Сәйет (Татарстан)
Сәйет (татар. Сәет, рус. Саитово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1735 йылдан билдәле. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бишинде-Останково административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, тимерлек, икмәк магазины, 2 бакалея кибете теркәлгән[4][3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Саллы районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[3].