Юғары Тәкермән

Юғары Тәкермән (Үрге Тәкермән) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Юғары Тәкермән ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География

Ауыл М7 федераль трассаһы янында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайыштараҡ 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Юғары Тәкермән (Иҫке Тәкермән) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1709 йылдан билдәле тип иҫәпләнә[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Күсәкәй улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл кешеләре ихтиласыларҙың яғында әүҙем сығыш яһай[1].

1917 йылға ҡарай ауылда 4 мәсет булған, мәҙрәсә һәм мәктәп теркәлгән[1].

Коллективизация осоронда ауылда Туҡай исемендәге һәм «Урал» колхоздары ойошторола, улар 1931 йылда «Сталь» («Ҡорыч») хужалығына берләшә, 1959 йылда эреләтелгәндән һуң уға М. Жәлил исеме бирелә[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда ир енесле 182 йән башҡорт һәм 16 типтәр; 1816 йылда — 287 башҡорт (шуларҙың 5-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы), 120 типтәр, 3 татар; 1834 йылда — 414 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы) һәм 172 типтәр; 1859 йылда — 408 башҡорт, 59 типтәр һәм керҙәш башҡорт, 6 татар йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018971906191319201926193819581970197919892000
12041376176221102404226612981459926841753541489

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Татарская энциклопедия.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 107—112. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә