Генерал-лейтенант

Генера́л-лейтена́нтһүҙбәйләнешенең мәғәнәләре:

• Ҡайһы бер дәүләттәрҙең ҡораллы көстәрендә юғары офицерҙар составының хәрби званиеһы;
• Генерал-лейтенант чины булған хәрби хеҙмәткәр.

Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер махсус ведомстволары өсөн махсус званиелар билдәләнгән: полиция генерал-лейтенанты, эске хеҙмәт генерал-лейтенанты, юстиция генерал-лейтенанты. Уларға Рәсәй Федерацияһының 2-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы дәрәжәһе тап килә.

undefined

Тарихы

Хәҙерге хәрби иерархияла майор лейтенанттан юғарыраҡ тора, әммә шул уҡ ваҡытта генерал-лейтенант дәрәжәһе буйынса генерал-майорҙан юғарыраҡ. Был башта генерал-лейтенанттың армия менән етәкселек иткән «тулы генерал»дың урынбаҫары булыуы менән аңлатыла.

Л. Е. Шепелев үҙенең «Титулы, мундиры, ордена в Российской империи» китабында быны француз армияһы званиеларының йоғонтоһо менән аңлата, унда «бригада генералы» һәм «тулы генерал» (ҡайһы берҙә «генерал» тип кенә әйтелә) чиндары булған. Әммә француз армияһында «майор», «генерал-майор» һәм «генерал-лейтенант» званиелары бер ҡасан да ҡулланылмаған, уларға «командант», «дивизия генералы» һәм «корпус генералы» званиелары тап килә.

Рәсәй империяһында обер-офицер чиндары Көнбайыш Европа армияларынан алынған:
• Лейтенант (франц. lieutenant — урынбаҫар) йәки капитан-лейтенант — офицер, капитан чинындағы (батальон командиры) офицерҙың урынбаҫары, ярҙамсыһы; бынан шулай уҡ полковник-лейтенант (франц. lieutenant-colonel) (подполковник), полк (колонна) командиры урынбаҫары.
• Майор (лат. major — өлкән, баш) — полк командирының ярҙамсыһы булған полк сержантынан (сержант-майор) алынған; иҫке инглиз армияһында сержанттар рота командирҙары булған.

Пруссия армияһы менән 1852 йылдан генерал-полковник (генерал-оберст), ә уға тиклем генерал-фельдмаршал етәкселек итә. Унан түбәнерәк ғәскәрҙәрҙең билдәле бер төрөнә етәкселек иткән генералдар тора: инфантерия, кавалерия һәм артиллерия генералдары, уларҙы бары генералдар тип кенә атайҙар. Был генералдарҙың һәр береһенең генерал-лейтенант тип аталған урынбаҫары була. Һәм, ниһайәт, генерал-майор (лат.major өлкән, ваҡиғаға ҡарата, ҡайҙа ебәрелһә, шунда өлкән) генерал, баш командующий ихтыяры менән һуғыш яланының билдәле бер участкаһы өҫтөндә өлкән, йәғни билдәле бер йүнәлештә тулы генералдың ярҙамсыһы. Логикаға ярашлы, генерал-урынбаҫар ранг буйынса генерал-ярҙамсынан өлкән була.

Рәсәй

Рәсәй империяһы

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә