Чупай (Минзәлә районы)

Чупай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Әтрәкле ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Мышыға йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Чупай — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы, aҡрынлап типтәр-мари ауылы булып китә[2]. 1747 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Поисево улусы составына керә.

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1944 йылдан — Матвеево районы, 1954 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

Халыҡ һаны

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701897190619131920192619381949195819701979198920022010
219240280608356333364318277259270225148113105

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 154. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә