Ҡолош (Татарстан)
Ҡолош[3] (татар. Колыш, рус. Кулушево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.
География
Ауыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1717 йылдан билдәле[4]. Ауыл Байлар улусының Турай түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзкәй административ-территориаль улусы составына керә[5].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[4].
1860-сы йылдарҙа бер класлы рус-башҡорт училищеһы асыла, бында 1909 йылда 44 уҡыусы иҫәпләнгән. 1870 йылда ауылда мәсет, икмәк магазины, ел тирмәне, бакалея кибете теркәлгән[5].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[4].
Халҡы
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 392. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 92—95. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 123—124. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.