Дыуан районы

Дыуан районы (рус. Дуванский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Мәсәғүт ауылы. Свердловск өлкәһенең Красноуфим районы, Башҡортостандың Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Ҡариҙел, Асҡын райондары менән сиктәш. Районда 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 31068 кеше[2]. Район 324,3 мең гектар майҙанды биләй, шуның 126,391-е — ауыл хужалығы ере. Дыуан районында газ, нефть, балсыҡ, ваҡ таш кеүек файҙалы ҡаҙылмалар сығарыла. Ауыл хужалығы, урман эшкәртеү сәнәғәте ныҡлы үҫешкән.[3]

Символикаһы

Билдәле шәхестәр

• Байышев Таһир Ғәлләм улы (15.08.1886—4.11.1974), башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Иҫке Хәлил ауылынан.
• Булатов Анатолий Павлович (14.09.1939—23.12.2017), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994). Ләмәҙ ауылынан.
• Ившин Аркадий Игнатьевич (24.03.1933—29.03.1988), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1961—1988 йылдарҙа «Искра» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Октябрь Революцияһы (1973), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Таҙтүбә ауылынан[4].
• Ҡотипов Зиннәт Ҡотип улы (1918—6.07.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
• Ожегова Анастасия Васильевна (11.11.1922—18.12.1999), ауыл хужалығы алдынғыһы, 1958—1978 йылдарҙа Дыуан районы «Рәсәй» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Президиумы ағзаһы (1971—1975). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
• Пашков Алексей Фёдорович (17.03.1920—15.01.1998), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Атау ауылынан.
• Әхмәтов Радик Рәхимйән улы (3.03.1933—9.08.2008), ғалим-биохимик, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1985 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты директоры. Биология фәндәре докторы (1976), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Өлкөндө ауылынан[5].

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: урыҫтар — 63,9 %, башҡорттар — 20,4 %, татарҙар — 12,8 %, мордвалар — 1,6 %, башҡалар — 1,1 %[6].

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 36 915 [7][8]
1959 йылдың 35 122 [9][8]
1970 йылдың 34 629 [10][8]
1979 йылдың 30 873 [11][8]
1989 йылдың 29 887 [12][8]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 32 016 [13][8]
2008 йылдың 31 566 [14]
2009 йылдың 31 501 [15]
2010 йылдың 31 068 [16]
2012 йылдың 30 959 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 30 974 [18]
2014 йылдың 30 900 [19]
2015 йылдың 30 813 [20]
2016 йылдың 30 825 [21]
2017 йылдың 30 930 [22]
Йыл Халыҡ һаны
2019 йылдың 30 839 [23]
2021 йылдың 30 942 [1]
Халҡы иҫәбе
2002[24]2008[25]2009[26]2010[27]2012[28]2013[29]2014[30]
32 016↘31 566↘31 501↘31 068↘30 959↗30 974↘30 900
2015[31]2016[32]2017[33]2021[34]
↘30 813↗30 825↗30 930↗30 942
10 000
20 000
30 000
40 000
2002
2013
2021

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 квадрат километрға 9 кеше.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. ↑ ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ — ДЫУАН РАЙОНЫ 2013 йылдың 30 май көнөндә архивланған.
  4. ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ившин Аркадий Игнатьевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 март 2018)
  5. ↑ Башкирская энциклопедия — Ахметов Радик Рахимьянович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
  6. ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  7. ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  8. ↑ 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  9. ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  10. ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  11. ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  12. ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  13. ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  14. ↑ http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  15. ↑ https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  16. ↑ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  17. ↑ https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  18. ↑ https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  19. ↑ https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  20. ↑ https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  21. ↑ http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  22. ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  23. ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  24. ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  25. ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  26. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 18 май 2015 года.
  27. ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  28. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  29. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  30. ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  31. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  32. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  33. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  34. ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә