Хужамәт

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Хужамәт
Административ-территориаль берәмек Кузембетьевское сельское поселение[d][1]
Дәүләт
Уникальный номер ГАР 3732576b-b003-449d-bbc5-816c21496620
Почта индексы 423710
Административ үҙәге Кузембетьевское сельское поселение[d][1]
Код КЛАДР 1602900002400

Хужамәт[2] (Күзәмбәт, Ҡужөмбәт[3]; татар. Хужамәт, рус. Кузембетьево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы.

Ауыл Урғаҙы йылғаһы буйында, ҠазанӨфө автомобиль юлында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1734 йылдан билдәле[3]. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзкәй административ-территориаль улусы составына керә[5].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[4].

XX быуат башында ауылда мәсет (1836 йылдан билдәле), мәктәп, мәҙрәсә, 3 һыу тирмәне, 20 кибет, почта станцияһы, тимерлек, баҙар теркәлгән[5][4].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы составына керә[4].

1795 йылда ауылда 80 башҡорт һәм 78 типтәр; 1834 йылда — 119 ир затлы башҡорт һәм 67 типтәр; 1870 йылда — 193 башҡорт, 207 типтәр һәм 47 татар; 1912 йылда — 265 башҡорт, 435 типтәр һәм 72 татар иҫәпләнгән[5][6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4])
1795185918701897191319201926193819491970197919892002
1493964477531031840545568504725942880864
  1. 1 2 ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 393. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 1 2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Хужамәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
  5. 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 139—142. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 127. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.