Ҡушма һөйләм
Дөйөм мәғлүмәт
Ҡушма һөйләм эсенә ингән айырым һөйләмдәр бер-береһенең мәғәнәһен асыҡлап, тултырып, өҫтәп һәм киңәйтеп килә. Был айырым һөйләмдәрҙе дөйөм йөкмәтке, эске бер бөтөнлөк һәм интонация (рус.)баш. уртаҡлығы берләштерә. Миҫал: Берәүҙәре ҡулдарын болғап ҡысҡырып көлә, икенселәре ҡосаҡлашып илай, кемдер аккордеон тарта (Әхиәр Хәкимовтан)[1].
Шул уҡ ваҡытта ҡушма һөйләм эсендәге айырым һөйләмдәр мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан үҙ аллы булырға ла, булмаҫҡа ла мөмкин. Ҡушма һөйләм компоненттары айырым торған ябай һөйләмде билдәләүсе бөтә талаптарға ла яуап бирә алмай. Ҡайһы бер осраҡта улар мәғәнәһе буйынса ла, грамматик яҡтан да тамамланмаған булырға мөмкин. Миҫал: Иң яҡшыһы шул: бесән ваҡытында көндәр һәйбәт тора (Ноғман Мусиндан)[2].
Ҡушма һөйләм төрҙәре
Тел ғилемендә ҡушма һөйләмдәрҙе, иң тәүҙә айырым һөйләмдәрҙең үҙ-ара грамматик бәйләнеү юлына ҡарап, традицион рәүештә, теҙмә ҡушма һөйләмдәргә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә бүлеп йөрөтәләр[1]. Ҡушма һөйләм эсендәге һөйләмдәр билдәле дәрәжәлә үҙ аллы йә бойондороҡло булырға мөмкин[2].
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр
Билдәле дәрәжәлә үҙ аллы булған ике йәки бер нисә һөйләмдән төҙөлгән ҡушма һөйләм теҙмә ҡушма һөйләм тип атала. Бындай һөйләмдә бер һөйләмдән сығып икенсеһенә һорау биреп булмай. Был — теҙмә ҡушма һөйләмдең эйәртеүле ҡушма һөйләмдән төп айырмаһы. Миҫалдар: 1. Ямғыр ер йәшәртә, яҡшылыҡ ир йәшәртә (Мәҡәл). 2. Күпме ҡыҙыҡлы пландар ҡоролдо, күпме мауыҡтырғыс һүҙҙәр һөйләнде (Зәйнәб Биишеванан)[2].
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр
Мәғәнә яғынан бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән ике йәки бер нисә һөйләмдән торған ҡушма һөйләм эйәртеүле ҡушма һөйләм тип атала. Был төрлө һөйләмдә бер һөйләм икенсеһен асыҡлап йөрөй, уларҙың береһенән сығып икенсеһенә һорау биреп була. Асыҡлаусы йәки бойһоноусы һөйләм — эйәрсән, ә асыҡланыусы йәки бойһондороусы һөйләм — баш һөйләм тип йөрөтөлә. Миҫалдар: 1. Кем дә кем ошо йортто клубҡа бирергә риза, шулар ҡул күтәрә (Йософ Гәрәйҙән). 2. Тауҙар тигеҙ була алмаған кеүек, таланттар ҙа тигеҙ түгелдәр (Нәзәр Нәжмиҙән)[2]..
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башҡорт теле. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек / Г. Р. Абдуллина, Г. Д. Вәлиева, К. Ғ. Ишбаев (яуаплы мөхәррир) һ.б. — Өфө: Китап, 2012. — 616 бит
- ↑ 1 2 3 4 Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн дәреслек. 2-се баҫма / Ж. Ғ. Киекбаев, А. А. Ғәлләмов, Х. С. Фәрито, Ә. М. Аҙнабаев, Ғ. Ғ. Сәитбатталов. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — 415 бит
Әҙәбиәт
- Юлдашев А. А. Башкирский язык // Лингвистический энциклопедический словарь / Гл. ред. В. Н. Ярцева; Институт языкознания АН СССР. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 71. — 688 с. — 150 000 экз. — ISBN 5-85270-031-2. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2025)
- Галяутдинов И. Г., Ишбердин Э. Ф. Башкирский язык // Языки Российской Федерации и соседних государств: Энциклопедия в 3-х томах / Ред. коллегия: В. Н. Ярцева (предс.), В. А. Виноградов (зам. предс.), В. М. Солнцев]], Э. Р. Тенишев, А. М. Шахнарович, Е. А. Поцелуевский (отв. секр.), Г. А. Давыдова; Институт языкознания РАН. — М.: Наука, 1997. — Т. 1 (А—И). — С. 173—182. — XVI, 432 с. — 1000 экз. — ISBN 5-02-011237-2. (в пер.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2025)
- Башкирский язык / Е. Г. Былинина // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2025)
- Башҡорт теле грамматикаһы [3 т.] / редкол.: д-р филол. н., проф. Г. С. Кунафин (науч. рук. изд.) и др.. — Өфө : Китап, 2018. —; 22. — ISBN 978-5-295-06973-4. (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2025)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Башҡорт теле (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2025)