Ырыҫ

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ырыҫ
татар. Ырыс
55°46′33″ с. ш. 52°51′39″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Татарстан
Муниципаль район Минзәлә
Ауыл биләмәһе Ырыҫ
Тарихы һәм географияһы
Тәүге телгә алыу 1732 йыл
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00
Халҡы
Халҡы 282 кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +7 85555
Почта индексы 423706
Автомобиль коды 16, 116
ОКАТО коды 92 240 000 063
ОКТМО коды 92 640 492 101
Показать/скрыть карты
Ырыҫ (Рәсәй)
Ырыҫ
Ырыҫ (Татарстан)
Ырыҫ

Ырыҫ[1] (Урус[2] татар. Үрсу, рус. Урусово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Ырыҫ ауыл биләмәһе составына керә һәм уның административ үҙәге булып тора[3].

Ауыл Тиргәүеш йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1728 йылдан билдәле[1]. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзкәй административ-территориаль улусы составына керә[5].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, тимерлек теркәлгән[4][5].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[4].

Коллективлаштырыу осоронда ауылда колхоз ойошторола, ул 1953 йылда Тулыбай ауылы артеле менән берләштрелә, ә 1959 йылда — Гөлөк ауылы колхозына ҡушыла. Эреләтелгән хужалыҡты М. Вәхитов исемендәге колхоз тип атағандар[6].

1795 йылда ауылда ир енесле 93 йән башҡорт һәм 29 йән типтәр; 1816 йылда — 137 башҡорт (шуларҙың 3-һө — өс ҡатынлы) һәм 28 типтәр; 1834 йылда — 170 башҡорт һәм 59 типтәр; 1870 йылда — 399 башҡорт һәм 115 типтәр; 1912 йылда — 548 аҫаба башҡорт һәм 28 керҙәш башҡорт йәшәй[5][7]..

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022010
474514532551716716707472503372349374311196248282

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе бар[4].

  • Фәнзаман Баттал — яҙыусы[6][8].
  1. 1 2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Ырыҫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 393. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Закон Республики Татарстан от 31 января 2005 года № 50-ЗРТ «Об установлении границ территорий и статусе муниципального образования „Мензелинский муниципальный район“ и муниципальных образований в его составе»
  4. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
  5. 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 149—152. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. 1 2 Урусовское сельское поселение: о сельском поселении. Мензелинский муниципальный район (официальный сайт). 2017 йылдың 5 август көнөндә архивланған.
  7. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 127. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.
  8. Маузиева Р. Сегодня нашему земляку-писателю Фанзаману Батталу исполнилось 75 лет. Мензеля (16 февраль 2014). 2016 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.