Малтабар

Малтабар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Ҡалмиә ауыл биләмәһе составына керә.

Географик урыны

Ауыл Игәт йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығышҡа табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарихы

Малтабар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1710—1711 йй. билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Байлар улусы Турай түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].

ХХ быуат башында 2 бакалея кибете, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[1][2].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ир енесле 51 йән башҡорт, 79 йән типтәр, 136 йән яһаҡлы татар; 1870 йылда — 248 татар, 220 башҡорт, 228 типтәр; 1912 йылда — 342 аҫаба башҡорт, 381 керҙәш башҡорт һәм типтәр, 402 татар йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188418971906191319201926194919581970197919892002
625696852969118111251149823525362394335191200

Инфраструктура

Ауылда башланғыс мәктәп, клуб, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 56—58. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә