Туйыр

Туйыр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Бөйөргән ауыл биләмәһе составына керә.

Географик урыны

Ауыл Игәт йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан төньяҡҡа табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарихы

Туйыр — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.

ХХ быуат башында бакалея кибете, мәсет, мәктәп теркәлгән[1][2].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].

Халыҡ һаны

1816 йылда ир енесле 77 йән аҫаба башҡорт һәм 2 йән керҙәш башҡорт; 1870 йылда — 250 башҡорт; 1912 йылда — 476 аҫаба башҡорт, 27 керҙәш башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188419061913192019261949195819701979198920022010
227250316434503533392258220163131666261

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 102—104. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә