Гөлөк (Татарстан)

Гөлөк — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Ырыҫ ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Тиргәүеш буйында, Минзәлә ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Гөлөк — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1701 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Поисево улусы составына керә.

1870 йылда ауылда 2 һыу тирмәне, ХХ быуат башында — тимерлек, 4 бакалея һәм мануфактура кибеттәре, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

1929 йылда «Ҡыҙыл юл» (аҙаҡ — М. И. Калинин исемендәге) колхоз ойошторола, ул 1959 йылда М. Вәхитов исемендәге колхоз составына керә[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда ир енесле 193 йән башҡорт һәм 198 типтәр; 1816 йылда — 217 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы); 1834 йылда — 336 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы); 1870 йылда — 538 башҡорт һәм 535 типтәр; 1902 йылда — 955 башҡорт һәм типтәр йәшәй[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018971906191319261938194919581970197919892002
1067107317081915213813391380957850841693436379

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Татарская энциклопедия.
  2. Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
  3. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 127—131. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Әҙәбиәт

  • Мензелинский край: История и современность. — Мензелинск, 2006.

Тема буйынса өҫтәмә