Тулыбай (Татарстан)

Тулыбай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Ырыҫ ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Тиргәүеш буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайыштараҡ 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Тулыбай — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1735 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Күсәкәй улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда 3 һыу тирмәне, 4 бакалея кибете, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда ир енесле 160 йән башҡорт һәм 13 типтәр; 1816 йылда — 216 башҡорт (шуларҙың 7-һе — ике ҡатынлы) һәм 21 типтәр; 1834 йылда — 322 башҡорт (шуларҙың 8-һе — ике ҡатынлы) һәм 30 типтәр; 1859 йылда — 309 башҡорт һәм 91 типтәр; 1870 йылда — 538 башҡорт һәм 535 типтәр; 1902 йылда — 955 башҡорт һәм типтәр йәшәй[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719061913192019261938194919581970197919892002
66075690610701294180313961808987759598629545382379

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар[1].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
  2. Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
  3. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 146—149. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Әҙәбиәт

  • Мензелинский край: История и современность. — Мензелинск, 2006.

Тема буйынса өҫтәмә