Яңы Сарайлы

Яңы Сарайлы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Әжмәкәй ауыл биләмәһе составына керә.

Географик урыны

Ауыл Шилнә йылғаһы бассейнында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығышҡа табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарихы

Яңы Сарайлы — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Макарьевск улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Саллы районы (1976 йылдан Туҡай районы) составына керә[1].

Халыҡ һаны

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
192019261938194919581970197919892002
488292319261228231156106112

Инфраструктура

Ауылда башланғыс мәктәп бар. Игенселек үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.

Тема буйынса өҫтәмә