Ырымбур өлкәһе

Ырымбур өлкәһе (рус. Оренбургская область) — өлкә, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ Уралда урынлашҡан, Волга буйы Федераль округына ҡарай. Өлкә үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Территорияһы 123 732 км². Халҡы 2 032 915 кеше (2010).

Ҡаҙағстан (Көнсығыш Ҡаҙағстан, Аҡтүбә, Ҡостанай өлкәләре), Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Һамар, Һарытау һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш.

Өлкәлә башҡорттар нигеҙ һалған 135 ауыл бар[3].

undefined

Тарихы

Ырымбур өлкәһе тарихы Ырымбур экспедицияһынан башлана, 1744 йылда ойошторолған Ырымбур губернаһы тарихы менән бәйле.

Ҡарағыҙ: Ырымбур экспедицияһы
Ҡарағыҙ: Ырымбур губернаһы

Өлкәләге власть

Өлкә Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Өлкә Губернаторы, Хөкүмәте, Закондар сығарыу йыйылышы һәм Рәсәй Президентының тулы хоҡуклы вәкиле резиденцияһы 1936—1939 йылдарҙа Дом Советов тип төҙөлгән йортта урынлашҡан[4]

Башҡарма власть

Ырымбур өлкәһе Губернаторы — өлкәләге иң юғары вазифа.

Өлкә губернаторҙары

Суд власы

Ырымбур өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Ырымбур өлкәһе өлкә суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Ырымбур өлкәһе арбитраж суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы — Ырымбур өлкәһенең юғары закондар сығарыу органы. Йыйылышҡа 47 депутат һайлана.

Халыҡ

Өлкәлә 2 008 535 кеше йәшәй.

Милли состав

Халыҡ Һан, 2010 йылда[5].
Урыҫтар 1 519 525 (75 ,9 %)
Татарҙар 151 492 (7 ,6 %)
Ҡаҙаҡтар 120 262 (6 ,0 %)
Украиндар 49 610 (2 ,5 %)
Башҡорттар 46 696 (2 ,3 %)
Мордвалар 38 682 (1 ,9 %)
Немецтар 12 165 (0 ,6 %)
Сыуаштар 12 492 (0 ,6 %)
Әрмәндәр 10 547 (0 ,5 %)
Әзербайжандар 7 421 (0 ,4 %)
Белорустар 5 590 (0 ,3 %)
Иҫәптәре 5 меңдән ашыу халыҡтар күрһәтелгән

Административ ҡоролош

Өлкәлә 35 район, 12 ҡала һәм 1 ябыҡ административ-территориаль берәмек — Комаровск ҡасабаһы[6].

Башҡорт халҡының тормошонда өлкә роле

Билдәле шәхестәре

Өлкәлә тыуған башҡорттар — Советтар Cоюзы Геройҙары

Иҫкәрмәләр

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. 1 2 Минзәлә башҡорттары араһында нисә Герой булған? 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
  4. Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте йорто 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года (xls) 2012 йылдың 30 май көнөндә архивланған.
  6. Муниципальные образования 2012 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.. Портал органов государственной власти «Оренбуржье»
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Любушкин Виктор Васильевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар