Тамыр (балалар студияһы)

«Тамы́р» (рус. Тамыр) — башҡорт һәм рус телдәрендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәрбиәүи-белем биреү телеканалы.

Телеканалдың төп миссияһы — «туған телгә һәм тыуған төйәккә һөйөү, ғаиләгә һәм ололарға ихтирам, сәләмәт тормош, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү».

Канал тарихы

1992 йылдың 2 мартында Башҡортостан телевидениеһы эфирына беренсе балалар «Сәңгелдәк» программаһы сыға; «Тамыр» студияһының беренсе ҡарлуғасы була. Алып барыусылары балалар булған тапшырыу шунда уҡ популярлыҡ яулай. Идея авторы һәм студияның беренсе етәксеһе — Луиза Фархшатова.

Ҡатнашыусылары һәм алып барыусылары балалар булған тапшырыуҙар эшләү идеяһы студияның тиҫтәләгән продукцияһында дауам ителә[1]. 2010 йылдың 2 декабрендә тапшырыуҙары республика телевидениеһынан тапшырылған «Тамыр» Башҡортостан юлдаш телевидениеһының балалар студияһынан эфир ваҡыты 16 сәғәтлек телеканалға әүерелә. «Тамыр» телеканалы асылғас та, уның ҡайһы бер тапшырыуҙары элеккесә БЮТ телеканалында тапшырыла.

Тапшырыуҙары

• «Сәңгелдәк» — «Тамыр» студияһының беренсе балалар программаһы. 1992 йылдың 2 мартынан алып эфирҙа.
• «Сулпылар» — сәхнә йондоҙо булырға ынтылған һәләтле балалар тураһында республика телевизион конкурсы. 1992 йылдың 1 июнендә беренсе тапшырыу сыға. Тапшырыуҙы балалар үҙҙәре алып бара. Телевизион конкурста меңдәрсә йәш йырсылар һәм бейеүселәр ҡатнаша. «Сулпылар» еңеүселәре бик йыш Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаттары булып китә.
• «Байтус» — популяр скетч-шоу. «ТЭФИ-Регион» конкурсыенда «Балалар өсөн программалар» номинацияһында тәүге өс лидер иҫәбенә инә.
• «Тау-тау хәбәр» — «Гора новостей» — БЮТ һәм «Тамыр» каналдарында, «Спутник FM» һәм «Юлдаш» радиотулҡындарында аҙнаһына 6 тапҡыр башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан ҙур балалар медиапроекты.
• «Семәр»
• «Шәп арба» — малайҙар һәм егеттәр өсөн ябай материалдарһҙан кәрәкле әйберҙәр эшләргә өйрәткән тапшырыу.
• «Бауырһаҡ»
• «Вечер.com» — төрлө һорауҙарға яуап эҙләнгән йәштәр проекты.
• «Борсаҡ» — спорт күнегеүҙәрен өйрәткән программа.
• «Әкиәт китабы» — ябай ғына формала тирә-яҡ донъяны тойоп-белергә ярҙам иткән программа.
• «Цирк в 13 метров»
• «Зеркальце» — оҫта ҡуллылар өсөн матур биҙәүестәр эшләргә өйрәткән программа.
• «Большой чемодан»
• «Физра. Спортблог спецкора»

undefined

• «Вопрос + Ответ = Портрет» — тапшырыу геройын йәш рәссамдар үҙ күҙлегенән һүрәткә төшөрә һәм процесс барышында үҙ һорауҙарына яуаптар алып, геройҙы тәрәндәнерәк аса.
• Сеть медиашкол КультУра — музыка, художество, сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең мәшғүллек өлкәләре менән таныштыра. Проект Мәҙәни инициативалар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
• Детей много не бывает — күп балалы ғаиләләр тураһында тапшырыу. Тәүге 10 программа Рәсәй Федерацияһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары федераль агентлығының финанс ярҙамында эшләнә.
• Бирешмә.ПРОФИ — был тормошта үҙ тәғәйенләнешен, үҙ юлын тапҡан шәхестәр менән осрашып, үҙеңә дөрөҫ, кәрәкле, килемле һөнәр һайларға өйрәткән тапшырыу.
• Әлләсе — бер минут эсендә үҙ командаңа һүҙҙәрҙе аңлатып, командаңды еңеүгә алып барыу.
• Сыйырсыҡ — караоке йырлап, тауыш көйләү, тел шымартыу, һәләтте арттырыу тапшырыуы.
• МузКәрәҙ
• Ал да гөл! — ҡыҙҙар өсөн әҙерләнгән тапшырыу.
• Бала-саға — билдәле шәхестәрҙең бала сағына сәйәхәт. 2015 йылдың октябренән эфирға сыға.
• Шатлык йыры — «Тамыр» студияһы вокалсыларының яңы йыр өйрәнгән тапшырыуы.
• ЭТНОlike — йәш блогерҙар өсөн тапшырыу.
• Выше всех — төрлө райондарында йәшәүсе йәш, актив, үҙ һүҙле, үҙ маҡсатлы үҫмерҙәр менән таныштырған проект.
• Царь горы — төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар менән таныштырған мәғлүмәт программаһы.

Проекттары

• «Елкән» башҡорт классик музыка башҡарыусыларҙың беренсе телевизион конкурсы.
• «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы.
• «Бишек» бишек йырҙары телевизион конкурсы.
• «Ҡош юлы. Балалар» йәш бардтарҙың телевизион конкурсы[2].

Наградалары һәм ҡаҙаныштары

Йыл Бүләктәре
2022 йыл
«Беҙҙең заман геройы» фестивале

— «Преград.net» махсус репортажы «Ғүмер хаҡы» номинацияһы еңеүсеһе[3].

«ТЭФИ-Регион» конкурсы

— «Телевизион программма режиссёры» номинацияһында «Ышан» мистик сериалы авторы Әҙилә Һунарғолова еңеү яулай[4].

2020 йыл
«Медиабренд» конкурсы

— «Балалар программалары һәм фильмдары промоһы» номинацияһы еңеүсеһе[5].

«ТЭФИ-Регион» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы

— «Юғалсыҡтар иле» фильм-әкиәте «Телевизион нәфис фильм/сериал» номинацияһы еңеүсеһе[6].

2019 йыл
«Включайся!» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивале (Мәскәү)

— «Минең илемдең геройы» номинацияһы[7].

«Алтын ҡурай» халыҡ-ара конкурсы

— «Сэнгелдэк» тапшырыуы «Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма…» номинацияһы еңеүсеһе[8].

2018 йыл
«Включайся!» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивале (Мәскәү)

— «Тамыр» телеканалы бер юлы өс наградаға һәм махсус призға эйә була[9].

«ТЭФИ-РЕГИОН» премияһы

— «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһаринаға көмөш Орфей тапшырыла[10].

2017 йыл
«Включайся!» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивале (Мәскәү)

— «Ҡымыҙ юлы» һәм «Граффитиҙағы тарих» тапшырыуҙары еңеү яулай[11].

телевизионного конкурса «Федерация»

— «Үҙ заманы кешеһе» номинацияһында «Алма төҫө» документаль фильмы дипломға эйә була[12].

2016 йыл
«Алтын нур» юлдаш, кабель һәм интернет-телевидение өлкәһендә дәүләт премияһы

— «Гора новостей» — лауреат була

«Беҙҙең заман геройы» фестивале (Санкт-Петербург)

-«Алма төҫө. Хәсән Әхтәмов хыялы» фильмы бүләкләнә[13].

«Минең провинциям» Бөтә Рәсәй телевидение, радио һәм матбуғат фестивале

— «Мин донъяны күрәм» номинацияһында «Ҡымыҙ юлы» видеоролигы лауреат була[14].

2015 йыл
«Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» фестивале

«Гора новостей» программаһының махсус хәбәрсеһе Катя Пономарёва бүләкләнә[15].

2014 йыл
«Медиапрофи» Республика журналистар премияһы

— Иң яҡшы репортаж номинацияһы, 2-се урын[16].

2013 йыл
«Включайся!» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивале (Мәскәү)

— «Сладкая сказка» фильм-әкиәте — «Иң яҡшы нәфис фильм» номинацияһы еңеүсеһе; — «Цирк в 13 метров» тапшырыуы — «Иң яҡшы күңел асыу программаһы» номинацияһы еңеүсеһе; балалар жюрийының «Не скучай» номинацияһы еңеүсеһе — «Гора новостей» программа — «Яңылыҡтар донъяһы балалар күҙлегенән» номинацияһы еңеүсеһе[17];

Нью-Йорк телевидение фестивале (Лас-Вегас — 2013)

— «Дом у озера» (режиссёры Гөлназ Ғәлимуллина)[18].

«Голос Евразии» Халыҡ-ара фестивале лауреаты (Өфө — 2013)

— Руслан Фаршатов («Большой чемодан») — иң яҡшы ТВ алып барыусыһы[19].

«Дитятко» Халыҡ-ара балалар ТВ фестивале (Харьков)

— «Преград.net» — иң яҡшы документаль фильм; «Гора новостей» (Егор Антипин) — иң яҡшы ТВ алып барыусыһы; Юля Лукша — фестиваль лауреаты[20].

«Моя планета» документаль кино фестивале (Мәскәү)

— «Большой чемодан» — тәүге өс финалист араһында[19].

2012 йыл
«Включайся!» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивале (Мәскәү)

— «Молочная страна» программаһы — «Хочу все знать» номинацияһы еңеүсеһе; — «Сулпылар» телеконкурсы — победитель в номинации «Музыкаль дебют» номинацияһы еңеүсеһе; — «Байтус» тапшырыуы — «Күңелһеҙленмә» номинацияһы еңеүсеһе; — «Гора новостей» мәғлүмәт хеҙмәте — балалар жюрийының иң юғары наградаһы[21].

«Щит России» Төбәк-ара хәрби-патриотик теле- һәм радиотапшырыуҙар фестивале (Пермь, 2012)

— Билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өсөн хәрби курс уҡытыусыһы Әлфиә Әлимғужина тураһында «Профили» проекты — I дәрәжә диплом һәм алтын кубок[22].

«Панацея» төбәк киң мәғлүмәт саралары Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү — 2012)

— «Капля жизни» фильмы — РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм Халыҡты социаль яҡлау министрлығының; — 1-се Республика клиник дауаханаһы табиптарының фиҙаҡәрлеге тураһындағы «Время на жизнь» фильм РФ Дәүләт Думаһының Почёт грамотаһына лайыҡ була[23].

«Будем вместе» халыҡ-ара фестивале (Днепропетровск- 2012)

— «Гора новостей» мәғлүмәт хеҙмәте лауреат була[24].

«Минең ҙур илем» төбәк-аар фестивале (Ҡазан)

— «Кәкүк сәйе» телефильмы «Халыҡ күңеле» номинацияһы еңеүсеһе[25].

«Radio Junior» Бөтә Рәсәй йәштәр радиопрограммалары фестивале(Төмән)

— «Гора новостей» программаһы — «Балалар программаһы»; — 1812 йылғы һуғыш тураһында «Еңеүҙең ваҡыты үтмәй» роликтар серияһы «тарихты яҙабыҙ номинацияһы еңеүсеһе»[26].

«ТЭФИ-Регион — 2012» (Ҡазан)

— «Молочная страна» — «Балалар өсөн программа» номинацияһы еңеүсеһе; — «Гора новостей» — «Балалар өсөн программа» номинацияһы финалисы; — «Преград.net» — «Балалар өсөн спорт тураһында программалар» номинацияһы еңеүсеһе; — «Профили. Число жизни» — «Спорт легендаһы» номинацияһы финалисы; — «Большой чемодан» — «Идеялар питчингы» номинацияһы еңеүсеһе[27].

2011 йыл
«Бөтә Рәсәй студент яҙы — 2011» фестивале (Төмән)

— «Журналистика» номинацияһында «Яҙ» видеофильмы 1-се урын ала

«ТелеПрофи» халыҡ-ара фестивале (Һарытау)

— «Еңеү байраҡсыһы» фильмы лауреат була.

«Включайся!» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивале (Мәскәү)

— «Имею право» тапшырыуы ЮНИСЕФ-тың махсус призына лайыҡ була; «Царь горы» программаһының махсус «Горжусь своим учителем» сығарылышы еңеү яулай һәм жюриҙың махсус призын ала[28].

