Аҫабалыҡ
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Аҫабалыҡ — ер милкенең бер төрө. Рәсәйҙә X—XI быуаттарҙа нәҫелдән‑нәҫелгә күсә килеүсе ғаилә йәки уртаҡ ер биләмәһе булараҡ барлыҡҡа килә; XIII—XV быуаттарҙа ер биләүҙең төп төрө була. XV—XVII быуаттарҙа поместье (ер биләүҙең шартлы формаһы) менән бер рәттә тора. 1714 йылдың 23 мартындағы тура мираҫлылыҡ тураһындағы указға ярашлы аҫабалыҡ һәм поместьеның бер төргә — имениеға берләшеүе юридик яҡтан рәсмиләштерелә. Сиркәү һәм монастырь аҫабалығы 1764 йылда секуляризация барышында бөтөрөлә. Башҡортостанда башҡорт ырыу, хеҙмәтле, йәки дворян, тау заводы, сиркәү‑монастырь аҫабалығы була.
Башҡорт аҫабалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бер ҡәбилә йәки ырыу аҫаба башҡорттарының, һуңыраҡ ырыу бүленештәре йәки ҡан‑ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмөнөң ер биләмәһе. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы нигеҙендә үҫешә. Уларҙың аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыу шарты булып яһаҡ (яһаҡ түләүҙе башҡорттар үҙҙәренең ергә хоҡуҡтарының гарантияһы тип иҫәпләгәндәр) һәм хәрби хеҙмәт тора. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башҡорттар аҫаба ер биләүҙең төп формаһы булараҡ жалованный грамоталарҙа юридик яҡтан нығытыла. Был ваҡытҡа башҡорттар дөйөм майҙаны яҡынса 35 млн дисәтинә булған ер (көнбайышта Волга йылғаһынан алып көнсығышта Тубыл йылғаһына тиклем, көньяҡта Илек һәм Урал йылғаларынан алып төньяҡта Кама һәм Сылва йылғаларына тиклем) биләгән. Башҡорттарҙың аҫабалығы территорияһы яҡтан тәүҙә улустар менән, XVIII быуаттан алып шулай уҡ аймаҡтар йәки түбәләр менән тап килә. XIX—ХХ быуаттар башында башҡорт аҫабалығында ваҡланыу процесы күҙәтелә. Башҡорт аҫабалығының ҙурлығы һәм структураһы тураһында иң тулы мәғлүмәттәр Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау барышында алына. Генераль ыҙанлау һөҙөмтәләре буйынса башҡорт аҫабалығының майҙаны XIX быуаттың 20‑се йылдарына ҡарай Ырымбур губернаһында 12,8 млн дисәтинәнән ашыу ер (губ. территорияһының 45 %‑ы), XIX быуаттың 40‑сы йылдарында — Вятка губернаһы,Пермь губернаһы һәм Һарытау губернаһында яҡынса 1,3 млн, XIX быуаттың 60‑сы йылдарында — Пермь, Вятка һәм Һамар губернаһында 1,9 млн дисәтинәнән ашыу ер тәшкил итә. Башҡорт аҫабалығы майҙаны үҙгәреп тора: мәҫәлән, Верхнеурал өйәҙенең Бөрйән, Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ һәм Түңгәүер улусы башҡорттары аҫабалыҡ дөйөм майҙаны 1 млн дисәтинәнән ашыу ер, Минзәлә өйәҙенең Байлар улусы Солағыш түбәһе Усай ауылы башҡорттарының 0,6 мең дисәтинәнән ашыу ер була. XIX быуаттың аҙағына ҡарай башҡорт аҫабалығының дөйөм майҙаны яҡынса 9 млн дисәтинә, 1917йылда — яҡынса 7 млн дисәтинә ер тәшкил итә.
Хеҙмәтле аҫабалыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләт тарафынан хәрби һәм дәүләт хеҙмәте үтәгән өсөн бирелгән ер биләмәһе. Төбәктә хеҙмәтле аҫабалыҡ XVI быуаттың аҙағында барлыҡҡа килә. Өфө өйәҙендә дворяндарға һәм хеҙмәтле кешеләргә ер биреүҙе шартлы рәүештә 3 осорға бүлергә мөмкин. 1‑се осорҙа (XVI быуаттың 90‑сы йылдарының башы — 17 б. 40‑сы йй. аҙ.) Өфөнөң хеҙмәтле кешеләренә тәүге тапҡыр ер бүлеп бирелә; 20 дворян нәҫеленең 56 вәкиле 1,5 мең дисәтинәнән ашыу ер ала; 1638 йылға ҡарай Аничковтар, Артемьевтар, Волковтар, Гладышевтар, Каловскийҙарға һәм башҡаларға ер бирелә; 2‑се осорҙа (XVII быуаттың 40‑сы йылдарҙың аҙағы — 80‑се йылдарҙың башы) Ҡазандан һәм башҡа ҡалаларҙан күсерелгәндәр иҫәбенә [[[Өфө]] дворяндары һаны һәм хеҙмәтле ер биләү өлөшө арта; 3‑сө осорҙа (XVII быуаттың 80‑се йылдарҙың башы — XVIII быуат башының 40‑сы йылдары) Өфө тирәһендә буш ер фондтарының һәм дворяндарҙы Өфөгә күсереүҙең кәмеүе күҙәтелә. XVII быуат аҙағына тиклем Өфө өйәҙендә дворян аҫабалығы шартлы биләмә сиктәрен һаҡлап ҡала һәм хеҙмәт итеүгә бәйле була. XVII быуаттың 80‑се йылдарында Өфө дворяндарына үҙ ерҙәрен һатыу һәм залогка һалыу рөхсәт ителә (XVII быуаттың аҙағына тиклем һатыу һәм алмашыу урындағы ырыу вәкилдәренә рөхсәт ителә); 1673 йылғы һәм 1684 йылғы указдар менән икенсе ҡалаларҙағы хеҙмәтле кешеләргә Өфө өйәҙендә аҫабалыҡ һатып алыу тыйыла. Башҡорт аҫаба ерҙәрен дворяндарға һатыу‑һатып алыуҙы рөхсәт итеүсе указдар (1736 йылдың 11 феврәле) һәм дворяндарға, казактарға, хәрби һәм граждан чиновниктарына ерҙәрҙе «мәңге файҙаланыуға» беркетеүсе 1743 йылдың 8 авгусындағы указы дворян аҫабалыҡ һанын һәм ҙурлығын арттырыуға булышлыҡ итә. XVI быуаттың аҙағында Өфө өйәҙе дворяндарының күпселегенең поместье окладтары 3,5—25 дисәтинә ер тәшкил итә, XVII быуаттың башында — 30—32 дисәтинә, XVII быуаттың уртаһында — 20—30 дисәтинә, XVIII быуат башында — 7,5—20 дисәтинә ер. Һәр бер вәкиле 50 дисәтинәнән ашыу аҫаба ер биләгән дворяндар нәҫеле айырыла: мәҫәлән, Артемьевтар нәҫеленең бер вәкиленә 51 дисәтинә тура килә, Волковтарҙың — 62,5 дисәтинә, Каловскийҙарҙың — 72 дисәтинә, Ураковтарҙың — 77,5 дисәтинә ер. Аҫаба майҙандары төрлө була: ваҡ аҫабалыҡтар (100 дисәтинәнән аҙыраҡ) яҡынса 10 % тәшкил итә, уртаса (1000 дисәтинәгә тиклем) — яҡынса 38 %, эре (1000 дисәтинәнән ашыу) — яҡынса 52 %. XVIII быуатта Өфө өйәҙендә ваҡ һәм уртаса А. өҫтөнлөк итә (бөтә А. 80 %‑ы), Бөгөлмә өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Боғорослан өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙендә — уртаса һәм эре А. (60 %). XVIII быуат аҙағына — XIX быуат башына ҡарай Ырымбур губернияһының дворян аҫабалыҡ дөйөм майҙаны 2,6 млн дисәтинәнән ашыу ер тәшкил итә, шул иҫәптән Бәләбәй өйәҙендә — яҡынса 90 мең, Бөрө өйәҙендә — яҡынса 120 мең, Бөгөлмә өйәҙендә — яҡынса 190 мең, Боғорослан өйәҙендә — яҡынса 450 мең дисәтинә, Быҙаулыҡ өйәҙендә — 400 мең дисәтинәнән ашыу, Верхнеурал өйәҙендә — 125 мең дисәтинәнән ашыу, Минзәлә өйәҙендә — 160 меңдән ашыу, Ырымбур өйәҙендә — 270 мең дисәтинәнән ашыу, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 95 мең дисәтинәнән ашыу, Троицк өйәҙендә — яҡынса 5 мең дисәтинә, Өфө өйәҙендә — яҡынса 350 мең дисәтинә, Силәбе өйәҙендә — яҡынса 18 мең дисәтинә ер. Генераль ыҙанлау мәғлүмәттәре буйынса, XIX быуаттың 20‑се йылдар башына ҡарай дворяндар һәм тау заводы хужалары милкендә Ырымбур губернаһының 3,6 млн дисәтинәнән ашыу ер (шул иҫәптән Бәләбәй өйәҙендә — 290 мең, Бөрө өйәҙендә — 82 мең, Бөгөлмә өйәҙендә — 194 мең, Боғорослан өйәҙендә — 523 мең, Быҙаулыҡ өйәҙендә — 312 мең, Верхнеурал өйәҙендә — 465 мең, Минзәлә өйәҙендә — 170 мең, Ырымбур өйәҙендә — 380 мең, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 270 мең, Троицк өйәҙендә — 6 мең, Өфө өйәҙендә — 953 мең, Силәбе өйәҙендә — 18 мең) була, 1831 й. — 4,8 млн дисәтинәнән ашыу ер; 1858 й. дворяндар 2,1 млн дисәтинәнән ашыу ергә эйә була.
Сиркәү‑монастырь аҫабалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Православие руханиҙары һәм монастырҙарҙың уртаҡ милке. Төбәктә XVI быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Монастырҙарҙың,Бөрө һәм Өфө ҡалаларының кафедраль соборҙары рухниҙарының аҫабалығы өҫтөнлөк итә; епископат һәм мәхәллә руханиҙарының аҫабалығы аҙ була. Хөкүмәт һәм урындағы властар биргән ерҙәрҙә барлыҡҡа килә; ҡайһы берҙәре башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә нигеҙләнә. XVII быуаттың 1‑се яртыһында сиркәү‑монастырь аҫабалығы Урал буйында (Ҡазан митрополитыныҡы), XVII быуат 2‑се яртыһында — XVIII быуат 1‑се сирегендә Урал аръяғында (Тубыл митрополитыныҡы) формалашыуы күҙәтелә. XVI быуаттың 70‑се йылдарында аҙағында Өфө Сергиев монастыры аҫабалығы ойошторола. XVII быуат уртаһында Башҡортостанда ер биләмәләре һатып алыу хоҡуғын Рәсәйҙең үҙәк губерналары монастырҙары ала (башлыса Кама һәм Ағиҙел йылғалары буйында балыҡ тотоу урындарын һатып алалар). Мәхәллә руханиҙары аҫабалығы араһында иң ҙуры Ҡазан Божья Матерь сиркәүенеке була. XVIII быуат 60‑сы йылдар башына ҡарай иң эре аҫабалыҡҡа Далмат Успение ир-егеттәр монастыры һәм Успение ир-егеттәр монастыры эйә була. 1764 йылға ҡарай сиркәү‑монастырь аҫабалығы 80‑дән ашыу торама пункт ҡарай.
Тау заводы аҫабалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шәхси тау заводының ер милке. Башҡортостанда XVIII быуат башында барлыҡҡа килә. Тау заводы аҫабалығы күпселеге башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә (артабан һатып алыу шарты менән керҙәшлек килешеүе буйынса) нигеҙләнгән була. XVII быуат аҙағында — XVIII быуат 100‑ҙән ашыу тау заводы төҙөлә. XVIII быуат аҙағына ҡарай заводтар төҙөүгә 5,7 млн дисәтинәнән ашыу ер бүленә. XIX быуат аҙағында иң эре аҫабалыҡ (мең дисәтинә) Архангел суйын иретеү заводы (110 мең дисәтинәнән ашыу), Белорет заводы (230‑ҙан ашыу), Златоуст (Косотур) заводы (510‑дан ашыу), Ирга заводтары (100‑ҙән ашыу), Корин заводы (150‑гә яҡын), Кәҫле заводы (350‑гә яҡын), Ҡананикольск заводы (240‑ҡа яҡын), Ҡатау-Ивановка заводы (170‑кә яҡын), Наҙы-Петровск заводы (430‑ҙан ашыу), Рәүҙе заводы (100‑гә яҡын), Соҡсон заводы (120‑гә яҡын), Түбәнге Троицк заводы (180), Үрге Троицк заводы (110‑ға яҡын), Һирге заводтары (240‑тан ашыу), Шилва заводы (210‑дан ашыу), Эҫем заводтары (300‑гә яҡын), Әртә заводы (130‑ға яҡын) һәм башҡалар хужа була; бәләкәй аҫабалыҡ (мең дисәтинә) Ашап заводы (3‑кә яҡын), Богословск заводы (16‑нан ашыу), Варзы-Алексеевка заводы (3‑кә яҡын), Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы (50‑нән ашыу), Воскресенка заводы (59), Ташлы заводтары (14‑кә яҡын), Уй заводы (4‑тән ашыу), Верхотор заводы (29), Әүжән-Петровка заводтарында (30‑ға яҡын) һәм башҡалар була.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сергеев Ю. Н. Церковно-монастырское землевладение в Башкирии (конец XVI — середина XVIII в.) // Социально‑экономическое и политическое развитие Башкирии в конце XVI — начале XX в. Уфа, 1992.
- Аҫабалыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.