Тауаҫты Байлар

Тауаҫты БайларРәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Тауаҫты Байлар ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География

Ауыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы буйында, Минзәлә ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1970 йылдарҙа Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы төҙөлгәс ауыл 2 км көньяҡтараҡ күсерелгән[1].

Тарих

Тауаҫты Байлар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1851 йылда Иҫке Байлар ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Күсәкәй улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

Халыҡ һаны

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188418971906192019261938194919581970197919892002
281287427594713873897919628587622498431466

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Татарская энциклопедия.

Тема буйынса өҫтәмә