Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы
Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы | |
---|---|
Дәүләт | |
Тамамланыу датаһы | 27 октябрь 1917 |
Хоҡуҡи актҡа йәки суд ҡарарына һылтанма | Дафтар-и Чингиз-наме |
Юрисдикция таралышы | Тарихи Башҡортостан |
Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы — аҫаба башҡорттарҙың ер биләү, ерҙе файҙаланыу һәм ергә хужа булыу тәртибен көйләүсе хоҡуҡи нормалар йыйылмаһы. Боронғо йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа[1].
Тарихы
Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы башҡорт йәмғиәте эсендә, аҫаба башҡорттар менән дәүләт, аҫаба башҡорттар менән төрлө категориялы күсеп килеүселәр араһындағы ер мөнәсәбәттәрен көйләй. Башҡорт общинаһы (тәүҙә ырыу-ҡәбилә берләшмәһе, һуңынан территориаль берләшмә) ерҙең коллектив хужаһы була. Формаль рәүештә общинаның һәр ағзаһы община (биләмә, улус, ауыл) ерҙәрен биләүгә һәм унан файҙаланыуға тиң хоҡуҡҡа эйә була, ғәмәлдә күсмә хужалыҡ шарттарында ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу мал һанына бәйле була, һәм ырыу-ҡәбилә аҡһөйәктәре (бейҙәр, кенәздәр, мырҙалар, тархандар, хандар) тарафынан көйләнә. Ергә милекселек хоҡуғы йәйләү, көтөүлек маршруттарына етәкселек итеү формаһында үҫешә. Община ер биләүселеге сиктәрендә сәсеүлек, урман, айырыуса солоҡ, балыҡ тотоу һәм башҡа биләмәләр менән индивидуаль файҙаланыу барлыҡҡа килә. Яһаҡ түләү (яһаҡ түләүҙе башҡорттар үҙҙәренең ергә хоҡуҡтарының гарантияһы тип иҫәпләй) һәм хәрби хеҙмәт башҡорттарҙың аҫаба хоҡуғы шарты һанала. Башҡорт тикшеренеүсеһе М. В. Мырҙабулатов фекеренсә, башҡорттарҙан башҡа, Рәсәй подданствоһын алған бер генә халыҡ та ергә аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булмаған[2][3].
Сыңғыҙиҙар дәүләттәре составында
XII быуатта — XVI быуаттың тәүге яртыһында башҡорттар үҙҙәре ингән дәүләт берләшмәләре (Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы) файҙаһына яһаҡ түләй һәм хәрби хеҙмәт үтәй. Риүәйәттәргә, шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға ярашлы, башҡорт бейҙәре Алтын Урҙа хакимдарынан айырым башҡорт ҡәбиләләренең һәм ырыуҙарының аҫаба ерҙәренең һаҡланыуын гарантиялаған ярлыҡтар ала, был ерҙәрҙең сиктәре тамғалар буйынса билдәләнә. Шулай итеп улар үҙ ерҙәренә автономия һаҡлап ҡала. Шул нигеҙҙә башҡорттарҙың ерҙәре Алтын Урҙаның бер генә улуҫы составына ла кермәй[4].
Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән кеше йәки ғаилә ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтһа, улар икенсе башҡорт ырыуы ерҙәренә керҙәш (типтәр) булып керә[5].
Тарихи Башҡортостандың Мәскәү дәүләте составына кереүе
Башҡортостандың Рус дәүләте составына кереүенән һуң Мәскәү батшаһы башҡорттарҙың ерҙәрен һаҡлай һәм уларҙың аҫабалығын таный[4]. шулай уҡ ул үрындағы үҙидараны һаҡларға, мосолман динен ҡыҫмаҫҡа вәғәҙә бирә («…дали слово и поклялись башкир, исповедующих ислам, никогда не насиловать в другую религию…»). Йәғни, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы юридик яҡтан Иван IV жалованный грамоталарында нығытыла.
Ваҡыт үтеү менән ырыу йәки ҡәбилә ере (аҫаба ерҙәр) улустарға әйләнә[6].
Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы 1649 йылғы Собор уложениеһында раҫлана. Документтың 43-сө статьяһына ярашлы, башҡорттарға аҫаба ерҙәрен һатыу, алмаштырыу, заклад итеп һалыу, оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреү тыйыла, шул уҡ ваҡытта улар ҡыҫҡа ваҡытҡа түләүле ҡуртымға бирә ала.
Аҫабалыҡ хоҡуғын яҡлап күтәрелгән башҡорт ихтилалдары
Рәсәй хөкүмәте башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә яңы ҡәлғәләр, слободалар, острогтар, заводтар төҙөй, тимерлектәрҙе һәм мәҙрәсәләрҙе ябыу тураһында указдар сығара, ҡоралланыуҙы һәм аҡса һуғыуҙы тыя, типтәрҙәрҙе һәм бобылдәрҙе ер өсөн оброк түләүҙән азат итә. Былар барыһы ла башҡорттарҙың хоҡуғын боҙа. Аҫабалыҡ хоҡуғы шарттарының боҙолоуы башҡорт ихтилалдары башланыуға сәбәп була[4]. Уларҙы тынысландырыу өсөн батша хөкүмәте аҫабалыҡ хоҡуғын раҫларға мөжбүр була. Мәҫәлән, 1662—1664 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалынан һуң 1664 йылда Өфө воеводаһына батша наказы, 1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы барышында һәм унан һуң 1982 йылда, 1694 йылда Хөкүмәт указдары ҡабул ителә. 1734 йылғы һәм 1739 йылдың 10 авгусындағы указдар 1735—1740 йылғы Башҡорт ихтилалдарынан һуң индерелә. 1755 йылдың 1 сентябрендәге Указ 1755—1756 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында ҡабул ителә һәм башҡалар.
