Ҡәлмиә (ауыл)
Ҡәлмиә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Ҡәлмиә ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урыны
Тарихы
Ҡәлмиә — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1747 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Байлар улусы Турай түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
ХХ быуат башында ауылда ел тирмәне, 3 тимерлек, мәсет, мәктәп теркәлгән; 1912 йылдан земство мәктәбе эшләй[1][2].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
1795 йылда ир енесле 110 йән аҫаба башҡорт, 24 йән керҙәш башҡорт, 9 йән типтәр; 1859 йылда — 321 башҡорт, 7 типтәр; 1870 йылда — 595 башҡорт, 42 типтәр; 1912 йылда — 1231 аҫаба башҡорт, 215 керҙәш башҡорт йәшәй[2].
| 1870 | 1897 | 1906 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 637 | 1034 | 1314 | 1543 | 1202 | 1223 | 1091 | 977 | 915 | 753 | 542 | 450 |
Инфраструктура
Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].