Һүҙбәйләнеш

Һүҙбәйләнеш (рус. Словосочета́ние) — ике йәки күберәк һүҙҙән яһалған синтаксик конструкция[1].

Һүҙҙәр мәғәнә буйынса бәйләнә. Шул уҡ ваҡытта, Һөйләмдән айырмалы рәүештә, һүҙбәйләнеш бер бөтөн уйҙы аңлатмай. Ул, айырым һүҙҙәр кеүек, һөйләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа айырым һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр ҙә, һөйләмгә хас интонацияны алып, һөйләм булып хеҙмәт итә. Мәҫәлән. Төн… Өй эсе ҡараңғы. Кескәй генә тәҙрәләр. Уның да яртыһы ҡарындыҡ менән ҡапланған. (З. Биишева.)

Һүҙбәйләнеш.jpg

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

Һүҙбәйләнештәр ике төрлө юл менән яһала.

  • 1. Теҙмә. Улар тиң булалар. Бер — береһенә буйһонмайҙар. Айыу менән бабай, йылыға һәм яҡтыға, яҙ менән йәй, йылы, матур, йомарт һәм шәфҡәтле.
  • 2. Эйәртеүле. Эйәртеүле бәйләнештә һүҙҙәр бер- береһенә тиң булмайҙар: береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап килә, шуға күрә береһен эйәреүсе, икенсеһен эйәртеүсе йәки төп һүҙ тип йөрөтәләр. Мин яһайым. Байрасҡа күсте. Ҡыҙыл байраҡ.Ҡаланың баҡсаһы.

Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре

  • Ярашыу.
  • Башҡарылыу.
  • Йәнәшәлек.
  • Һөйкәлеү.

Нығынған һүҙбәйләнештәр

Ҡайһы бер һүҙбәйләнештәр, телдә бик оҙаҡ ҡулланыла торғас, нығынып китәләр. Шуға күрә уларҙың мәғәнәһе тарая, бер һуҙҙең генә мәғәнәһен белдерә башлай. Мәҫәлән: берҙе биш итеү, йәғни арттырып һүҙенең мәғәнәһен белдерә.ҡырҡмаһа-ҡырҡ,йәғни күп урындарҙың.

Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ

Ҡайһы бер һүҙбәйләнештәр, бер предметты аңлатып, ҡушма һүҙгә әйләнгән. Мәҫәлән: өс тирәк һүҙбәйләнеше, бер колхозға исем итеп бирелгәс, һүҙбәйләнештән ҡушма һүҙгә әйләнгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Г. Ә. Басирова. Синтаксис. Һүҙбәйләнеш. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теле. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек. Китап. Өфө — 2012 йыл, 615 бит.
  • М. Ғ. Усманова. Башҡорт теле грамматикаһы. Өфө − 2007 йыл, 111 бит.
  • Башҡорт теле. Педагогия училищеләре өсөн дәреслек. 2-се баҫма. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө — 1976 йыл, 414 бит.

Һылтанмалар

Категориялар