Иҫке Иркәнәш

Иҫке Иркәнәш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Иркәнәш ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География

Ауыл Ыҡ буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Иҫке Иркәнәш — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1717 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Мышыға түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Поисево улусы, ә 1918 йылдан — Әтрәкле улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл кешеләре пугачевсылар яғында сығыш яһай[1].

ХХ быуат башында һыу тирмәне, тимерлек, мәсет, мәктәп, бакалея кибете теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1944 йылдан — Матвеево районы, 1954 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда ир енесле 85 йән башҡорт һәм 5 типтәр; 1816 йылда — 109 башҡорт һәм 1 типтәр; 1834 йылда — 167 башҡорт; 1870 йылда — 395 башҡорт һәм 38 татар йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
346434360703720762720696531457354400436319265251

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Билдәле шәхестәре

  • Ибраһим Биксурин — поход старшинаһы, подпоручик (1813). 1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се Башҡорт атлы полкының полк командиры.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 135—137. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Әҙәбиәт

  • Мензелинский край: История и современность. — Мензелинск, 2006.

Тема буйынса өҫтәмә