Тәкермәнсе

Тәкермәнсе (Тәгермәнче) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Иркенәш ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Мышыға буйында урынлашҡан[1].

Тарих

Тәкермәнче (Чүплөк) — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Күсәкәй улусы составына керә.

1870 йылда тирмән теркәлгән[2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда ир енесле 40 йән башҡорт; 1840 йылда — 26 типтәр; 1859 йылда — 81 типтәр; 1870 йылда — 92 типтәр йәшәй[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 127—131. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә