Ырымбур губернаһы
РФА экспертизаһы


экспертизаһын үткән
Рәсәй империяһы Губерна | |||||
Ырымбур губернаһы | |||||
---|---|---|---|---|---|
|
|||||
51°46′00″ с. ш. 55°06′00″ в. д.HGЯO | |||||
Ил | |||||
Адм. үҙәк | Ырымбур | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Ойошторолған | 12 декабрь 1796 йыл | ||||
Тарҡатылған | 14 май 1928 йыл | ||||
Майҙаны | 166 710,9 квадрат саҡрым | ||||
![]() |
|||||
|
|||||
![]() |
Ырымбур губернаһы (рус. Оренбургская губерния) — Рәсәй империяһының, РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың 1796—1928 йылдарҙағы тарихи административ-территориаль берәмеге. Губерна ҡалаһы 1797—1802 һәм 1865—1928 йылдарҙа — Ырымбур, 1802—1865 йылдарҙа — Өфө.
Император Павел I Указы менән 1796 йылда Өфө наместниклығының исемен үҙгәртеү юлы менән булдырыла һәм 1928 йылда бөтөрөлә.
Георафияһы
Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһының Европа өлөшөнөң көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан була . Майҙаны 372 989 квадрат километр (1847 йылда), 189 717 квадрат километр (1905 йылда)[2], 67 989 квадрат километр (1926 йылда)[3]..
Көньяҡ Урал губернаны киҫеп үтә, шул уҡ ваҡытта уның айырым түбәһе (Ямантау) 1640 метрға етә. Тау битләүҙәре урман менән ҡапланған (2 мең квадрат километрға тиклем). Губернаның көнсығыштағы Азиялағы өлөшө һәм көньяғы — дала. Таулы урындарҙа тупраҡ ташлы, ялан ерҙәрҙә — ҡара тупраҡ.
Тарихы
Борондан төбәктә төрлө төрки халыҡтары йәшәй: Көньяҡ Урал һәм тирә-яҡтары — башҡорттарҙың тыуған төйәге; көнбайыштараҡ — татарҙар көн итә; башҡорт ерҙәренән көньяҡ-көнсығыштағы далаларҙа ҡаҙаҡтар күсмә тормош күрә; Түбәнге Яйыҡ — нуғайҙар биләмәһе була.
XVII быуаттың икенсе яртыһынан алып Рәсәй империяһы Көньяҡ Уралда һәм тирә-яҡ төбәктәрҙә йоғонтоһон көсәйтә килә. Төбәктәге тәүге урыҫтар Иван Грозныйҙың язаларынан ҡасып, Яйыҡ буйына күсеп килә. Пётр I Ырымбур ерҙәрен Рәсәй өсөн мөһим терәк майҙан, Урта Азияға инер өсөн уңайлы ҡапҡа тип күрә. Уның ниәттәре Анна Иоанновна осоронда ғына ғәмәлғә аша башлай. Төбәккә казактар күсереп ултыртыла, башҡорт менән ҡаҙаҡ ерҙәре араһында ҡәлғә һыҙаты төҙөлә.
1744 йылда Ырымбур губернаһы ойошторола; 1752 йылға уға Әстрәхән губернаһынан Гурьев ҡаласығы, 1773 йылда Ҡазан губернаһынан Һамар ҡалаһы ҡушыла.
1775 йылың октябренә губерна түбәндәге өс провинциянан тора
[4]:
• Ырымбур провинцияһы
• Иҫәт провинцияһы
• Өфө провинцияһы
1782 йылда Өфө наместниклығы ойошторола; уға ике өлкә — Өфө һәм Ырымбур өлкәләре инә.
Өфө өлкәһенә түбәндәге һигеҙ өйәҙ ҡарай:
• Өфө өйәҙе
• Бөрө өйәҙе
• Минзәлә өйәҙе
• Бөгөлмә өйәҙе
• Боғорослан өйәҙе
• Бәләбәй өйәҙе
• Стәрлетамаҡ өйәҙе
• Силәбе өйәҙе
Ырымбур өлкәһенә дүрт өйәҙ ҡарай:
• Ырымбур өйәҙе
• Верхнеурал өйәҙе
• Быҙаулыҡ өйәҙе
• Сергиев өйәҙе
Шул уҡ ваҡытта Гурьев менән Уральск ҡалалары Әстерхан губернаһына күсерелә; Ырымбур баш ҡала тип билдәләнә.
1796 йылда Өфө наместниклығының атамаһы «Ырымбур губернаһы»на үҙгәртелә, Ырымбур баш ҡала булып ҡала. 1802 йыл баш ҡала Өфөгә күсә. 1850 йылда Бөгөлмә, Боғорослан һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәре яңы ойошторолған Һамар губернаһына бирелә. 1865 йылда губерна икегә — Өфө һәм Ырымбур губернаһына — бүленә. Шул уҡ йылда бығаса үҙ махсус (кантон һәм йорт) идаралығы аҫтында булған башҡорттар дөйөм губерна идаралығына күсә.
1919 йылда Ырымбур губернаһынан Силәбе губернаһы бүленеп сыға. 1928 йылда төбәк Урта Волга өлкәһенә индерелә, 1934 йылда айырым Ырымбур өлкәһе ойошторола.
Галерия
Ырымбур станцияһы оҫтаханалары (1901)
Административ бүленеше
1865—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы 5 өйәҙҙән тора:
№ | Өйәҙ | Өйәҙ ҡалаһы | Майҙаны ( км²) |
Халҡы[1] (1897). |
---|---|---|---|---|
1 | Верхнеурал өйәҙе | Верхнеурал (11 095 кеше) | 43 768,5 | 223 245 |
2 | Ырымбур өйәҙе | Ырымбур (72 425 кеше) | 32 691,1 | 555 653 |
3 | Орск өйәҙе | Орск (14 016 кеше) | 40 806,5 | 206 944 |
4 | Троицк өйәҙе | Троицк (23 299 кеше) | 20 551,1 | 201 231 |
5 | Силәбе өйәҙе | Силәбе (19 998 кеше) | 28 893,7 | 413 072 |
Губерна етәкселеге
Хәрби губернаторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ф. И. О. | Титул, чин | Вазифала булыу ваҡыты |
---|---|---|
Игельстрем Осип Андреевич | ||
Бахметев Николай Николаевич | генерал-майор | |
Волконский Григорий Семёнович | князь, генерал от кавалерии | |
Эссен Пётр Кириллович | генерал от инфантерии | |
Головин Евгений Александрович | генерал-адъютант, генерал-лейтенант | |
Сухтелен Павел Петрович | генерал-адъютант, генерал-лейтенант | |
Перовский Василий Алексеевич | генерал-адъютант, генерал-майор | |
Обручев Владимир Афанасьевич | генерал-лейтенант | |
Катенин Александр Андреевич | генерал-адъютант | |
Безак Александр Павлович | генерал-адъютант | |
Крыжановский Николай Андреевич | генерал-адъютант |
Губернаторы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ф. И. О. | Титул, чин, звание | Вазифа биләгән ваҡыты | |
---|---|---|---|
Неплюев Иван Иванович | тайный советник | ||
Давыдов Афанасий Романович | действительный статский советник | ||
Волков Дмитрий Васильевич | действительный статский советник | ||
Путятин Авраам Артамонович | князь, генерал-поручик | ||
Рейнсдорп Иван Андреевич | |||
Өфө наместниклығы составында | |||
Баратаев Иван Михайлович | тайный советник | ||
Курис Иван Онуфриевич | действительный статский советник | ||
Глазенап Карл Иванович | действительный статский советник (тайный советник) | ||
Враский Алексей Александрович | действительный статский советник | ||
Фризель Иван Григорьевич | тайный советник | ||
Веригин Михаил Федотович | действительный статский советник | ||
Наврозов Матвей Андреевич | действительный статский советник | ||
Нелидов Григорий Васильевич | действительный статский советник | ||
Дебу Иосиф Львович | действительный статский советник | ||
Жуковский Николай Васильевич | действительный статский советник | ||
Гевлич Авксентий Павлович | действительный статский советник | ||
Вакансия | |||
Талызин Иван Дмитриевич | действительный статский советник | ||
Вакансия | |||
Балкашин Николай Васильевич | статский советник (действительный статский советник) | статский советник (действительный статский советник) | |
Ханыков Яков Владимирович | статский советник (действительный статский советник) | ||
Потулов Ипполит Михайлович | действительный статский советник, и. д. | ||
Барановский Егор Иванович | действительный статский советник, и. д. (утверждён 06.02.1859) | ||
Аксаков Григорий Сергеевич | статский советник, и. д. (утверждён 17.04.1862), действительный статский советник | ||
Боборыкин Константин Николаевич | полковник, и. д. (утверждён с произведением в генерал-майоры) | ||
Зенгбуш Егор Иванович | генерал-майор | ||
Астафьев Михаил Иванович | генерал-майор (генерал-лейтенант) | ||
Маслаковец Николай Алексеевич | генерал-майор | ||
