Татар Мышығаһы
Татар-Мышыға[2] (Мышыға, Мошоға[3]; татар. Татар Мөшөгәсе, рус. Татарские Мушуги) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы.
География
Ауыл Мышыға йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайышҡа табан ? км (31 саҡрым) алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарих
Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1638 йылдан билдәле[3]. Ауыл Бүләр улусының Мышыға түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево? административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында ауылда мәсет, 3 тирмән, 3 бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән[4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы составына керә.
Халҡы
Билдәле шәхестәре
- Әбделсәлих Әбделмәнов (1793—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 393. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Татар Мышығаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 142—146. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.