Иҫке Байлар
Иҫке Байлар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы. Күсәкәй ауыл биләмәһе составына керә.
География
Тарих
Иҫке Байлар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә Байлар улусы Турай түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә. Ауыл кешеләре Юғары (Яңы) Байлар һәм Тауаҫты Байлар ауылдарына нигеҙ һала.
1848 йылда — 2 мәсет; 1870 йылда — 3 тирмән, 1 мәсет һәм мәктәп; 1905 йылда тимерлек, 2 бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылда — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына инә.
Халыҡ һаны
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 72—76. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.