Ершов Владимир Иванович | генерал-майор | ||
Барабаш Яков Фёдорович | генерал-лейтенант | ||
Таубе Фёдор Фёдорович | генерал-майор, и. д. | ||
Ожаровский Владимир Фёдорович | генерал-лейтенант | ||
Сухомлинов Николай Александрович | генерал-лейтенант | ||
Тюлин Михаил Степанович | генерал-лейтенант |
Губерна дворяндары етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ф. И. О. | Титул, чин, звание | Вазифа биләгән ваҡыты |
---|---|---|
Булгаков Николай Михайлович | статский советник | |
Моисеев Алексей Фёдорович | надворный советник | |
Мертваго Степан Борисович | коллежский советник | |
Осоргин Савва Фёдорович | коллежский асессор | |
Пекарский Пётр Николаевич | майор | |
Мертваго Степан Борисович | коллежский советник | |
Мордвинов Александр Дмитриевич | поручик | |
Пальчиков Гермоген Евграфович | подполковник | |
Пальчиков Сергей Александрович | поручик | |
Тимашев Егор Николаевич | полковник (генерал-майор) | |
Дурасов Николай Николаевич | в звании камергера, действительный статский советник | |
Стобеус Виктор Яковлевич | штабс-ротмистр | |
Шотт Ипполит Данилович | действительный статский советник | |
Чернов Иван Васильевич | отставной генерал-майор | |
Шотт Лев Ипполитович | титулярный советник (статский советник) | |
Тимашев Александр Александрович | отставной гвардии полковник, шталмейстер | |
Шотт Лев Ипполитович | действительный статский советник |
Вице-губернаторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ф. И. О. | Титул, чин, звание | Вазифа биләгән ваҡыты |
---|---|---|
Кривошеий Фёдор Захарович | действительный статский советник | |
Романовский Николай Степанович | статский советник | |
Фёдоров Илья Фёдорович | статский советник | |
Всеволодский Дмитрий Аркадьевич | коллежский советник | |
Сушков Михаил Никитович | статский советник, камер-юнкер | |
Кирьяков Николай Дмитриевич | надворный советник | |
Безобразов Порфирий Васильевич | коллежский советник | |
Лавров | чиновник V класса | |
Случевский Капитон Афанасьевич | коллежский советник | |
Григорьев Константин Никифорович | коллежский советник | |
Македонский Алексей Андреевич | действительный статский советник | |
Аксаков Григорий Сергеевич | коллежский советник | |
Барановский Егор Иванович | статский советник | |
Кудрявцев Евгений Александрович | коллежский советник (статский советник) | |
Каразин Филадельф Васильевич | статский советник (действительный статский советник) | |
Беляев Василий Петрович | статский советник (действительный статский советник) | |
Жуков Василий Разумникович | надворный советник, и. д. (утверждён с произведением в статские советники 21.06.1868), (действительный статский советник) | |
Лукошков Василий Викторович | действительный статский советник | |
Ломачевский Асинкрит Асинкритович | полковник (генерал-майор) | |
Соколовский Иван Николаевич | полковник | |
Кауфман Алексей Михайлович | полковник | |
Эверсман Михаил Михайлович | надворный советник | |
Сумароков Аркадий Владимирович | коллежский советник | |
Тизенгаузен Дмитрий Орестович | барон, коллежский советник (статский советник) | |
Пушкин Лев Анатольевич | действительный статский советник |
Халыҡ һаны
Халыҡтың дөйөм һаны — 1 836 мең; халыҡ тығыҙлығы — 1 кв. километрға 10 кеше; алты ҡалала 174 мең кеше тора.
1897 йылға торошло халыҡ иҫәбе (туған теленән сығып)[5]:
Өйәҙ | урыҫтар | башҡорттар | татарҙар | украиндар | мордвалар | мишәрҙәр м-н типтәрҙәр |
сыуаштар | ҡаҙаҡтар |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Бөтә губерна буйынса | 70,4 % | 15,9 % | 5,8 % | 2,6 % | 2,4 % | 1,4 % | … | … |
Верхнеурал | 65,5 % | 19,7 % | 5,4 % | … | 1,3 % | … | … | … |
Ырымбур | 68,4 % | 10,2 % | 8,6 % | 5,4 % | 4,7 % | 7,1 % | … | … |
Орск | 40,1 % | 42,8 % | 6,8 % | 4,3 % | 3,7 % | … | 1,0 % | … |
Троицк | 82,2 % | 7,4 % | 7,4 % | … | … | … | … | 1,1 % |
Силәбе | 85,1 % | 12,3 % | … | … | … | … | … | … |
Дворян нәҫелдәре
- Воробьевтар, Жуковскийҙар, Кириловтар, Кульневтар, Юматовтар, Федоровтар.
Климаты
Климаты континенталь: йәйге эҫегә ҡарамаҫтан, ҡоро һәм ҡырыҫ ҡыш. Ырымбур өсөн уртаса температура (51° 45´ төньяҡ киңлеге) 1-3,6 градус.
Файҙалы ҡаҙылмалары
Минераль байлыҡтары байтаҡ; 1903 йылда 278 пл. алтын, 7 млн тонна баҡыр мәғдәне, 1 млн тонна марганец, 118 млн тонна тимер (суйын, тимер һәм ҡорос) табыла, 36 млн тонна таш тоҙ сығарыла. Йылғалар: Урал менән Һаҡмар, Ағиҙел (Волга системаһы), Тубыл, Иртыш ҡушылдығы һәм уларҙың ҡушылдыҡтары. Губернаның көнсығыш дала өлөшөндә 1500-гә яҡын күл бар, шуларҙың 100-гә тиклеме — әсе тоҙло, ҡалғандары балыҡҡа бай.
Ауыл хужалығы
Бөтә ерҙәрҙең 72 проценты казактарға һәм крәҫтиәндәргә (шул иҫәптән башҡорттарға ла), 14 проценты — шәхси хужаларға, 4 проценты — ҡаҙнаға һәм уделға һәм 10 проценты — заводтарға, компанияларға һ.б. ҡарай. Игенселек: һөрөнтө ерҙәр губернаның бөтә майҙанының 30 процентын биләй, урмандар 20 процент, яҙғы бойҙай, һоло, арыш, арпа һ. б. етештерелә. Малсылыҡ киң таралған, бигерәк тә башҡорттар араһында; 1906 йылда мал: 1019 мең баш ат, 1095 мең баш һыйыр малы, 1459 мең баш һарыҡ, 143 мең баш сусҡа һәм бер меңгә яҡын баш дөйә була.
Сәнәғәте
Һөнәрселек кәсептәре: башлыса малсылыҡ продукттарын эшкәртеү (йөн туҡымалар, кәзә мамығынан яулыҡтар һәм башҡалар). Фабрикалар һәм заводтар (тау заводтарын иҫәпкә алмағанда) 189 14 млн һумлыҡ производство менән, шуларҙың 6 млн һумы Ырымбурҙа; ҙур производстволар: эре (6 млн һумлыҡ), мал һуйыу һәм тоҙ иретеү (1700 мең һум), күн (900 мең һум), йөн йыуыу (526 мең һум) һәм башҡалар.
Сауҙаһы
Икмәк һәм малсылыҡ әйберҙәрен һатыу, Урта Азия менән киң алмашыу сауҙаһы (10 млн һумға тиклем әйләнеш); Ырымбур, Троицк һәм Орск ҡалаларында алмашыу йорттары. Тимер юл Ырымбур губернаһын 495 саҡрымға (Себер Ауылына) киҫеп үтә.
Мәғарифы
Уҡыу йорттары (1905 йыл мәғлүмәттәре буйынса) — 1690, (уларҙың 12-һе урта), уҡыусылар һаны 97 212; халыҡтың 20 проценты уҡый-яҙа белә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Демоскоп Weekly. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Наличное население в губерниях, уездах, городах Российской Империи (без Финляндии) .
- ↑ С.А.ТАРХОВ Изменение административно-территориального деления России за последние 300 лет . Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1926 г. РСФСР и её регионы. Населенные места. Наличное городское и сельское население. Дата обращения: 18 сентябрь 2011. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Изменение административно-территориального деления России за последние 300 лет
- ↑ Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей
Һылтанмалар
- Оренбургская губерния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Оренбург // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Оренбургская губерния / Д. А. Сафонов // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫ. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023 (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2025)
- Уфимская губерния // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Список населённых мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866 .
- Карта Уфимской и Оренбургской губерний из «Атласа» А. А. Ильина 1876 года (просмотр на движке Google на сайте runivers.ru)
- Оренбургская губерния. — (Статистика Российской империи; 16. вып. 3) — СПб., 1890.
- Библиотека Царское Село (книги по истории Оренбургской губернии, памятные книжки и адрес-календари)