Ырымбур экспедицияһы
Ырымбур экспедицияһы (1737 йылдан Ырымбур комиссияһы, 1734—1744) — Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтары менән сауҙа ойоштороу һәм уларҙы Рәсәйгә ҡушыу менән идара иткән Рәсәйҙә дәүләт учреждениеһы. Башҡорт ихтилалдары башланғас, Башҡорт комиссияһы менән берлектә уларҙы баҫтырыу һәм Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиге буйынса нығытмалар системаһы төҙөү менән шөғөлләнгән.
Тарихы
Сенат обер-секретары И. К. Кирилов проекты буйынса төҙөлә. Кириллов 1734 йылда ойошторолған Ырымбур экспедицияһын етәкләй. Экспедицияның төп бурыстары Урта Азия, Бадахшан, Арал буйы менән бәйле булған. Арал диңгеҙендә пристань төҙөү күҙалланған. Экспедиция составына матростар һәм галер мастерҙары ингән. Уның тәүге сараһы Өфө (һуңынан — Орск) ҡәлғәһенә Ур йылғаһы Яйыҡка ҡойолған урында, Башҡортостан һәм ҡаҙаҡ далалары сигендә нигеҙ һалыу күҙалланған. Дөйөм алғанда, комиссия 53 ҡәлғәгә һәм 40-ҡа яҡын редут һәм форпостҡа нигеҙ һала.
Экспедицияны ойоштороу батша хакимиәтенең ерле халыҡҡа ҡарата сәйәсәтен үҙгәртеүгә килтерә. XVIII быуат уртаһына башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре дәүләт ҡазнаһына, дворяндарға, чиновниктарға, офицерҙарға, һалдаттарға һәм башҡа күсмә халыҡҡа үтеп, башҡорттар яҡынса ярты аҫаба ерҙәрен юғалтҡан. Шулай уҡ һалымдар һәм бурыстар артҡан. Батша чиновниктары мосолман руханиәтенең эшмәкәрлеген контроль аҫтына алған, мәсет төҙөүҙе тыйған һәм христианлаштырыу сәйәсәтен алып барған. Шулай уҡ муниципаль үҙидаралыҡты сикләнгән: йыйындарҙың роле түбәнәйгән һәм волость старосталары һайланмаған, ә хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнгән старшиналар менән алмаштырылған. Башҡорттарға батшаға бөтә халыҡ исеменән үтенес менән мөрәжәғәт итеү, утлы ҡорал һатып алыу һәм һатыу, тимерлек эше һәм ҡала сиктәренән ситтә ҡорал эшләү, бер урындан икенсеһенә иркен күсеү һ. б. тыйылған.
Ырымбур экспедицияһы составына төрлө фән йүнәлештәре ғалимдары ингән, улар географик һәм этнографик тасуирлауҙар, файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау, карталар төҙөү һәм башҡалар менән шөғөлләнгән. Әммә экспедиция эшмәкәрлеге XVIII быуаттың 30-сы йылдарындағы ҙур башҡорт ихтилалдары менән көрәшеү һәм Башҡортостандың эске идара мәсьәләләре менән һиҙелерлек сикләнгән. Кирилов үлгәндән һуң, 1737 йылда, Ырымбур экспедицияһын В. Н. Татищев, В. А. Урусов, И. И. Неплюев етәкләгән. Шулай уҡ экспедиция составында крайҙы өйрәнеүсе һәм тарихсылыҡ әҫәрҙәре менән билдәле экономист П. И. Рычков булған.
Тарихсы П. Н. Столпянский комиссия эшмәкәрлегенә түбәндәгесә баһа биргән:
«Ләкин Кириловтың планы, теориялар нигеҙендә генә төҙөлгән булғанлыҡтан, эштә ул тиклем еңел тормошҡа ашырылманы. Арал диңгеҙендә флотилия ойоштороу тураһында хыялланыу, Өфөнән Ҡырғыҙ далалары аша алтын, борос, ҡиммәтле таштар һәм нескә туғымаға бай мөбәрәк Һиндостанға сауҙа каравандары әҙерләү тураһында уйлау түгел, — юҡ, һәр аҙым, үҙҙәренә билдәләнгән ерҙең һәр аҙымы өсөн ике фронтта бер юлы ҡанлы һәм ҡаты көрәш алып барырға тура килде. Ике халыҡ та номиналь рәүештә беҙҙең подданныйлыҡта тора: ян-яҡтан башҡорттар баҫым яһай, улар үҙҙәренең хакимлығы бөткәнен аңлай, ә алда ҡырғыҙҙарҙың һуғышсан күсемселәре тора……»
«Но план Кирилова, составленный умозрительно, на основании одних теорий, на деле оказался не столь легко осуществим. Пришлось мечтать не об устроении флотилии на Аральском море, думать не о снаряжении торговых караванов из Оренбурга через киргизскую степь в богатую золотом, пряностями, драгоценными камнями и тонкими тканями благодатную Индию, — нет, пришлось вести упорную кровавую борьбу за каждый шаг, за каждый кусочек номинально числящейся за ними земли и вести борьбу на два фронта. С двумя народностями, тоже номинально состоящими в нашем подданстве: с боков давили башкиры, которые понимали, что их владычеству пришел конец, а впереди были воинственные номады киргизы…»— Основатели Оренбургской губернии
1744 йылда уның канцелярияһы Ырымбул губерн канцелярияһына әйләндерелгән.
Экспедиция начальниктары
- Кирилов Иван Кириллович (1734—1737)
- Татищев Василий Никитич (1737—1739)
- Урусов Василий Алексеевич (1739—1741)
- Соймонов Леонтий Яковлевич (1741—1742)
- Неплюев Иван Иванович (1742—1744)
Әҙәбиәт
- Оренбургская экспедиция // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2017.
- Рычков П. И. «История оренбургская», «Сочинения и переводы, к пользе и увеселению служащие», СПБ 1759
- Аполлова Н. Г. «Экономические и политические связи Казахстана с Россией в XVIII — начале XIX века», Москва 1960
- |Новлянская М. Г. «И. К. Кирилов, географ XVIII века», Москва-Ленинград 1964.
Сығанаҡтар
- * Акманов И. Г. Ырымбур экспедицияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Оренбургская экспедиция