«Будем вместе!» халыҡ-ара фестивале (Днепропетровск, Украина)

— «Балҡас» фильм-әкиәте «Нәфис фильм» номинацияһында еңеү яулай[29].

«Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәтле фильмдар фестивале (Өфө)

— «Еңеү байраҡсыһы» ике махсус призға лайыҡ була[30].

Таралыуы

«Тамыр» тапшырыуҙары 2010 йылдың 2 декабренән сыға, телесигнал Башҡортостандың кабель селтәрҙәре буйынса тарала.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Сегодня телеканалу «Тамыр» исполняется 20 лет(недоступная ссылка)
  2. ↑ Детский телеканал «Тамыр» отметил 30-летие
  3. ↑ Награждены победители Фестиваля «Герой нашего времени»
  4. ↑ Режиссер телеканала «Тамыр» стала победителем конкурса «ТЭФИ-Регион»
  5. ↑ Телеканал «Тамыр» выиграл в одной из номинаций на конкурсе «Медиабренд»
  6. ↑ https://bash.news/news/139512-film-skazka-telekanala-tamyr-poluchil-bronzovogo-orfeya
  7. ↑ НАТ провела 14-й фестиваль детского телевидения «Включайся!»
  8. ↑ В Уфе на международном конкурсе «Золотой курай» телеканал «Тамыр» занял первое место
  9. ↑ В Уфе подвели итоги фестиваля детского телевидения «Включайся»
  10. ↑ Директор телеканала «Тамыр» вошла в число победителей конкурса «ТЭФИ-РЕГИОН 2018»
  11. ↑ Телеканал «Тамыр» завоевал две статуэтки на фестивале детского ТВ «Включайся!»
  12. ↑ 5 наград привезли журналисты холдинга ГУП ТРК «Башкортостан» с телевизионного конкурса «Федерация»
  13. ↑ С победами возвращаются из Санкт-Петербурга сотрудники телеканала «БСТ»
  14. ↑ Телеканал «Тамыр» занял третье место на всероссийском фестивале
  15. ↑ В Уфе наградили самых храбрых в рамках фестиваля «Созвездие мужества»
  16. ↑ В рамках ежегодной премии «Медиапрофи» в Уфе наградили лучших журналистов республики
  17. ↑ Детско-юношеский телеканал «Тамыр» — обладатель четырех наград международного фестиваля «Включайся!»
  18. ↑ Фильм телеканала БСТ получил престижную награду в Лас-Вегасе
  19. ↑ 1 2 Проект БСТ «Большой чемодан» будут показывать на телеканале «Пятница»
  20. ↑ Фильм «Преград.net» телеканала «Тамыр» победил на международном фестивале «Дитятко»
  21. ↑ Детские телеканалы Башкортостана — в числе победителей фестиваля «Включайся!»
  22. ↑ Авторский проект «Профили» телеканала «Тамыр» удостоен диплома I степени на фестивале «Щит России»
  23. ↑ Режиссер телеканала «Тамыр» стала победителем Всероссийского фестиваля «Панацея»
  24. ↑ Детская телестудия «Тамыр» стала победителем международного фестиваля «Будем вместе!»
  25. ↑ [https://www.tatar-inform.ru/news/telekompanii-tatarstana-stali-pobeditelnitsami-festivalya-moya-bolshaya-strana Телекомпании Татарстана стали победительницами фестиваля «Моя большая страна» Подробнее: https://www.tatar-inform.ru/news/telekompanii-tatarstana-stali-pobeditelnitsami-festivalya-moya-bolshaya-strana]
  26. ↑ Радиопередачи «Тамыра» получили признание на всероссийском фестивале в Тюмени
  27. ↑ Журналисты ГТРК «Башкортостан» стали победителями конкурса «ТЭФИ-Регион 2012»
  28. ↑ Журналисты детского телеканала «Тамыр» стали призерами международного проекта «Включайся!»
  29. ↑ Детская телестудия «Тамыр» стала победителем международного фестиваля «Будем вместе!»
  30. ↑ Фильм «Знаменосец победы» телеканала БСТ удостоен наград фестиваля «Герой нашего времени»

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә