Өфө өлкәһе

Өфө өлкәһе  — 1952 йылдың 29 майынан 1953 йылға саҡлы РСФСР-ҙың Башҡорт АССР-ы составындағы административ-территориаль берәмеге.

Үҙәге — Өфө ҡалаһы. Территорияһы — 69,9 мең км2.

1952 йылдың майынан 1953 йылға саҡлы ВКП(б)-КПСС-тың Өфө өлкә комитетының 1-се секретаре булып Ҡорбанғолов Хәби Яуыҡман улы эшләй.

Тарихы

Өфө өлкәһе (Стәрлетамаҡ өлкәһе менән бер рәттән) 1952 йылдың 29 майында эре АССР-ҙар араһында өлкәләргә бүлеү эксперименты барышында барлыҡҡа килгән.

Бер йыл да үтмәгән, эксперимент уңышһыҙ тип табылған һәм өлкәне бөтөргәндәр (1953 йылдың 30 апреле).

Географияһы

Башҡорт АССР-ының төньяғында урынлашҡан.

Административ бүленеше

Баш ҡалаһы — Өфө (республика ҡарамағындағы ҡала)

Һылтанмалар