XIX быуатта — XX быуат башында аҫабалыҡ хоҡуғы
1818 йылдың 11 октябрендәге Указға ярашлы, башҡорт ерҙәрен һатыу тыйыла.
1832 йылдың 10 апрелендә «Ырымбур крайында башҡорттарҙың ергә хоҡуғы тураһында» указға ҡул ҡуйыла, уға ярашлы үрҙә атап үтелгән положение бөтөрөлә. Был норматив-хоҡуҡи актҡа ярашлы, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы ҡабаттан раҫлана. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ерәрен һатыу һәм ҡуртымға биреүҙең яңы ҡағиҙәләре булдырыла, шулай уҡ ирҙәргә йән башына 40-60 дисәтинә иҫәбенән тартып алынмай торған ер билдәләнә. Ер бәхәстәрен хәл итеү буйынса Генераль ыҙанлау, ҡулланыу мөҙҙәте материалдарына, һатыу-һатып алыу документтарына һ.б. нигеҙләнергә тәҡдим ителә[7][8].
1863 йылдың 14 майында «Башҡорттар тураһында положение» ҡабул ителә, ул Башҡортостанда ер мәсьәләләрен үҫтереүҙә яңы этапты башлай. Ҡанунға ярашлы, башҡорттарҙың ерҙәре тотош килеш йәмғиәт ҡарамағында була, йәиһә милекселәр араһында бүленеп алына ала. Бынан тыш, башҡорттарға шәхси милеккә күсемле йәки күсемһеҙ милек алырға рөхсәт ителә[9]. 1869 йылдың 10 февралендә «О размежевании башкирских дач для наделения землёю башкир-вотчинников и их припущенников и о порядке продажи и отдачи в оброчное содержание общественных башкирских земель» тип аталған указ ҡабул ителә. Ул башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен күпләп һатыу-һатып алыуға һәм төп халыҡты ерһеҙ ҡалдырыуға килтерә. Указға ярашлы, Генераль сик буйынса билдәләнгән аҫаба ерҙәр тейелгеһеҙ булып ҡала, башҡа ерҙәр күп ерле һәм аҙ ерле ерҙәргә бүленә[10].
1898 йылдың 20 апрелендәге «Положение о размежевании башкирских дач» башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен аҫаба башҡорттар, керҙәштәр һәм башҡалар араһында бүлеүҙе билдәләй. Башҡорт ерҙәренең бер өлөшө дәүләт запасына тапшырыла. Законға ярашлы, аҫаба башҡорттарға йән башына 15 дисәтинә тура килә, ә керҙәштәргә — 7,5 дисәтинә. Шул уҡ ваҡытта аҫаба башҡорттарҙың йән башына тура килгән ерҙәрҙе һатыу тыйыла[11].
Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы 1917 йылдың 27 октябрендә Совет власы ҡабул иткән Ер тураһында декрет менән бөтөрөлә[12]. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыу һәм уны 1917 йылда тартып алынған аҫаба ерҙәрен ҡайтарып биреү зарурлығы 1917-1921 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте идеологияһының төп фекере була, Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары резолюцияларында иғлан ителә.
Ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия. Башкиры-вотчинники. Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
- ↑ Мурзабулатов М. В. Западный регион Республики Башкортостан. Историко-этнографический очерк. — Уфа: Китап, 2001. — 56 с. — ISBN 5-295-02922-0.
- ↑ Синенко С. Г. Башкиры // Культура народов Башкортостана. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2003. — ISBN 5-85051-260-80.
- ↑ 1 2 3 Башкиры
- ↑ Самигулов Г.Х. Изменения сословной группы «башкиры» в середине XVIII – начале XX века // Из истории и культуры народов Среднего Поволжья : журнал. — 2019. — № 1. — С. 34—45.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. Уфа, 2009. Большая российская энциклопедия. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ А. Х. Биккузина. Башкирская община на Южном Урале в пореформенный период (1865 – 1900) . Вестник Академии наук Республики Башкортостан (2012).
- ↑ Положение о башкирах” от 14 мая 1863 . bashenc.online. Дата обращения: 20 февраль 2025.
- ↑ «Башҡорттар тураһында положение»
- ↑ УКАЗ от 10 февраля 1869 “О размежевании башкирских дач для наделения землёю башкир вотчинников и их припущенников и о порядке продажи и отдачи в оброчное содержание общественных башкирских земель” . www.bashenc.online. Дата обращения: 20 февраль 2025.
- ↑ Положение о размежевании башкирских дач, закон от 20 апреля 1898 . 92.50.187.140. Дата обращения: 20 февраль 2025.
- ↑ Акманов И.Г. История и современность . i.twirpx.link. Дата обращения: 20 февраль 2025.
Сығанаҡтар
- Демидова Н. Ф. Землевладение и землепользование в Уфимском уезде XVI—XVIII вв. // Ежегодник по аграрной истории Восточной Европы. Минск, 1964.