Туған тел (телеканал)

«Туған тел» (татар. Туган тел) — башҡорт, татар һәм рус теле телдәрендә тәүлек буйына эшләгән милли музыкаль-күңел асыу телеканалы. Рәсәй Федерацияһы территорияһында «Туған тел» телеканалын «Телекарта» ҡушымтаһында һәм эре кабель операторҙарының база пакеттарында ҡарарға була. Тәүлек дауамында эшләгән беренсе телеканалдың хужаһы — «Урал-Тау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте[1].

undefined

Тарихы

2009 йылда Өфө ҡалаһында ойошторола. Беренсе тапҡыр эфирға 2009 йылдың 24 марты[1].

Маҡсаты

Телеканалдың концепцияһы башҡорт һәм татар телдәрен һаҡлап ҡалыуға һәм уларҙы музыкаль-күңел асыу форматы ярҙамында заманса шарттарға ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ заманса милли мәҙәниәтте, милли музыка баҙарын үҫтерү маҡсатын да алға ҡуя[1].

Эстәлеге

«Туған тел» телеканалы мәғлүмәти-күңел асыу ресурсы режимында эшләй. Көндәлек эфирҙа — яңы клиптарҙың премьералары, сараларҙан анонстар һәм репортаждар, танылған ҡунаҡлар менән осрашыуҙар һәм актуаль темалар буйынса һөйләшеүҙәр. Телеканалда тәүлек буйы башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары концерты, тамашасылар яратып өлгөргән видеоклиптар, музыкаль, юмористик программалар, Башҡортостан һәм Татарстан киностудияларында төшөрөлгән телевизион һәм нәфис фильмдар, телеспектаклдәр, башҡорт һәм татар телдәрендәге популяр йәнһүрәттәр тәҡдим ителә[1].

Аудиторияһы

«Туған Тел» телеканалын Башҡортостанда, Татарстанда, Һарытау, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә һәм Рәсәй Федерацияһының 47 эре ҡалаһында яҡынса 4-5 миллиондан ашыу тамашасы ҡарай[1].

Баһалау

Бойондороҡһоҙ Guzei.com аналитик интернет ресурс версияһы буйынча, Рәсәйҙең 1 585 каналы араһында «Туған тел» телеканалы 21-се урында тора.

Телеканал проекттары

  • «Йондоҙҙар ваҡыты» (алып барусы — Азалия Рәшитова)
  • «Татлы тел» (кулинар тамаша, алып барусылар Мирхәт Ғайсин, Илшат Яппаров)
  • «Күҙгә-күҙ ҡарашып» (алып барусы Зифа Нагаева)
  • «Шәп чарт» (хит-парад, алып барусылар Алмаз һәм Айдар Юнысовтар)
  • «Сер итеп кенә» (сәхнә арты-кулиса серҙәре, алып баручы Роза Хәйруллина)
  • «Йырым һиңә, ҡәҙерлем» (татар телендә алып барусы Айгөл Ғабдуллина, башкорт телендә — Альбина Кильдейәрова)
  • «Тәмлетамаҡ» (алып барусы Эльвира Биғәлиева)
  • «Бизнес ҡаршылап» (телепроект, алып барусы Мирхәт Ғайсин)
  • «Туған тел» телепремияһы һ. б.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 «Телеканал турында», <http://tugantel.tv/tat/telekanal-turyinda>. Проверено 8 ноябрь 2019. 

Һылтынмалар