Урғуҙа (ауыл)

Урғуҙа — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Сәмәкәй ауыл биләмәһе составына керә.

Географик урыны

Ауыл Урғуҙа йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарихы

Урғуҙа — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1747 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бишенде-Останков улусы составына керә.

ХХ быуат башында 2 бакалея кибете, икмәк магазины, мәсет, мәктәп теркәлгән[1][3].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Саллы районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ир енесле 66 йән керҙәш башҡорт; 1834 йылда — 169 башҡорт йәшәй[2][3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870189719061920192619381949195819701979198920022010
305455602891710451344235176195132647865

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 103. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  3. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 67—70. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә