уларҙың самолетына осош дауамында дүрт тапҡыр яғыулыҡ өҫтәй.
- 1951 йыл: Төньяҡ Американың профессиональ баскетбол лигаһы НБА-ның бөтә йондоҙҙарының беренсе матчы ойошторола.
- 1956 йыл: Марокко Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1958 йыл: В. Фукстың экспедицияһы (Англия) тәүге тапҡыр Антарктиданы үтә.
- 1959 йыл: СССР-ҙа ирекле халыҡ дружиналары ойошторола.
- 1962 йыл: Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Бирмала власҡа социалистик үҫеш юлы яҡлылылар килә.
- 1963 йыл: Пекинда ҠХР һәм Пакистан араһындағы сик тураһында ваҡытлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1964 йыл: «Битлз» төркөмө тәүге «A Hard Day’s Night» фильмын төшөрә башлай.
- 1965 йыл: АҠШ хәрби-һауа көстәре Вьетнамды даими рәүештә утҡа тота башлай.
- 1967 йыл: «Грэмми» премияһын тапшырыуҙың 9-сы тантанаһы үтә. Йыл яҙмаһы: Фрэнк Синатраның «Strangers in the Night» йыры. Номинанттар араһында Джон Леннон һәм Пол Маккартни ҙа була.
- 1968 йыл: Сид Баррет «Pink Floyd» төркөмөнән китә.
- 1969 йыл: Тауыштан шәберәк осоусы француз самолёты «Конкорд»тың тәүге һынау осошо.
- 1969 йыл: СССР-ҙың Даманск утрауында сик буйы низағы: 30 Ҡытай хәрбийе, совет-ҡытай сиген үтеп, совет сик һаҡсыларын атып үлтерә, шулай уҡ утрауҙа әҙерләгән боҫҡондан да ут аса.
- 1970 йыл: Александр Твардовский «Новый мир» журналынан ҡыуыла.
- 1970 йыл: Көньяҡ Родезияла рәсми рәүештә республика иғлан ителә.
- 1973 йыл: Валюта көрсөгө ҡотолғоһоҙлоғо арҡаһында Европала бөтә валюта баҙарҙары ябыла.
- 1974 йыл: Грэмми премияһын тапшырыуҙа Стиви Уандер биш бүләк ала.
- 1975 йыл — Иран бер фирҡәле дәүләткә әйләнә.
- 1983 йыл — Израиль табиптары, ҡаты ауырыуҙарға операция яһауҙан һәм дауалауҙан баш тартып, дөйөм забастовка башлай.
- 1986 йыл — Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II Канберрала «Австралия тураһында билль» документына ҡул ҡуя, ул Австралияны Британия менән бәйләгән һуңғы хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара.
- 1988 йыл — Грэммиҙың 30-сы тантанаһында Пол Саймон иң яҡшы йыр яҙмаһы, U2 иң яҡшы альбом, Jody Watley иң яҡшы вокал өсөн бүләк ала.
- 1992 йыл — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһы эш башлай.
- 1992 йыл — Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан үҙ аллы дәүләттәр статусында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алына.
- 1992 йыл — Днестр буйы Молдова Республикаһында ҡораллы низағ башлана.
- 1993 йыл — Сорғотта БДБ-ның нефть һәм газ буйынса хөкүмәт-ара советы булдырыла.
- 1993 йыл — Украинаның Медицина фәндәре академияһы ойошторола.
- 2001 йыл — Афғанстанда талибтар Будда һәйкәлен шартлата.
- 2007 йыл — Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҡубыҙҙа уйнау һәм өзләү буйынса 1-се республика асыҡ конкурсы башлана.
- 2008 йыл — Рәсәйҙә 3-сө тапҡыр президент һайлауы үтә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Петров Николай Павлович (1930—2010), инженер, йәмәғәтсе. 1962 йылдан «Сельхозтехника»ның Бәләбәй район берекмәһе инженеры, 1968 йылдан — берекмә идарасыһы, артабан Бәләбәй ремонт-техник предприятиеһы директоры. Бер нисә саҡырылыш район советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1967). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы (2007). Сығышы менән ошо райондың Подлесный ауылынан.
- Атнабаева Людмила Гавриловна (1940—26.08.2016), педагог. 1977—1997 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы 9-сы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо ҡаланан.
тулы исемлек
- Фәтҡуллин Мансур Төхбәт улы (1940—2.09.2009), механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әбдрәхим ауылынан.
- Әхмәтов Руслан Спартак улы (1980), инженер, юрист, йәмәғәтсе. 2022 йылдан «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» акционерҙар йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр һәм хеҙмәткәрҙәр буйынса директоры. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әйүпова Зәлифә Миран ҡыҙы (1936), малсы. 1949—1991 йылдарҙа Кушнаренко районының «Маяҡ» колхозы сусҡа ҡараусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Литюшкин Пётр Николаевич (1951), муниципаль орган хеҙмәткәре. 1990—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәләүез ҡала советы рәйесе — Мәләүез ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
тулы исемлек
- Шәйәхмәтова Әлфирә Биктимер ҡыҙы (1951), педагог. 1986—2001 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 54-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Биксән ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ташбулатов Фәнис Зариф улы (1932—26.11.2002), нефтехимик. 1956—1985 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Тимешкә ауылынан.
- Юлдашбаев Һатыбалды Хәйрулла улы (1942), инженер. 1956 йылдан (өҙөклөк менән) Баймаҡ районы «Сибай» совхозы тракторсыһы, 1972—1976 йылдарҙа — инженер-механигы. 1984—1976 йылдарҙа Сибай ҡалаһындағы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының бульдозер машинисы. КПСС-тың 24-се съезы делегаты. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Кәрешкә ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәзизов Йәҙгәр Хәйҙәр улы (1947), ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1981 йылдан Миәкә район советы башҡарма комитеты рәйесе, район советы рәйесе урынбаҫары, 1992 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ишембаева Галина Григорьевна (1957), әҙәбиәт белгесе-ғалим. 1982 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфә фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2017 йылдан — урыҫ, сит ил әҙәбиәте һәм нәшриәт эше кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Коркин ҡалаһынан.
- Сафуанов Фирғәт Фәсхетдин улы (1962), музыкант, педагог. Башҡортостан Республикаһы Эстрада-тынлы оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, Өфөләге Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бабалян Григорий Аветисович (1913—13.06.1988), инженер-нефтсе-ғалим. 1957 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының директор урынбаҫары, 1964—1980 йылдарҙа — директоры. Техник фәндәр докторы (1958), профессор (1961). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969) һәм почётлы нефтсеһе (1973). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Баҡы ҡалаһынан.
- Ханыков Яков Владимирович (1818—25.01.1862), Рәсәй империяһының дәүләт органдары хеҙмәткәре, картограф. 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур губернаһының граждан губернаторы. Ғәмәли статский советнигы. Дворян. Губерна сәнәғәте, урындағы халыҡ тураһындағы хеҙмәттәр авторы. Сығышы менән Калуга губернаһының Георгиевское ауылынан.
тулы исемлек
- Потеряхин Владимир Александрович (1928—16.11.2013), инженер-технолог-ғалим, журналист һәм энциклопедист. 1951 йылдан Салауат нефть химияһы комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән Тәжрибә заводы директорының фән буйынса урынбаҫары; 1971 йылдан Өфө нефть институтының Салауат филиалы уҡытыусыһы. 1984—1988 йылдарҙа Бөтә Союз органик синтез ғилми-тикшеренеү институтының Салауат ҡалаһындағы лабораторияһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1971), доцент. 1999 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. «Күп милләтле Санкт-Петербург» Яҙыусылар союзының почётлы ағзаһы (2002). «Башҡорт энциклопедияһы»ның мәҡәләләр авторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1973).
- Юлдашбаев Билал Хәмит улы (1928—13.04.2001), тарихсы-ғалим. 1966—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1981 йылдарҙа совет осорондағы СССР тарихы кафедраһы мөдире. 1994—2001 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр инстиутының төп ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1974).
- Кәримов Наил Шәйбәк улы (1933—2.06.2006), эшсе. 1962—1988 йылдарҙа «Башкиргеология» берекмәһенең Баймаҡ геология-разведка экспедицияһы эшсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Иҫке Күҙәк ауылынан.
- Шамратов Ефим Шамратович (1933), инженер-төҙөүсе. 1986—1997 йылдарҙа Мишкә юл төҙөү механизацияланған күсмә колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995), Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Сурай ауылынан.
- Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (1938), ғалим-рус теле белгесе, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2011 йылдарҙа хәҙерге рус теле ғилеме кафедраһы мөдире. 1987—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Сафронов Григорий Аверьянович (1938—2011), механизатор. Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозының элекке тракторсыһы һәм водителе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Зюзин Александр Иванович (1948—4.07.2017), музыкант-баянсы, педагог. 1970—2014 йылдарҙа Дүртөйлө Балалар музыка мәктәбенең баян буйынса уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәйзуллин Хәйҙәр Хәйрулла улы (1948), слесарь. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке слесарь-инструменталсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1981).
- Мусин Эмиль Марат улы (1968), журналист, 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Заварицкий Александр Николаевич (1884—23.07.1952), геолог-ғалим. СССР Фәндәр академияһы академигы (1939), геология‑минералогия фәндәре докторы, профессор (1921). Башҡортостан Көньяҡ Уралында ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарын, тау тоҡомдары метаморфизмын өйрәнеүсе. Ике Сталин (1943, 1946) һәм Ленин (1958) премиялары лауреаты, ике Ленин ордены (1944, 1945) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әмирхан Еники (1909—16.02.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
тулы исемлек
- Новосёлов Виктор Фёдорович (1929—14.03.1997, инженер‑механик-ғалим. 1963—1993 йылдарҙа Өфө нефть институтының, 1990 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). РСФСР‑ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР‑ының (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979).
- Беляков Вячеслав Филиппович (1939—20.11.2021), музыкант-баянсы, педагог. 1968—1983 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының кафедра мөдире, 1974—1978 йылдарҙа — уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор. Профессор (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Донъя кубогы» Халыҡ-ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Прага, 1962).
- Нәжибә Сафина (1949—11.01.2025), уҡытыусы, журналист, шағир. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Киҫәкҡайын ауылынан.
- Булатов Ришат Тәхәүетдин улы (1954), табип-офтальмолог-ғалим. «Аллоплант» Бөтә Рәсәй пластик күҙ хирургияһы үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан.
- Әлфиә Әсәҙуллина (1959), шағир. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең сектор мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2013).
- Йәнилина Фәйрүзә Ҡорбан ҡыҙы (1964), шәфҡәт туташы. Мәләүез район үҙәк дауаханаһы балалар поликлиникаһының өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1800 йыл: Евгений Баратынский, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1930 йыл: Сергей Ковалёв, Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса беренсе вәкиле.
тулы исемлек
- 1931 йыл: Михаил Сергеевич Горбачёв, СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты.
- 1945 йыл: Геннадий Орлов, СССР футболсыһы, спорт комментаторы.
- 1955 йыл: Виктор Сиднев, Рәсәйҙең дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. «Что? Где? Когда?» уйыны магистры.
- 1855 йыл: Николай I, Бөйөк Рәсәйҙең 11-се императоры.