Ҡыуаҙы (ауыл)
Ҡыуаҙы (Юғары Ҡыуаҙы; татар. Куады, рус. Кувады) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылда шулай уҡ байлар ырыуы вәкилдәре төпләнә. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бәтке административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәҙрәсә, мәктәп, тимерлек, хужалыҡ магазины, бакалея кибете, 2 ел тирмәне теркәлгән[4][3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Саллы районы (1976 йылдан Туҡай районы) составына керә[3].
Халҡы
1859 йылда ауылда 21 ир затлы башҡорт һәм 200 дәүләт крәҫтиәне (татарҙарҙан); 1870 йылда — 41 башҡорт һәм 472 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[4].
| 1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 513 | 671 | 971 | 926 | 533 | 617 | 439 | 384 | 427 | 341 | 246 | 260 |