Бөйөргән

БөйөргәнРәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Бөйөргән ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Географик урыны

Ауыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарихы

Бөйөргән — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1714 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә Байлар улусы Турай түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, почта станцияһы, һыу тирмәне, икмәк магазины, 2 бакалея кибете теркәлгән[1][2].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына инә[1].

1931 йылда ауылда «Үрнәк» колхозы ойошторола, 1950 йылда ул «Кама» колхозы менән берләштерелә[1].

Халыҡ һаны

1912 йылда —434 татар һәм 146 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188418961906191319201926193819591970197919892000
351325433399573580597342391289350529506461

Инфраструктура

Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 77—78. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә