Усай (Минзәлә районы)

Усай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Хужамәт ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География

Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Усай — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1764 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Минзәлә улусы составына керә.

ХХ быуат башында икмәк магазины, мәсет, бакалея кибете теркәлгән[1][3].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда ир енесле 75 йән башҡорт (шуларҙың 2-һе — өс ҡатынлы) һәм 25 йән типтәр; 1816 йылда — 131 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы); 1834 йылда — 126 башҡорт һәм 56 типтәр; 1870 йылда — 280 башҡорт һәм 111 типтәр; 1912 йылда — 717 башҡорт йәшәй[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022010
318391424585608717776757629520427397281172207168

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
  2. Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
  3. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 152—154. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә