Яңы Байлар

Яңы Байлар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы. Күсәкәй ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Тиргәүеш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығыштараҡ 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Яңы Байлар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Иҫке Байлар ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.

ХХ быуат башында бында мәсет (1846 йылдан билдәле), мәктәп теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылда — Минзәлә районы, 1976 йылда — Күсәкәй ауылы, 1984 йылда — Туҡай районы составына инә, 1991 йылда — йәнә айырым тораҡ пункт итеп теркәлә[1].

Халыҡ һаны

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1858187018841897190619131920192619381949197019892002
296463492725842854833508479369340179166

Инраструктура

Ауылда клуб, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.

Тема буйынса өҫтәмә