Ҡаҙаҡлар (Туҡай районы)
Ҡаҙаҡлар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Теләнсетамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.
Географик урыны
Тарихы
Ҡаҙаҡлар — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1737 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында бакалея кибете, 3 хужалыҡ магазины, тимерлек, мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[1][3].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Игенселек үҫешкән[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 100—101. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 56—58. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.